Изабелла I (Кастилия королеваһы)
| Изабелла I | |
| исп. Isabel la Católica | |
| | |
| Тыуған көнө | |
|---|---|
| Вафат булған көнө | |
| Ил | |
| Тормош иптәше | |
| Автограф | |
Изабе́лла I Касти́льская, шулай уҡ Изабелла Католи́чка (исп. Isabel I la Católica; 22 апрель 1451[1][2][3], монастырь Благодатной Девы Марии[d], Мадригаль-де-лас-Альтас-Торрес[d], Королевство Кастилия и Леон[d][5] — 26 ноябрь 1504[3] (53 йәш), Дворец Тестаментарио[d], Медина-дель-Кампо[d], Королевство Кастилия и Леон[d][6]) — Кастилия һәм Леон королеваһы. Фердинанд II Арагонскийҙың ҡатыны, уларҙың династия никахы Испанияны бер дәүләткә берләштереү нигеҙе була[7].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы һәм тәхет вариҫы булыу мәсьәләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кастилия короле Хуан II-нең икенсе никахынан тыуған ҡыҙы.
1454 йылда атаһы үлгәндән һуң, Изабелланың өлкән ағаһы — Энрике IV Кастилия короле була. Нәҫел ҡалдыра алмауы арҡаһында был хакимға «Көсһөҙ» ҡушаматы тағыла.
Король икенсе тапҡыр Жуана Португальскаяға, Афонс V Африканецтың һеңлеһенә, өйләнә. Таралған хәбәрҙәргә ҡарағанда, беренсе туй төнөнән һуң ғиффәтле булып ҡалғандан һуң, Бельтран де ла Куэваны тиҙҙән үҙенең һөйәркәһе итеп тәғәйенләй. Уның ҡыҙы, Хуана бөтәһе тарафынан уйнаш (адюльтер) емеше итеп ҡабул ителә һәм атаһы тип фаразланған кеше хөрмәтенә «Бельтранеха» ҡушаматы ала. Икенсе ҡатыны менән король шулай уҡ айырылыша.
Был факторҙар Король Энрикеның көсһөҙлөгө, королева Жуананың хыянат итеүе һәм уның ҡыҙы Хуананың сығышы шик тыуҙырыуы тәхетте мираҫҡа ҡалдырыу мәсьәләһен көнүҙәк итә. Юғары ҡатлам король Энрикены үҙенең ҡустыһы Альфонсо (XII) Көндәште вариҫы тип атарға мәжбүр итә (Изабелла урта бала була). Король башта Альфонсо уның ҡыҙы Хуана Бельтранехаға өйләнер тип фаразлай, әммә бер аҙҙан фекерен үҙгәртә.
Кортестар, Альфонсоны контролдә тотоп, уны Авилда король тип иғлан итеп, Король Энрике менән көрәшкә инә (Ольмедо янындағы алыш (1467)). Бөтә Кастилия дошманлашҡан ике лагерға бүленә: Төньяҡ провинциялар Энрике яҡлы, көньяҡ провинциялар — Альфонсо яҡлы була. Бер йылдан Һуң 14 йәшендә Альфонсо вафат була, һәм баш күтәреүсе дворяндарҙың өмөттәре Изабеллаға йүнәлтелә. Әммә, ағаһына тоғро ҡалып, уларҙың флиртын кире ҡаға, һәм ул 1468 йылда Гисандо Үгеҙҙәренең Килешеүенә ҡул ҡуя, уның буйынса тәхет вариҫы (Астурия принцессаһы) тип Изабелла таныла, өҫтәүенә король уны теләмәгән никахҡа мәжбүр итмәҫкә яуаплыҡ ала, ә ул ағаһының ризалығынан тыш кейәүгә сыҡмаҫҡа вәғәҙә итә. Шулай итеп, короллектә тотороҡлолоҡ урынлаштырыу һәм яңы граждандар һуғышына юл ҡуймау өсөн, король үҙенең рәсми ҡыҙы Хуана Бельтранеханы иғтибарға алмай. Энрике IV һеңлеһе Изабелланы кейәүгә бирергә тырыша, уға бер нисә кандидат тәҡдим итә, әммә ул уның варианттарын кире ҡаға һәм Фердинандҡа, Арагонский принцына йәшерен кейәүгә сыға.
