Эстәлеккә күсергә

Изге Николай соборы (Любляна)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Николай соборы
Нигеҙләү датаһы 1706
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Николай Чудотворец[d]
Дәүләт  Словения
Административ-территориаль берәмек Любляна[d]
Урын Любляна
Епархия Архиепархия Любляны[d]
Расположено в религиозной территориальной единице Q12807838?
Бағышланған Николай Чудотворец[d]
Архитектор Андреа Поццо[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Мираҫ статусы Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][1]
Рәсми сайт stolnica.com
Святой покровитель Николай Чудотворец[d]
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Ljubljana Cathedral[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Ljubljana Cathedral[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Ljubljana Cathedral[d]
Карта
 Изге Николай соборы (Любляна) Викимилектә

Изге Николай соборыСловенияла Любляна ҡалаһындағы католик собор. Любляна архиепархияһының кафедраль соборы, архитектура ҡомартҡыһы. Изге Николай Мирликийскийға бағышланған.

Собор Кирилл һәм Мефодий майҙанында баш ҡаланың үҙәгендә Любляна ратушаһы бинаһынан һәм ҡала баҙарынан алыҫ түгел урынлашҡан, Заманса бина XVIII быуатта төҙөлгән.

Изгек Николай соборы боронғо роман сиркәүе урынында тора, уның тураһында 1262 йылда телгә алына 1361 йылдағы янғындан һуң, сиркәү барокко стилендә яңынан төҙөлә. 1461 йылда Любляна епархия үҙәге була, ә изге Николай сиркәүе собор статусын ала. Әммә 8 йылдан һуң 1469 йылда сиркәү тағы яна, фараздар буйынса уны төрөктәр яндыра[2]

Яңы соборҙы төҙөү ҡарары XVIII быуат башында ҡабул ителә. Ҡараҙың инициаторы булып декан Янез Антон Дольничар тора, рәссам Анджело Путти эшләгән уның портреты соборҙа һаҡлана. Барокко стилендәге соборҙың проектын данлыҡлы итальян архитекторы Андреа дель Поццо башҡара. Быуат уртаһына сиркәү көмбәҙҙән тыш әҙер була. Сиркәүҙә был осорҙа ялған көмбәҙ урынлаштырыла, ә ысын көмбәҙ тик 1841 йылда ғына төҙөлә.

Соборҙың стеналарында һәм көмбәҙендә 1720 йылдарҙа Джулио Квальо һәм 1840 йылдарҙа Матевж Лангус эшләгән фрескалар айырылып тора. Эске йыһаздарының айырым элементтары интерьерына һуңыраҡ өҫтәлә, XX быуатта соборҙа төп инеү урынының ишектәре ҡуйыла. Шулай уҡ XX быуатта соборҙа епископ кафедраһы һәм суҡындырыу купеле барлыҡҡа килә.