Ившина Лариса Алексеевна
| Ившина Лариса Алексеевна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 9 июнь 1960 (65 йәш) |
| Тыуған урыны | Локачи[d], Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Хәләл ефете | Евгений Кириллович Марчук[d] |
| Һөнәр төрө | журналист, йәмғиәт эшмәкәре, мөхәррир |
| Эшмәкәрлек төрө | журналистика[1] һәм редактирование[d][1] |
| Эш урыны | День[d] |
| Уҡыу йорто | Институт журналистики Киевского университета[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ившина Лариса Алексеевна (укр. Лариса Олексіївна Івшина; 9 июнь 1960 (65 йәш), Локачи[d], Волынь өлкәһе) — СССР һәм украин журналисы. «День» гәзитенең баш мөхәррире. Украинаның атҡаҙанған журналисы (2001).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лариса Алексеевна Ившина 1960 йылдың 9 июнендә Волынск өлкәһенең Локачи ҡасабаһында тыуған. Атаһы — Жаловага Алексей Павлович (1927—1961), әсәһе — Мария Архиповна (1927 йылғы)[2]. 1984 йылда Тарас Шевченко исемендәге Киев дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай[3]. Лариса Ившина университетын тамамлағандан һуң эшләй хәбәрсе, һуңғараҡ 1990 йылда «Киевский вестник» тип үҙгәртелгән «Знамя коммунизма» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй. 1992 йылдың июлендә «Киевские ведомости» гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөхәррире, ә киләһе йылда баш мөхәррир урынбаҫары була. 1994 йылдың декабрь айында АҠШ-та Брукинг университетында стажировка үтә[3].
1995 йылдан алып 1996 йылға тиклем Ураинаның премьер-министры Евгений Марчуктың пресс-секретары. Артабан 1996—1997 йылдан — Халыҡ-ара медиа-үҙәктең баш мөхәррире вазифаһында[3].
1997 йылдың ғинуарында «День» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй[3].
Лариса Ившина Джеймс Мейс исемендәге премияны ойоштороусы[4]. Блаженный Кароль Войтыла исемендәге журналистика премияһының жюри составына инә[5]. «Острое академияһы» милли университетының, Леся Украинка исемендәге Волынь милли университеты, Иван Франко исемендәге Львов милли университетыы һәм «Львов политехник» милли университетының күҙәтеү советына инә. 2016 йыл — Леся Украинка исемендәге Волынь милли университетының почетлы профессоры[6].
Йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ившина Лариса Алексеевна «Фокус» аҙналығы төҙөгән «Украинаның 100 иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙы» исемлегенә бер нисә тапҡыр индерелә. Мәҫәлән, 2006 йылда ул 32-се урынды биләгән[7], 2007 йылда — 35 урынды[8], ә 2008 йылда — 20-се урынды биләй[9], 2013 йылда — 83 урынды[10], 2014 йылда — 85 урынды биләй[11], 2015 йылда — 62 урынды биләй[12], ә 2016 йылда — 71 урынды[13].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Украинаның атҡаҙанған журналисы (2001)[3].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире — сәйәсмән Евгений Марчук[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Івшина Лариса Олексіївна (укр.). static.rada.gov.ua. Дата обращения: 8 март 2021.
- 1 2 3 4 5 6 Ившина Лариса Алексеевна. LB.ua. Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Лауреатом Премії ім.Джеймса Мейса цього року став Олександр Палій (ВІДЕО) (укр.). detector.media (21 ноябрь 2012). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Лауреатом першої премії для журналістів, які пишуть на релігійну тематику, стала Катерина Щоткіна (укр.). detector.media (24 июнь 2011). Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Кириленко Максим. Лариса Івшина – почесний професcор Лесиного вишу (укр.). Волинський національний університет імені Лесі Українки. Дата обращения: 8 март 2021.
- ↑ Рейтинг еженедельника Фокус «100 самых влиятельных женщин Украины». ФОКУС (28 октябрь 2006). Дата обращения: 21 февраль 2021.
- ↑ самых влиятельных женщин Украины. ФОКУС (8 ноябрь 2007). Дата обращения: 5 март 2021.
- ↑ Список самых влиятельных женщин Украины. ФОКУС (3 октябрь 2008). Дата обращения: 21 февраль 2021.
- ↑ самых влиятельных женщин Украины 2013 года. ФОКУС (28 ноябрь 2013). Дата обращения: 21 февраль 2021.
- ↑ самых влиятельных женщин Украины 2014 года. ФОКУС (18 ноябрь 2014). Дата обращения: 21 февраль 2021.
- ↑ самых влиятельных женщин Украины. Полный список. ФОКУС (9 ноябрь 2015). Дата обращения: 21 февраль 2021.
- ↑ самых влиятельных женщин Украины. Полный список. ФОКУС (4 ноябрь 2016). Дата обращения: 21 февраль 2021.