Фердинанд Арагонский менән никахы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Туй инициативаһы Толед архиепискобы Альфонсо Каррильо де Акуньянан килә. 17 йәшлек Фердинанд менән 1469 йылдың 19 октябрендә, фаразлауҙар буйынса, Вальядолидта никахлашалар (Сеговия Алькасарында төҙөлгәнлеге тураһында ла фараз бар). Никах йәшерен була, Король Энрике уға рөхсәт бирмәй. Кейәүҙең оҙатыу йөрөүсе кешеләре Кастилияға сауҙагәр кейемендә килә. Бынан тыш, кейәү менән кәләш өс туған булғанлыҡтан, папа рөхсәте талап ителә. Кәрәкле уйҙырма документ эшләйҙәр, ә рөхсәт һуңыраҡ алынған. Арагон тәхетенең вариҫы Фердинанд никах килешеүе буйынса Кастилияла йәшәргә, ил закондарын үтәргә һәм Изабелланың ризалығынан тыш бер нәмә лә эшләмәҫкә, шулай итеп, буласаҡ королеваның принц-консорты булырға ризалыҡ бирә.
Был хаҡта белеп ҡалғас, Энрике һеңлеһен килешеүҙе боҙған һәм шуның арҡаһында тәхеттән мәхрүм ителгән тип иғлан итә, Валь де Лосой церемонияһында (исп.) баш. Хуананы вариҫы тип иғлан итә. Һуңынан Энрике һеңлеһе менән татыулашһа ла һәм уның Фернандо менән союзын таныһа ла, Энрике үлгәндән һуң тәхеткә мираҫлыҡ бәхәсле була.
Изабелла 1474 йылдың 13 декабрендә үҙен Сеговияла королева тип иғлан итә, Хуана яҡлылар уның хоҡуҡтарын яҡлап күтәрелә. Шулай итеп, үҙ-ара низағ башлана. Был бәхәскә Португалия короле Афонсу V, Хуана Бельтранеханың ағаһы, ҡыҫыла. Кастилияға дәғүәләрен нигеҙләү һәм законлы королева булараҡ тәхеттә тергеҙеү маҡсатында, 1475 йылда өсөн Хуанаға өйләнә. Әммә, яҡын туған булыуҙары арҡаһында, Рим папаһы Сикст IV был никахты юҡҡа сығара.
Кастилия һәм Арагондың династик унияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изабелла королева итеп иғлан ителгән ваҡытта Фердинанд Арагонда була һәм ул, король түгел, ә королеваның законлы ире тип кенә иғлан ителә. Был уны ныҡ рәнйетә һәм никахтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Сеговия Килешеүенә ҡул ҡуйыу менән, ир менән ҡатын араһында Кастилия короллегендә власть вәкәләттәре мәсьәләһе яйға һалына һәм Фердинанд, киң власть вәкәләттәре алып, ҡатынының хакимдаш-короле була. Кортестар шул уҡ ваҡытта Изабелла дәүләт менән идара итергә тейеш, Фердинанд унда уның ышаныслы вәкиле булараҡ ҡына ҡатнаша ала, вазифаға тәғәйенләү һәм суд хөкөмдәрен сығарыу тураһында акттар ирле-ҡатынлы икеһе исеменән башҡарылырға, уисемдәре тәңкәләргә һуғылырға тейеш, әммә Кастилия менән Леондың ҡаҙнаһы һәм ғәскәре Изабелланың ҡарамағында булырға тейеш.
Шуға ҡарамаҫтан, ике короллек тә автономияһын — уларҙың власть институттары, шулай уҡ башҡа социаль һәм иҡтисади структуралар тулыһынса айырым булыуын һаҡлап ҡала. Кастилияла һәм Арагонда хатта айырым телдә һөйләшәләр.
Португалия менән көрәше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң элек улар тәхетте мираҫ итеп алыу өсөн дауам иткән гражданлыҡ ыҙғыш-талаштарын баҫтыра, был хәл, үҙенең туғаны һәм шул уҡ ваҡытта ҡатыны Хуана Бельтранеханың хоҡуҡтарын яҡлап, Кастилияға Португалия короле Афонсу V-нең баҫып инеүе менән ҡатмарлаша. Был көрәш 1479 йылдың октябренә тиклем дауам итә. Папа Сикста IVнең Афонсу менән Хуананың никахына биргән рөхсәтен юҡҡа сығарған хаты Кастилия тәхетенә дәғүәселәрҙе тулыһынса ҡаҡшата. Өҫтәүенә, Кастилияла алға барыу ынтылыштарының һөҙөмтәһеҙлеген күреп һәм ике тапҡыр (1476 һәм 1479 йылдарҙа) Изабеллаға тоғро Кастилия ғәскәрҙәре тарафынан кире ҡағылғас, Афонсу V солох төҙөргә һәм Кастилия тәхетенә дәғүәләренән баш тартырға ҡарар итә.
Хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡиғаларға бай 30 йыллыҡ батшалыҡ итеү осоронда Изабелла Кастилиялағы король власын бығаса булмаған бейеклеккә күтәрә. Эрмандада индереү менән, Кастилия грандтарының башбаштаҡлығы һәм ҡалаларҙың бойондороҡһоҙлоғо ныҡ сикләнә; кортестар үҙаллылығын юғалта бара һәм король абсолютизмына буйһона. Изабелла ирен бөйөк магистр итеп ҡуйғандан һуң, Кастилияның 3 дини-рыцарь ордены ла (сантиаг, калатрав һәм алькантар) шундай уҡ яҙмыш кисерә. Дини эштәрҙә Изабелла кастилия сиркәүенең рим курияһына бәйлелеген сикләргә һәм уны король абруйына тағы ла нығыраҡ буйһондорорға тырыша.
1492 йыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1492 йыл Изабелла хакимлығы өсөн эпохаль була, уға бер нисә ҙур ваҡиға[8]: Реконкистаның тамамланыуын билдәләгән Гранаданы алыу, Колумбты ҡурсалау һәм Американы асыу, шулай уҡ йәһүдтәрҙе һәм маврҙарҙы Испаниянан ҡыуыу берләшә.
Мәсих булмағандарҙы ҡыуыу һәм испан инквизицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фердинанд һәм Изабелла Бөтә маврҙарҙы һәм йәһүдтәрҙе Испаниянан ҡыуырға бойора[9]. Католицизмға күсеү һөргөндән ҡотолоу мөмкинлеген бирә, әммә 1480 һәм 1492 йылдар араһында динде алмаштырған йөҙҙәрсә кеше (маррандар һәм морисктар) элекке (крипто-иудаизм) дин йолаларын йәшерен үтәүҙә ғәйепләнә һәм ҡулға алына, төрмәгә ябыла, язалауҙарға дусар ителә һәм күп осраҡта Кастилияла ла, Арагонда ла утта яндырыла.
1492 йылда Фердинанд һәм Изабелла сит диндән булғандар өсөн ябыҡ кварталдар булдырырға бойора, һуңынан улар «гетто» исемен ала[10]. Ул ваҡытта ғәҙәти булған был сегрегация йәһүдтәргә һәм мосолмандарға һалымдарҙы һәм социаль сикләүҙәрҙе арттырыу юлы менән баҫымды көсәйтеүгә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә 1492 йылда Альгамбр декреты буйынса испан йәһүдтәре королдәрҙән католик диненә күсеү йәки Испаниянан китеү өсөн дүрт ай кисектереү ала. Ун мең йәһүд Испаниянан Португалияға, Төньяҡ Африкаға, Италияға һәм Ғосман империяһына эмиграциялана. Һуңыраҡ, 1492 йылда, Фердинанд Кастилия һәм Арагонды ташлап киткән йәһүдтәргә хат яҙа, мәсих булып киткән осраҡта ғына, уларҙы Испанияға ҡайтырға саҡыра.
Яңы ерҙәр асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Католик королдәр Христофор Колумб экспедицияһын ебәрә, ул европалылар өсөн Яңы Донъя аса. Колумбтың беренсе экспедицияһы 1492 йылдың 12 октябрендә Багам Утрауҙарына төшөү менән билдәләнә. Ул Гуанахани утрауына төшә һәм уны Сан-Сальвадор тип атай. Артабан (уны Хуана тип атап) Кубаға табан йөҙөүен дауам итә һәм Гаити утрауын аса, уға Эспаньола исемен бирә. Икенсе сәйәхәте 1493 йылда башлана, был юлы ул Кариб архипелагының бер нисә утрауын, шул иҫәптән Пуэрто-Риконы аса. Хәҙер уның төп маҡсаты асылған ерҙәрҙе колонизациялау була, бының өсөн ул үҙе менән 1500-гә яҡын кешене ала. Колумб, Тринидад һәм хәҙерге Венесуэла яр буйҙарын асып, үҙенең һуңғы экспедицияһынан 1498 йылда ҡайта. Был асыштар һәм Америка континентында колонизация һәм яулап алыуҙар бер нисә тиҫтә йылдан Һуң ғына Испанияға ҙур байлыҡ килтерә һәм Испанияны Европаның иң ҡеүәтле дәүләте итеүгә ҙур өлөш индерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Изабелла Колумбтың урындағы халыҡты ҡоллоҡҡа төшөрөү алымдарын уртаҡлашмай һәм яңы асылған ерҙәргә Канар утрауҙарында ҡулланылған подданныйлыҡ практикаһын таратырға теләй.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Изабелла легендар героинянан меланхолик бикле ултырыусыға (затворница) әйләнә. Ул әкренәйә һәм моңһоулана. Берҙән-бер улы Хуан, Астурийский принцы йәш кенә көйө биҙгәктән вафат була, уның балалары ла булмай. Дүрт ҡыҙының өлкәне вафат була, кесеһе алыҫ Англияла, өсөнсөһө — Португалияла, дүртенсеһе, иң матур һәм рухлы Хуанаға яҙмыш ғәҙел булмай, ул аҡылдан яҙған.
