Эстәлеккә күсергә

Изотова Галина Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изотова Галина Сергеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 май 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Череповец, Вологда өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты
Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Дуҫлыҡ ордены орден Александра Невского благодарность Президента Российской Федерации Почётная грамота Правительства Российской Федерации
 Изотова Галина Сергеевна Викимилектә

Изотова Галина Сергеевна (3 май 1960 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты (2007 йылдан), «„Кредит гарантиялары агентлығы“ банкка ҡарамаған депозит-кредит ойошмаһы» АЙ идара рәйесе" (рус. АО «Небанковская депозитно-кредитная организации "Агентство кредитных гарантий"»). Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Галина Сергеевна Изотова 1960 йылдың 3 майында РСФСР-ҙың Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында тыуған.

1977 йылдан алып 1997 йылға тиклем банк сфераһында эшләй, шул иҫәптән 1992—1997 йылдарҙа Череповецтағы АКБ «Соколбанк» Идаралағы рәйесе була[1].

1983 йылда Н. А. Вознесенский исемендәге Ленинград иҡтисади-финанс институтын тамамлай[1].

1997 йылдан алып 2007 йылға тиклем Вологда өлкәһенең финанс департаментында хеҙмәт итә, хөкүмәт ағзаһы һәм өлкә губернаторының беренсе урынбаҫары вазифаларын башҡара[2].

2001 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай[1]. «Төбәк бюджет системаһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ысулдары» (рус. «Методы обеспечения безопасности бюджетной системы региона») темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2006 йылда Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].

2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Федерация эштәре һәм Дәүләт думаһының төбәк сәйәсәте буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары була[1].

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ күрһәтә. 2010 йылда Социаль эшҡыуарлыҡ сфераһында төбәк проекттар конкурсының эскперт советына керә[3]. 2012 йылдың ноябрендә «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән берлектә Түбәнге Новгород ҡалаһында Изотова «Социаль эшҡыуарлыҡ — Волга буйы федераль округында социаль мәсьәләләрҙе сисеү маҡсатындағы иҡстисади эшмәкәрлектең айырым төрө» (рус. «Социальное предпринимательство — особый вид экономической деятельности в целях решения социальных задач в ПФО») түңәрәк өҫтәл ултырышын ойоштора. Уның маҡсаты булып Волга буйының төбәктәренең, хужалыҡ итеүсе субъектарының, бизнес-элиталарҙың, йәмәғәттең иғтибарын социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтеү булып торған[4].

  1. 1 2 3 4 5 Изотова Галина Сергеевна. Дата обращения: 29 май 2015.
  2. Коптюбенко Д., Рубин М., Забавина Ю. Агентство кредитных гарантий может возглавить экс-банкир Галина Изотова. РБК (6 май 2014). Дата обращения: 29 май 2015. 2015 йыл 30 май архивланған.
  3. Изотова Галина Сергеевна. «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды. Дата обращения: 29 май 2015.
  4. Аппарат приволжского полпреда поддержит проекты социального предпринимательства в регионах ПФО (15 ноябрь 2012). Дата обращения: 30 май 2015.