Эстәлеккә күсергә

Изге Валентин көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1910 йылғы открытка-«валентинка»

Ғашиҡтар көнө (Изге Валентин көнө) — 14 февралдә бөтә донъяла үткәрелгән ғашиҡтар көнө. Был көндә яратҡан һәм ҡәҙерле кешеләргә йөрәк формаһындағы открыткалар — валентинкалар бүләк итеү ҡабул ителгән. Валентинкалар етештереүсе компаниялар үткәргән маркетинг сәйәсәте был байрамды Рәсәйгә бөтә доняъға таратты. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.

Валентинкалар

Беҙҙең эраның 269 йылында Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы Указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. «Законһыҙ өйләнешеүҙәр» тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша.

Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Ауыр мәлдәр һәм үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың февралендә, егет ҡыҙға «Валентиндан» тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн Римдәге Изге Плаксидис сиркәүенә ерләйҙәр, ә ҡапҡаларын «Валентин — ҡапҡалары» тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә.

Был көн бөгөн дә онотолмаған, киреһенсә, халык, бигерәк тә йәштәр араһында киң тарала. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләктәр бирешә, "валентинка"лар менән алмаша.

Изге Валентин байрамының сәскә эмблемаһы — ҡыҙыл рауза. Сөнки, антик легенда буйынса, ҡыҙыл рауза мөхәббәт аллаһы Афродита арҡаһында барлыҡҡа килгән, имеш. Алиһә үҙенең яраланған һөйгәне янына йүгергәндә, аҡ рауза ҡыуағына баҫа һәм энәләренә аяғын йәрәхәтләй. Уның илаһи ҡаны сәскәне ҡыҙыл төҫкә буяй.