Изге һыу
Изге һыу (өшкөртөлгән һыу, агиасма (от грек. Αγίασμα — «изге» (святыня))) — Ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында ҡорамда изгеләштерелгән һыуҙың исеме[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Христианлыҡта изгеләндерелгән һыуҙы ҡулланыу II быуатҡа барып тоташа. Изге риүәйәттәргә ярашлы, Рим папаһы Александр I йорттарҙы изгеләндереү йолаһын индерә[2]. Йортто таҙартыу маҡсатында һыу бөркөү «Апостол Петрҙың ғәмәлдәре» апокрифтарында телгә алына[3]. Суҡындырылыуға тиклем һыуҙы изгеләндереү II быуат аҙағынан — III быуат башынан билдәле[4]. Изгеләндерелгән һыу тураһында Епифаний Кипрский IV быуаттың 70-се йылдарында яҙылған «Ересейға ҡаршы» йәки «Панарион» тигән хеҙмәтендә телгә ала[5].
Богоявление көнөндә алынған һыуҙы хөрмәт итеү йолаһы Александрия сиркәүендә тәүге тапҡыр үткәрелә, һуңынан был байрамды башҡа сиркәүҙәрҙә лә билдәләй башлайҙар. Ошо уҡ традицияны Иоаан Златоуст та тасуирлай. 387 йылда раббының Антиохияла үткәрелгән байрамға вәғәзендә ул былай тип яҙа: «Был байрамда төн уртаһында бөтәһе лә, һыу алғас, уны өйөнә алып ҡайта һәм йыл буйына һаҡлай, сөнки бөгөн һыуҙар изгеләндерелгән. Был һыуҙың сифаты ваҡыт үтеү менән боҙолмай; киреһенсә, бөгөн алынған һыу йыл буйына, йыш ҡына ике йәки өс йыл боҙолмай һәм саф ҡала»[6].
Иоаан Златоуст һыу өҫтөндә бер ниндәй ҙә доға ҡылыу тураһында хәбәр итмәй. Барлыҡ теләүселәр ҙә һыуҙы урындағы сығанаҡтарҙан ғына йыя, уның изгелеге доға ҡылыуҙа түгел, ә Богоявленск байрамында алыныуы мөһим. Байрам төнөндә ғибәҙәтхана янындағы теләһә ниндәй сығанаҡтан йыйылған һыу изгеләндергән һыу тип һаналған[6].
VVI быуаттар сигендәге сиркәү тарихсыһы Феодор Чтец һыуға доға ҡылыу йолаһын Петр Гнафест уйлап «сығарған»[7]. Быны XIV быуатта Византия сиркәүе тарихсыһы Никифор Каллист Ксанфопул раҫлай[8].
Православие сиркәүендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Православие сиркәүендә һыу изгеләндереүҙең бер нисә төрө ҡулланыла[9]:
- Бөйөк изгеләндереү — 5 (18) ғинуарҙа башҡарыла, ә икнсе көнөндә Богоявление байрамы үткәрелә. Был көндә һыуҙы изгеләндереү һыу ятҡылығына тәре менән барғандар. Бындай һыуҙы махсус доғанан һуң һәм ас килеш кенә эсергә рөхсәт ителә.
- Ҡыҫҡартылған бөйөк изгеләндереү
Өшкөртөлгән һыу башҡорттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һарайҙа мал үрсем ала алмаһа, өшкөртөлгән һыуҙы стенаға һирпеп сығырға кәрәк[10].
"Һыуҙан таҙа булып булмаҫ", "Һыуҙан оло булма", "Эскән һыуыңа төкөрмә" тиҙәр мәҡәлдәр ҙә. Ғалимдар өшкөртөлгән һыу составын тикшереп, доға уҡылған һыу структураһының бик матур йондоҙ формаһында булғанын асыҡлайҙар. Шуға ла изге ниәт менән өшкөртөлгән һыуҙар ауырыуҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай икән. Зәмзәм һыуы бер ҡасан да иҫкермәй. Был бит иҫ киткес мөғжизә![11].
|
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Святая вода . Дата обращения: 22 ғинуар 2017. Архивировано 2 февраль 2017 года.
