Израилдә 2013 йылғы парламент һайлауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

2013 йылда Израилдә Кнессеттың 19-сы саҡырылышы һайлауы үткәрелергә тейеш. Һайлауҙың тәүге датаһы 2013 йылдың 22 Ҡарағайы булырға тейеш ине, әммә Израилдең Премьер-министры Биньямин Нетанъяһу 2012 йылдың 15 Ҡарағай көнөндә Кнессетты таратып ебәрҙе, шуға күрә ваҡытынан алдағы Кнессет һайлауы 2013 йылдың 22 ғинуарында үткәреләсәк.

"Кнессетты таратып ебәреү тураһында"ғы законға Биньямин Нетанъяһу 2012 йылдың 15 Ҡарағай көнөндә ҡул ҡуйҙы. Парламент ағзаларынан 100-ө риза булды, ҡаршы һәм икеләнеүселәр булманы[1].

Һайлауҙа ҡатнашыусы фирҡәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кнессеттың 18-се саҡырылышына үткән фирҡәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ликуд[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ликуд фирҡәһен хәҙерге Израиль Премьер-министры, Биньямин Нетанъяһу, етәкләй. 2012 йылдың 31-се ғинуарында фирҡәлә эске һайлау үткәрелгән, унда Премьер-министр өсөн 76,8% тауыш биргән, шуға күрә ул фирҡәне етәкләргә дауам итә һәм фирҡә исемлегендә 1 һаны менән билдәләнә[2][3].

Кнессеттың 19-се саҡырылышы һайлауында ҡатнашыусы депутаттар исемлеге 2012 йылдың 25 ноябрь көнөндә тауыш биреү менән раҫланды[4]. Хәҙер ул исемлек 20 кешенән тора[5].

Исраэль Бейтену (Йортобоҙ — Израиль)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исраэ́ль Бейте́ну фирҡәһен Авигдор Либерман етәкләй. 2012 йылдың 25 октябрендә Ликуд һәм БИ фирҡәләре һайлауҙа берҙәм исемлек менән ҡатнашырға ризалашты[6].

Кадима (Алға)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кади́ма фирҡәһен Шауль Мофаз етәкләй. 2012 йылдың 27 мартында "Кадима" фирҡәһендә эске һайлау үткәрелде[7], унда Шауль Мофаз өсөн 62,3% тауыш бирҙе[8].

2012 йылдың 15 октябрендә Кадима фирҡә исемлеген эске тауыш биреү аша төҙөлөүҙән баш тартты һәм исемлекте төҙөлөү өсөн махсус комиссияны ойошторҙо, тип иғлан итте[9].

Авода (Хеҙмәт фирҡәһе)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Авода́ фирҡәһен Шели Ехимович етәкләй. Фирҡәләге эске тауыш биреүҙең икенсе өлөшөндә уның өсөн 54,2% тауыш бирҙе[10]. Кнессеттың 19-се саҡырылышы һайлауында ҡатнашыусы депутаттар исемлеге, Шели Яхимович иғланы буйынса 2012 йылдың 27 ноябрендә төҙөлөргә тейеш ине[11].

ШАС (Тораны тотоусы сефардтарҙың бөтә донъя берләшмәһе)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ШАС фирҡәһен Эли (Элияһу) Ишай етәкләй. 2012 йылдың октябрь айында Арье Дери сәйәсәткә ҡайта тип иғлан итте[12], шуның өсөн Эли Ишай менән бергә фирҡәне Арье Дери һәм Ариэль Атиас етәкләйәсәк[13].

Фирҡәнең идара итеүсе органы — Тора Хәкимдәре Шураһы, ул Кнессет һайлауында ҡатнашыусы депутаттарын һайлаясаҡ.

Ам шалем (Берҙәм халыҡ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ам Шалем фирҡәһенә ШАС хәрәкәтенән сыҡҡан раввин Хаим Амсалем нигеҙ һалған. Ул "ШАС-тың идарасыларын, сефард ультраортодокс общинаһын һәм ғөмүмән харедиҙарын тәнҡитләй" тип иғлан итә[14][15].

Ацмаут (Бейһеҙлек)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацмау́т фирҡәһен Авода фирҡәнең элекке етәксеһе Эһуд Бараҡ етәкләй. Электораль барьеры үтеүенә бәйле ҡыйынлыҡтар сәбәпле, Ацмаут фирҡәһе Ликуд менән блокҡа инә ала, ошо осраҡта бер нисә Хөкүмәт министры Ацмаут фирҡәһенән буласаҡ[16][17][18].

