Изотов Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Изотов Алексей Николаевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 26 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

Изотов Алексей Николаевич (1973 йыл 26 апрель) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты ағзаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Николаевич Изотов 1973 йылдың 26 апрелендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған. 1992 йылда Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжын тамамлай, колледжды тамамлап урта-техник белем алғандан һуң Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә һәм 1997 йылда уны «Менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында белемен күтәрә. 1997—1999 йылдарҙа «Башкредитбанк» банкында эшләй. 1999—2000 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сбербанкының Башҡортостан филиалында кредит бүлеге баш иҡтисадсыһы, кредитлау секторы начальнигы булып эшләй. 2000 йылдан алып 2004 йылға тиклем — «Башкиргазинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урынбаҫары, башҡарма директоры, директоры. 2004 йылда Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводына башҡарма директор, ә 2007 йылда заводтың генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдың мартында 28-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының IV саҡырылыш депутаты итеп һайлана[2].

2010 йылдың октябрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры вазифаһына контракт буйынса тәғәйенләнеү менән бәйле[3], үҙенән заводтың генераль директоры вазифаһын һәм депутат вәкәләттәрен һала. 2012 йылдың ноябрендә ике йыллыҡ контракт ваҡыты үткәндән һуң, А. Н. Изотов Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡала округы советы ҡарары менән йәнә ҡала башлығы итеп тәғәйенләнә[4].

2016 йылдың сентябрендә VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа үҙенең кандидатураһын ҡуя, һайлау һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ 8-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[5].

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019 йылдан 2016 йылға тиклем VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен башҡарыу ваҡытында, 42 закондар сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проектына төҙәтмәләр авторҙашы була[6].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн»[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Изотов Алексей Николаевич  (рус.). Государственная Дума. 5 декабрь 2018 тикшерелгән.
  2. Изотов, Алексей Николаевич. ТАСС. 5 декабрь 2018 тикшерелгән.
  3. В Стерлитамаке (Башкирия) избран новый мэр. ИА REGNUM. 5 декабрь 2018 тикшерелгән.
  4. Главой администрации Стерлитамака назначен Алексей Изотов. ufa.mk.ru. 5 декабрь 2018 тикшерелгән.
  5. Постановление Центральной избирательной комиссии Российской Федерации от 23 сентября 2016 г. N 56/541-7 г. Москва "Об установлении общих результатов выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации седьмого созыва". Российская газета. 5 декабрь 2018 тикшерелгән.
  6. Объекты законотворчества :: Система обеспечения законодательной деятельности. sozd.duma.gov.ru. 3 август 2019 тикшерелгән.
  7. Бывший мэр Стерлитамака Алексей Изотов награжден знаком «За заслуги перед городом»  (рус.). Стерлеград - новости Стерлитамака, Уфы, Республики Башкортостан (Башкирии), России. 5 декабрь 2018 тикшерелгән.