Иҙелбәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Идельбаково битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҙелбәк
рус. Идельбаково
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Ҡаҙанболаҡ

Координаталар

51°46′30″ с. ш. 57°08′08″ в. д.HGЯO

Халҡы

1283[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453393

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 819 001

ОКТМО коды

80 626 419 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҙелбәк (Рәсәй)
Иҙелбәк
Иҙелбәк
Иҙелбәк (Башҡортостан Республикаһы)
Иҙелбәк

Иҙелбәк (рус. Идельбаково) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453393, ОКАТО коды — 80226819001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙелбәк ауылы Ҡаҙанболаҡ йылғаһы (Ҡаҫмарт йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға XVI быуат аҙағында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Башҡорт ихтилалдарын (17351740) баҫтырыу мәлендә яндырыла, һуңынан тергеҙелә. Иҙелбәк Усманов исеме менән аталған. Шулай уҡ Ҡаҙанболаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 9 йортта 49 кеше йәшәгән, 1866 йылда 57 йортта — 296 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә булған. 1939 йылда Үрге Иҙелбәк ауылы булараҡ теркәлгән. Түбәнге Иҙелбәк ауылы XX быуаттың 30‑сы йылдарында, «Овцевод» совхозы ойошторолғас, барлыҡҡа килә. Үрге Иҙелбәк Түбәнге Иҙелбәк менән ҡушылып, Ейәнсура совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 70‑се йылдарҙан хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә[3].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙелбәк — Ҡаҙанболаҡ ауыл Советының административ үҙәге. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, «Рәсәй почтаһы» бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана, район электр селтәрҙәре, урман хужалығы, мәсет, магазиндар бар[4].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы: 1900 йылда — 442 кеше, 1920 йылда 516 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда Иҙелбәктә 1438 кеше тәшкил иткән[5]. Башҡорттар йәшәй (2002).

Йыл Халыҡ һаны
1959 1214 [6]
1970 1740 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1979 1543 [7]
1989 1373 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2002 1367 [8]
2010 1283 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, халҡының күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (80 %)[9]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әхмәтшин урамы (рус. улица Ахметшина)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Ҡаҙанболаҡ урамы (рус. улица Казанбулак)
  • Төп урам (рус. Ключевая улица)
  • Комаров урамы (рус. улица Комарова)
  • Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
  • Күсәков урамы (рус. улица Кусакова)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Төҙөлөш урамы (рус. Строительная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Шолохов урамы (рус. улица Шолохова)[10]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары
  • Яманайыр йылғаһы
  • Ҡаҙанболаҡ йылғаһы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Иҙелбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Иҙелбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Справочник 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  10. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан