Иезуит колледжы (Амберг)
Иезуит колледжы | |
нем. Jesuitenkolleg | |
Нигеҙләү датаһы | 1665 |
---|---|
Монашеский орден | иезуиты[d] |
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Амберг[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1774 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1288505? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1] |
Адрес | Malteserplatz 2 |
Иезуит колледжы Викимилектә |
Иезуит колледжы (нем. Jesuitenkolleg Amberg) — иезуит орденының элекке уҡыу йорттарының һәм монастырҙарҙың береһе, Баварияның Амберг (Үрге Пфальц) ҡалаһында урынлашҡан. 1665—1774 йылдар дауамында эшләй; 1626 йылда иезуиттар ҡалалағы гимназияға нигеҙ һала; бөгөн колледж биналарын Бавария китапханаһы (Амберг төбәк бүлексәһе), Изге Георгий рим-католик мәхәлләһе һәм Макс Регер исемендәге гимназияның өлөшө биләп тора.
Тасуирлау һәм тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Протестанттар ғәскәре Прага янындағы Аҡ тау алышында еңелгәндән һуң — 1620 йылдың 8 ноябрендә — Үрге Пфальц төбәге Баварияға күсә һәм ҡабаттан католицизмға әйләндерелә Беренсе иезуиттар Амбергҡа 1621 йылда — бавария ғәскәре оҙатыуында — килә, ә 1624 йылда уларҙың вәкиле булып урындағы Георгий сиркәүенең викарийы тора. Ике йылдан һуң ҡалала иезуит гимназияһы асыла: бының өсөн Амбергтың элекке францискандар монастыры биналары бирелә, быға тиклем ул биналар менән протестанттар уҡыу йорттары файҙаланған була. 1626 йылдың 18 октябрендә колледждың беренсе ректоры П. Кристоф Пфлаум (P. Pflaum Christoph) тәғәйенләнә.
Монах-францискандар ҡалаға ҡайтыу сәбәпле, 1627 йылда иезуит колледжына яңы бина кәрәк була; 1630 йылда бина Изге Георгий сиркәүе эргәһендә табыла. 1632 йылдан башлап уҡыу йортона логика һәм казуистика курстары индерелә, был колледжға лицей статусы биреүгә юл һала. Лицей үҙе урындағы руханиҙарҙы уҡытыу маҡсатында рәсми рәүештә 1726 йылдың 29 октябрендә асыла — лицей өсөн 1722 йылда башланған бина төҙөлөшө тамамланғандан һуң.
1665 йылда колледждың яңы бинаһын Изге Георгий сиркәүе янында төҙөү мастер-төҙөүселәр Вольфганг Хиршштеттер, өлкән Андреас Вельс һәм Георг Хагн тарафынан башҡарыла. 1684 йылда бинаның төньяҡ ҡанаты архитектор Георг Динценхофер проекты буйынса төҙөлә, ә уның ағаһы — Вольфганг — көнбайыш ҡанатын киңәйтеп 1689 йылда төҙөй. Бина фасадының оҙонлоғо киңәйтелеүҙән һуң 160 метр тәшкил итә һәм колледж комплексын ҡаланан ҡаплап тора. 1764—1766 йылдарҙа монастырҙың эске интерьеры үҙгәреш кисерә: миһраб барокко стилендә үҙгәртеп һалына.
Сиркәү һәм колледж менән иезуиттар 1773 йылда тарҡатылғанына тиклем етәкселек итә. XVIII быуат эсендә гиназия 300-ҙән ашыу өлкән класс уҡыусыларын уҡытып сығара, ә лицейҙа 100 теология һәм философия буйынса фән кандидаты уҡып сыға. Колледж-монастырында ордендың өс тиҫтә вәкилдәре йәшәй һәм эшләй. Орден таратылғандан һуң курфюрст Карл Теодор уның бөтә мөлкәтен 1781 йылдың декабрендә Мальта ордены рыцарҙарына тапшыра; 1782 йылдың 30 авгусында колледж биналарын да уға тапшыра. 1826 йылда комплекс ҡала милкенә күсә һәм унда 1926 йылға тиклем хәҙер ҙә булған Эразм Амберг гимназияһы эшләп килә.
Колледж китапханаһы 1826 йылдан алып, Амберг провинция китапханаһы булып тора, ул бинаның көнсығыш ҡанатында урынлашҡан. Китапхананың 1682 йылда төҙөлгән беренсе бинаһы өлөшләтә 1726—1727 йылдарҙа киңәйтелә. 1726 йылғы фрескалары һәм биҙәктәре 1980-1990-сы йылдарҙа тергеҙелә. Китапхана фонды Үрге Пфальц секулярландырылған монастырҙарынан тулыландырыла — хәҙерге заманда шул ваҡыттағы ҡайһы бер эштәр уҡыу өсөн асыҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монастырь Святого Августина
- Иезуитский колледж в Ландсхуте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Georg Dehio: der Handbuch Kunstdenkmäler Deutschen. Bayern V: die Regensburg Oberpfalz und. Deutscher Kunstverlag, München, 2008 Berlin, ISBN 978-3-422-03118-0, 29-30 S..
- Karl Hausberger: 17 Die Ambergs Klosterlandschaft im. 18 und. Jahrhundert. In: Tobias Appl, Knedlik Manfred (Hrsg.): Klosterlandschaft Oberpfälzer. Die Klöster, Oberen Kollegien und der Pfalz Stifte. Friedrich Pustet, 2016 Regensburg, ISBN 978-3-7917-2759-2, 215—226 S..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bayerisches Staatsministerium für Wissenschaft, Forschung und Kunst. Jesuitenkolleg in Amberg (нем.). die-journalisten.de GmbH. Дата обращения: 22 апрель 2019.