- ↑ (Казбекова Е. В. Александр I (папа римский) // Православная энциклопедия. Том I. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2000. — С. 505-506. — 752 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-89572-006-4)
- ↑ The apocryphal acts of Paul, Peter, John, Andrew and Thomas by Bernard Pick, Chicago: Open court pub., 1909, p. 87
- ↑ (Ҡалып:ПЭ)
- ↑ «Рождество Христово, без сомнения, произошло 11-го тиби (по египетскому календарю, по юлианскому это 6 января, то есть день праздника Богоявления[1].— свящ. М. Ж.)… И в то же 11-е число, но тридцать лет спустя, случилось первое знамение в Кане Галилейской, когда вода стала вином. Поэтому во многих местах вплоть до настоящего времени повторяется случившееся тогда Божественное знамение во свидетельство неверующим, что подтверждают превращающиеся в вино воды источников и рек во многих местах. Например, источника в городе Кибира в Карийской области… а также и источника в Герасе Аравийской. Мы сами пили из кибирского [источника,] а наши братья — из герасского… А многие [братья] из Египта свидетельствуют то же самое и о [реке] Нил. Потому-то 11-го тиби по египетскому [календарю] все и набирают воды и затем хранят её — и в самом Египте, и в других странах» // http://www.pravoslavie.ru/76587.html. 2020 йыл 19 ғинуар архивланған. Происхождение и содержание чина великого освящения воды на праздник Богоявления
- ↑ 6,0 6,1 Происхождение и содержание чина великого освящения воды на праздник Богоявления . Дата обращения: 20 ғинуар 2016. Архивировано 19 ғинуар 2020 года.
- ↑ Theod. Lect. Hist. II. 48 // PG 86. Col. 208—209.
- ↑ Niceph. Callist. Eccl. Hist. XV. 28 // PG 147. Col. 84.
- ↑ Освящение воды . Дата обращения: 1 февраль 2016. Архивировано 9 август 2017 года.
- ↑ [1]
- ↑ Бөгөн - Бөтә донъя һыу көнө
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Водоосвящение // Православная богословская энциклопедия. — Т. 3. — Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник» за 1902 год.
- Вода / Виноградова Л. Н. // Славянские древности: Этнолингвистический словарь : в 5 т. / под общ. ред. Н. И. Толстого; Институт славяноведения РАН. — М. : Межд. отношения, 1995. — Т. 1: А (Август) — Г (Гусь). — С. 386–390. — ISBN 5-7133-0704-2.
- Вода святая // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Мельник А. Г. Вода в христианских сакральных практиках Древней Руси конца X-XVII веков // Святая вода в иеротопии и иконографии христианского мира / ред.-сост. А.М. Лидов. — М.: ООО "Феория", 2017. — С. 496—520. — ISBN 978-5-91796-061-6.
- А. Плюшар. Энциклопедический лексикон, том 1. — Типография А. Плюшара; С.-П., 1835 — с. 157 (Агіасма).
- Православная энциклопедия. Статья «Агиасма»
- Книга:Историко-бытовой словарь русского народа|Святая вода|605
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иорданское водосвятие: великое освящение воды
- О святой воде // Православие.Ru
- Святая вода: церковные традиции и околоцерковные суеверия // Православие и мир
- Водосвятие. 2013 йыл 17 ғинуар архивланған. // Российский Этнографический Музей
- «Святая» вода и «освященные» яйца долго не портятся. Можно ли это объяснить обычными причинами?
- А. Охоцимский. Святая вода и Реформация. Очерк истории святой воды в западном христианстве 2023 йыл 25 март архивланған..