Извоз (тау)
Извоз | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 527 м |
Урынлашыуы | |
53°52′55″ с. ш. 59°09′23″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Извоз — Силәбе өлкәһе Верхнеурал районындағы тау. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1987).
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Түбәһендә - ҡая-таштар. Тирә-яғында типик урманлы дала, сауҡалыҡтар йылға буйҙары буйлап ғына таралған. Извоз тауы үҙенең бейеклеге менән генә түгел, ә XX быуаттың 60-сы йылдары башында ултыртылған ҡараңғы-йәшел ҡарағай урманы менән яҡын тирәләге урындарҙан айырып тора. Түбәнең бер битләүендә ағастар менән "Ленин" тип яҙылған.[1]
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үткән быуаттарҙа крәҫтиәндәр ылау менән Магнит тауынан Белорет ҡалаһына мәғдән ташығанда ошо тау буйында ял иткәндәр. Извоз рус теленән тәржемә иткәндә ылау була.
Извоз тауы тарихта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1774 йылдың май айында Е. И. Пугачевтың көрәштәштәре был тауҙа туҡталған. Һуңынан Извоз тауы түбәһендә часовня төҙөлә. Йыл һайын май айында бында Верхнеурал ҡалаһынан тәре һәм иконалар күтәреп, православныйҙарҙың тантаналы йөрөшө үткәрелер булған. Тағы бер часовня Табын Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә ҡуйылған. 1918 йылда Верхнеурал өйәҙендә А. И. Дутовтың ҡораллы формированиелары менән ҡыҙылдар араһында ҡаты һуғыштар була. Иң ҡанлыһы 1918 йылдың 29 июлендә була. Һуңынан алыш булған урында ағастан пирамида ҡуйыла[2].