Изге благоверный кенәз Александр Невский сиркәүе (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православный храм
Церковь Святого благоверного князя Александра Невского
280px
Ил Россия
Город Новочеркасск
Конфессия Православие
Епархия Ростовская и Новочеркасская епархия Русской Православной Церкви 
Архитектура стиле Эклектика
Проект авторы Н. Е. Анохин
Төҙөлөшө 18911896 йылдар
Бөгөнгө хәле действующая

1896

Изге ышаныслы кенәз Александр Невский сиркәүе— Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархатына ҡараған Ростов һәм Яңы Черкасск (Новочеркасск) епархияһының Яңы Черкасск (Новочеркасск) ҡалаһындағы православныйҙар сиркәүе.

Адресы: Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Александровская ур., 78А йорт.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1805 йылда, Воронеж һәм Черкасск епискобы Арсений Вознесенский соборына нигеҙ һалғандан һуң, яңы Александро-Невский сиркәүенә урын изгеләндергән (освятил). Төҙөлөш урыны йылдар үтеү менән үҙгәргәнлектән, сиркәү һалына торған урынды рухани Василий Рубашкин яңынан изгеләндергән. Башта сиркәү архитектор Лавопиер проекты буйынса ағастан һалынған. 1810 йылдың 29 июнендә протоиерей Алексей Орловский яңы төҙөлгән ағас сиркәүҙе ышаныслы кенәз Александр Невский хөрмәтенә изгеләндергән.

1822 йылда сиркәү янына изге ыҙа сигеүсе Параскева Пятница хөрмәтенә ағас төкәтмә төҙөгәндәр. Шул уҡ йылдың 26 октябрендә был төкәтмә протоиерий Иаков Мерхалев тарафынан изгеләндерелгән. 1827 йылда ғәскәр атаманы Д. Е. Кутейников Яңы Черкасскта (Новочеркасскта) ағас сиркәүҙе таш сиркәү менән алыштырып һалырға тәҡдим иткән. Д. Е. Кутейниковтың тәҡдиме ҡабул ителгән, сиркәүҙең сметаһы төҙөлгән. 1829 йылда Император Николай I был сметаны хуплай һәм Новочеркасскиҙағы Ғәскәр Вознесенский соборын төҙөп бөтөргәс тә яңы сиркәүҙе төҙөй башларға фарман бирә.

1834 йылда ҡыңғырауҙар манараһы төҙөлгән, 1835 йылда таш нигеҙгә ҡуйылған сиркәү яңынан һалынып бөткән. Сиркәүҙең икенсе төкәтмәһенә миһрап (алтарь) төҙөгәндәр. 1866 йылда Александро-Невский сиркәүенең ағас ҡыйығын тимергә алыштырғандар.

Таш сиркәүҙе төҙөү оҙаҡҡа һуҙылған. 1889 йылда уның яңы проектын Киевтағы Ф. Я. Терещенко утарындағы сиркәү үрнәге буйынса төҙөгәндәр. Проект Ғәскәрҙең наказлы Войсковых Наказым Атаманы кенәз Н. И. Святополк-Мирский тарафынан раҫланған, проекттың үтәлешенә Архиепископ Макарий үҙ фатихаһын биргән.

Яңы сиркәүҙе 1891—1893 йылдарҙа төҙөгәндәр. Ҡаралама вариантын 1893 йылда тамамлағандар. 1894 йылдың йәйендә сиркәүҙең иң бейек көмбәҙенә тәре ҡуйғандар.

Иконалар ҡуя торған мәрмәр плитәне сиркәү старостаһы А. Абрамов үҙ аҡсаһына Мәскәү оҫтаһы Кутыриндан 22 мең һумға эшләткән. 1896 йылдың иконалар өсөн мәрмәр плитәне оҫта эшләп бөтөргән һәм плитә сиркәүҙә үҙенең тәғәйен урынына ҡуйылған. Сиркәүҙең уң яҡ төкәтмәһе Изге ыҙа сигеүсе Параскева Пятница хөрмәтенә төҙөлгән һәм 1897 йылдың 19 октябрендә Архиепископ Афанасий фатихаһы менән изгеләндерелгән. 1899 йылда сиркәүҙең эсе майлы буяу менән буялған, стеналары рәссам Гордиенко тарафынан стена сәнғәте менән биҙәлгән.

Яңы Александр-Невский сиркәүе яңы византия стилендә төҙөлгән, миһрабы ярым түңәрәк формала , ә уның артында христиан руханиҙарының кейем-һалымын ҡуя торған урын (ризница) эшләнгән булған. Сиркәү бер юлы 1.500 кешене һыйҙырған.

Александр Невский сиркәүенә индерелгән сиркәүҙәр:

  • Таш Александр Невский бәләкәй сиркәүе (1882), хәҙергә тиклем һаҡланмай ҡалған.
  • Дон артиллерияһы лагеры сиркәүе (1897).
  • Новочеркасск почта контораһына ҡаршы төҙөлгән бәләкәй сиркәү (хәҙер Платовскийҙағы элемтә бүлеге).
Донда граждандар һуғышы тамамланғандан һуң Александр Невский сиркәүе ябылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уны яңынан асҡандар, ә 1960 йылда тағы ла япҡандар.

70-cе йылдарҙа сиркәү бинаһында планетарий асыу өсөн реставрация эштәре алып барғандар.1990-сы йылдарҙа сиркәү яңынан үҙенең эшен башлап ебәргән. 1995 йылдың 12 мартында ҡыңғырауҙар манараһына яңы ҡыңғырауҙар ҡуйғандар.

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Донская Церковная Старина», вып. 2-й, 1909 г., стр. 31.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]