Изабелла 1504 йылда вафат була, бөтә биләмәләрен ул ваҡытта уҡ тотороҡһоҙлоғо менән шикләндергән ҡыҙы Хуанаға мираҫ итеп ҡалдыра. Бының өсөөн васыятта махсус шарттар алдан һөйләшеп ҡуйыла.
Гранадала Королева капеллаһына ерләнгән.
Изабелланың холҡо һәм ҡиәфәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изабелла аҡыллылығы, энергияһы, ҡаҡшамаҫ характеры менән билдәле була, ныҡышмалылығы, алланан ҡурҡыуы һәм үҙ-үҙенә ышанғанлығы менән айырылып тора. Ул ваҡытын походтарҙа үткәрә, унда, ат өҫтөндә ултырып, үҙе йыш ҡына отрядтар менән командалыҡ итә, йә секретарҙары менән бергә кабинетта дәүләт ҡағыҙҙарын уҡыу һәм төҙөү менән шөғөлләнә.
Королеваның тышҡы ҡиәфәтендә Трастамара династияһына хас йәшел-зәңгәр күҙҙәре айырыуса айырылып тора. Йөҙөнөң төҫө нескә, сәстәре алтын төҫтә, буйы — уртаса, ә кәүҙә төҙөлөшө бик күркәм булмай. Шуға ҡарамаҫтан, уның ҡиәфәтендә тыумыштан килгән дәрәжәлелек һәм абруйлы бәҫлелек булыуын билдәләйҙәр.
Бала сағын һарайҙан алыҫ үткәргәнлектән һәм уны вариҫ итеп ҡарамағанлыҡтан, ул бик белемле булмай. Уны уҡырға, яҙырға һәм яҡшы манераларға өйрәтәләр. Сигеү уның яратҡан шөғөлө һәм дәүләт эштәренән ял итеү ысулы була. Белем алыуындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә үҙенә күп эшләргә тура килә.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изабелла Астурийская (2 октябрь 1470 — 24 август 1498) — тәүге никахы инфант Афонсу Португальский менән, икенсе никахы артабанғы тәхет вариҫы, атаһы яғынан туған ағаһы Мануэль I Португальский менән.
- Улы (31 июнь 1475).
- Хуан Астурийский (30 июнь 1478 — 4 октябрь 1497) — Маргарита Австрийскаяға өйләнгән.
- Хуана I Кастильская (6 ноябрь 1479 — 12 июнь 1555) — Кастилия королеваһы, ире Матур Филипп, (Маргарита Австрийскаяның энеһе, был никахтар ике яҡлы була).
- Мария Арагонская (29 июнь 1482 — 7 март 1517) — апаһы Изабелла үлгәндән һуң, Мануэль I Португальскийҙың ҡатыны.
- Үле тыуған бала (29 июнь 1482) — Марияның игеҙәк һыңары. Баланың енесе буйынса берҙәм фекер юҡ.
- Екатерина Арагонская (16 декабрь 1485 — 7 ғинуар 1536) — Артурҙың, принц Уэльскийҙың ҡатыны, һуңынан уның туғаны — Генрих VIII Тюдорҙың ҡатыны.
- Португалия королеваһы Мария
Генеалогияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1994 йылда Изабелла I хөрмәтенә Венера планетаһының ҙурлығы буйынса икенсе кратеры Изабелла тип атала
Мәҙәниәттә образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- пьеса Лопе де Вега «Фуэнте Овехуна»
- роман Г. Хаггарда «Прекрасная Маргарет»
- роман Лоренса Шуновера «Крест королевы»
- роман К. У. Гортнера «Клятва королевы», и связанный с ним роман «Последняя королева»
- роман Абеля Поссе «Райские псы»
- роман Фенимора Купера «Мерседес из Кастилии, или Путешествие в Катай»
- романы Виктории Холт «Королева Кастильская» и «Испания для королей»
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Христофор Колумб» (инг.)баш. (Великобритания, 1949). В роли Изабеллы Кастильской — Флоренс Элдридж.
