Изгелек (хәйриә фонды)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Изгелек» хәйриә фонды
Барлыҡҡа килеү йылы

22.11.2011

Урынлашҡан урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө

Әйҙәүсе шәхестәр

Бағыусылар кәңәшмәһе етәксеһе — Рәхимова Рәүфә Гәрәй ҡыҙы,
«Изгелек» хәйриә фонды президенты — Ғилманова Лилиә Наил ҡыҙы

Эшмәкәрлек сфераһы

хәйриә, социаль ярҙам

Хеҙмәттәштәр һаны

4

Слоган

Күкте изгелек менән тултырабыҙ

Веб-сайт

http://izgelek.com/

«Изгелек» хәйриә фонды — коммерцияла булмаған ойошма, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан. 2011 йылдың 22 ноябрендә рәсми теркәлгән, 2012 йылдың ноябрь айынан башлап «Тиҙ ярҙам» дөйөм программа нигеҙендә эшләй[1]. Башҡортостан Республикаһы конкурсы еңеүсеһе[2].

Эшмәкәрлек йүнәлеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Изгелек» хәйриә фонды 2012 йылдың ноябрь айынан башлап «Тиҙ ярҙам» дөйөм программа нигеҙендә эшләй.

Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре:

  1. Башҡортостан Республикаһының 35 йәшкә тиклем ауырыуҙарҙы дауалау өсөн матди хәйриә ярҙамын йыйыу.
  2. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн реабилитация ҡулайламалырын һатып алыу.
  3. Ғәриптәргә, йәтимдәргә, ауыр тормош хәленә ҡалғандарға, оло йәштәге яңғыҙҙарға, күп балалы ғәиләләргә, балалар йорттары һәм приюттарына социаль ярҙам күрһәтеү.
  4. Хәйриә сараларын үткәреү.

Бағыусылар кәңәшмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәүфә Гәрәй ҡыҙы Рәхимова — иҡтисадсы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостанда аҙна һайын бушлай баҫтырылған «ВONUS» гәзите һәм «ProUfu.ru» порталы мөхәрририәте директоры. «Изгелек» хәйриә фонды Бағыусылар кәңәшмәһе рәйесе, "Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика гимназия-интернатын тамамлаусылар ассоциацияһы «Беренсе»" төбәк йәмғиәт ойошмаһы рәйесе.
  • Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева — юғары квалификация категорияһындағы табип—генетик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре.
  • Роберт Нәжип улы Юлдашев — башҡорт музыканты, ҡурайсы. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012). Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.
  • Илһам Зәйнулла улы Йыһаншин — ООО «Технопарк» инженер үҙәге директоры[3].
  • Гөлшат Вәзир ҡыҙы Әхмәҙиева — «Хәүефһеҙлек мәктәбе» Бөтә Рәсәйе балалар һәм үҫмерҙәр йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[4].

Эксперттар кәңәшмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лилиә Наил ҡыҙы Ғилманова — «Изгелек» хәйриә фонды президенты, юғары квалификация категорияһындағы табип, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Әсә һәм бала» медицина үҙәгенең бүлек мөдире[5][6].
  • Нәзир Хәсән улы Хафизов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[5][7][8].
  • Резеда Марат ҡыҙы Ғәлимова — табип, балалар нейрохирургы. Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары<[5][9].
  • Эльвина Тәлғәт ҡыҙы Хөсәинова — юғары квалификация категорияһындағы табип, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы[5].
  • Клара Зәки ҡыҙы Бәхтейәрова — юғары квалификация категорияһындағы табип, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй неврологтары йәмғиәте ағзаһы, «Рассеянный склероз» республика үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш неврологы[5][10].
  • Элзар Муса улы Ғәлләмов — юғары квалификация категорияһындағы табип, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Республика балалар клиник дауаханаһы табип-неврологы[5].
  • Анастасия Радиковна Андреева — журналист, «Изгелек» хәйриә фонды сайты мөхәррире[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Фонд тураһында. c. «Изгелек» хәйриә фонды (2014). Дата обращения: 21 май 2017. 2017 йыл 21 май архивланған.
  2. Определены лучшие НКО в сфере благотворительности. Министерство труда и социальной защиты Республики Башкортостан (официальный сайт) (17 сентябрь 2015). Дата обращения: 21 май 2017. 2018 йыл 29 ғинуар архивланған.
  3. ООО «Технопарк» инженер үҙәге етәкселеге менән бәйләнеш. КОМПЛЕКСНОЕ ПРОЕКТИРОВАНИЕ ЗДАНИЙ И СООРУЖЕНИЙ, АРХИТЕКТУРНОЕ ПРОЕКТИРОВАНИЕ. Дата обращения: 21 май 2017.
  4. Региональные отделения ВДЮОД "Школа безопасности". Общероссийская общественная организация «Российский союз спасателей». Дата обращения: 21 май 2017.(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Эксперттар кәңәшмәһе. «Изгелек» хәйриә фонды. Дата обращения: 21 май 2017. 2018 йыл 23 май архивланған.
  6. ГИЛЬМАНОВА ЛИЛИЯ НАИЛЬЕВНА. «Мать и дитя», группа компаний. Дата обращения: 21 май 2017. 2017 йыл 11 май архивланған.
  7. Хафизов Назир Хасанович. Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». Дата обращения: 21 май 2017.
  8. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай (Рәсми мәғлүмәт порталы). Дата обращения: 18 май 2017.
  9. Администрация. ГБУЗ «Республиканская детская клиническая больница». Дата обращения: 21 май 2017.
  10. Бахтиярова Клара Закиевна. Башкирский государственный медицинский университет. Дата обращения: 26 май 2017. 2017 йыл 26 апрель архивланған.