- «Христофор Колумб» (Италия, США, Франция, Германия. 1985). Роль исполняет Фэй Дануэй[11].
- «Реквием по Гранаде» (Испания, Италия. 1990). Сериал. Роль исполняет Марита Маршалл[11].
- «1492: Завоевание рая» (США, Франция, Испания, 1992). В роли Изабеллы Кастильской — Сигурни Уивер[11].
- «Христофор Колумб: Завоевание Америки» (Великобритания, США, Испания, 1992). В роли Изабеллы — Рэйчел Уорд.
- «Безумие любви» (Испания. 2001). Роль исполняет Суси Санчес[11].
- «Фонтан» (США. 2006). Роль исполняет Рэйчел Вайс[11].
- «Исабель» (Испания. 2011—2014) Сериал, в русском прокате назван «Изабелла». В роли Изабеллы Кастильской — Мишель Дженнер[11].
- «Великолепный век» (Турция. 2011—2014) В роли принцессы Изабеллы (прообразом которой стала Изабелла Кастильская) — Мелике Ипек Ялова[11].
Телевидение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Испанская принцесса (Америка, 2019) В роли Изабеллы Кастильской — Алисия Боррачеро
- Белая принцесса (телесериал): в роли Изабеллы — Росси де Пальма
Компьютер уйындарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изабелла I является лидером Испании в дополнении к пошаговой стратегии Sid Meier’s Civilization V: Gods & Kings[12].
- Является лидером Испании в игре Age of Empires III.
- Является лидером Кастилии в игре Europa Universalis IV.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исабелино — королева хөрмәтенә аталған архитектура стиле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 J.R.L. Highfield Isabella I // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- 1 2 Isabella I of Castile // SNAC (ингл.) — 2010.
- 1 2 3 4 varios autores Diccionario biográfico español (исп.) — Real Academia de la Historia, 2011.
- ↑ Kindred Britain
- ↑ https://www.madrigaldelasaltastorres.es/turismo/que-ver-en-madrigal/monumentos/palacio-de-juan-ii/
- ↑ https://www.palaciorealtestamentario.es/sobre-el-palacio/
- ↑ Видео Изабелла I, королева Кастилии
- ↑ П.Вилар. История Испании, М., 2006, с.43
- ↑ アーカイブされたコピー. Дата обращения: 3 апрель 2011. Архивировано 16 апрель 2010 года. Альгамбрский декрет
- ↑ [http://www.libma.ru/istorija/populjarnaja_istorija_evreev/p6.php Часть четвертая. ГЕТТО]
- 1 2 3 4 5 6 7 Reina Isabel I de Castilla (Character). IMDb. Дата обращения: 24 февраль 2017. Архивировано из оригинала 25 февраль 2017 года.
- ↑ Civilization V Civilopedia Online: Civilizations and Leaders. civilopedia.serenity.pw. Дата обращения: 30 апрель 2020. Архивировано 2 май 2020 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изабелла Кастильская // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Портал, посвящённый Изабелле
- Коллекция изображений на Cervantesvirtual.com
- Видео Изабелла I, королева Кастилии
- Изабелла Кастильская Королева-Инквизитор. Документальный фильм
- [http://www.libma.ru/istorija/populjarnaja_istorija_evreev/p6.php
Часть четвертая. ГЕТТО]
Получено слишком много сущностей из Викиданные. Количество загруженных сущностей: 500/500. Ҡалып:Короли Астурии, Леона, Кастилии и Галисии
- 22 апрелдә тыуғандар
- 1451 йылда тыуғандар
- 26 ноябрҙә вафат булғандар
- 1504 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тел өсөн һылтанмалар
- Страницы, на которых превышено число использованных сущностей Викиданных
- Леон хакимдары
- Кастилияның хакимлыҡ итеүсе королевалары
- Арагон королевалары
- Неаполь монархтарының ҡатындары
- Трастамара
- Алтын роза менән бүләкләнгәндәр
- Барселона графинялары
- Кастилия инфанталары (женщины)
- Жирон принцессалары
- Монблан герцогинялары
- Сервера графинялары
- Астурия принцессалары