Яһадут һа-Тора (Тора йәһүҙилеге)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яһадут һа-Тора блокын Яаков Лицман һәм Моше Гафни етәкләй. Был сәйәси блок 2 ашкеназ дини фирҡәләрен тора: беренсеһе, Агудат Исраэль, поляк ортодокс йүнәлтәһе фирҡәһе булып һанала, ә икенсеһе, Дегель һа-Тора, литвак дини фирҡәһе. Киң мәғлүмәт сараларында блокты юҡҡа сығыу тураһында белдереүҙәргә ҡарамаҫтан, фирҡә етәкселәре уны раҫламай[19].

Һа-Ихуд һа-Леуми (Милли берҙәмлек) һәм Һа-Байит һа-Йеһуди (Йәһүд йорто)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кнессеттың 18 саҡырылышы ваҡытында үк был ике фирҡә яҡынлаша башланы һәм берләштерә тейеш ине[20]. Фирҡәләр берләштерелмәгән, әммә фирҡәләр араһында ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул турала һөйләшеүҙәр дауам ителә[21][22][23].

"Йәһүд йорто" хәрәҡәтенең етәксеһе һайлауы 2012 йылдың 6 ноябрендә, ә фирҡә исемлеген төҙөү 13 ноябрендә ойорошторолорға тейеш ине[24].

2012 йылдың 29 ноябрендә фирҡәләр Кнессет һайлауында ҡатнашыусы депутаттарын берҙәм исемлеген төҙөргә килеште[25].

Оцма ле-Исраэль (Израилгә көс)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һа-Ихуд һа-Леуми һәм Йәһүд йорто фирҡәләре берләштерелгәндән һуң, Кнессеттың бер нисә ағзаһы (Михаэль Бен-Ари, Барух Марзель һәм Итамар Бен-Гвир) Кнессет һайлауында айырым исемлек булараҡ ҡатнашыр тип иғлан итте. Был исемлеккә Оцма́ ле-Исраэ́ль исеме бирелгән. Ул исемлеккә һа-Тиква фирҡәһе етәксеһе Арье Эльдад та ҡушылды.

2012 йылдың 13 ноябренән билдәле булғанса, Арье Эльдад Оцма ле-Исраэль исемлегендә беренсе булыр, икенсеһе — Бен-Ари, артабан Марзель, Арье Кинг һәм Бен-Гвир килер[26].

Мерец (Энергия)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мерец — Яңы Хәрәкәт фирҡәһен Заһава Гальон етәкләй (эске тауыш биреү 2012 йылдың 7 февралендә үткәрелгән)[27]. Һайлауҙа ҡатнашыусы депутаттар 2012 йылдың 11 ноябрендә һайланырға тейеш ине[28].

Хадаш һәм ИКФ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың 10 ноябрендә блок пленумында һайлауҙа ҡатнашыусы депутаттар һайланды. Блокты яңынан Мөхәммәт Бәрәкә етәкләйәсәк, исемлектә икенсе урын Хәнә Сәүидгә, өсөнсөһө — Дов Ханинға бирелде. Блок ағзаларын күпселеге исемлектә ҡатындар өсөн урын ҡалыуға риза булды.

Мөхәммәт Бәрәкә һәм Хәнә Сәүид иғлан итеүенсә, Кнессеттағы коммунистар традицияһын дауам итеү өсөн, улар үҙ мандаттарын ярым срок ваҡытына ҡатындарға бирәсәк[29][30].

Кнессеттың 18-се саҡырылышына үтмәгән фиркәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еш Атид (Киләсәк бар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың апрель айында журналист Яир Лапид Еш Атид фирҡәһенә нигеҙ һалынған. Был фирҡә центрист фирҡәһе буласаҡ тип иғлан итә ул[31].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. חוק פיזור הכנסת עבר בקריאה שנייה ושלישית, פנחס וולף, אתר «וואלה! חדשות».  (йәһ.)
  2. מרכז הליכוד אישר יוזמת נתניהו להקדמת הפריימריז, אטילה שומפלבי, אתר «ynet».
  3. אריק זיו, תוצאות הבחירות הסופיות, אתר «ליכודניק».
  4. הפריימריז בליכוד ייערכו ב-25 בנובמבר, יובל קרני וצביקה ברוט, אתר «ynet».
  5. ליכוד בלי מרידור ובגין: «איכות הרשימה נפגעה», יובל קרני ומורן אזולאי, אתר «ynet».
  6. Партии «Ликуд» и «Наш дом — Израиль» договорились пойти на досрочные выборы в кнессет единым списком.
  7. פנחס וולף, יו"ר קדימה הודיעה כי הפריימריז לראשות המפלגה יתקיימו ב-27 במרץ, אתר «וואלה! חדשות».
  8. שאול מופז זכה ל-23,987 מהקולות, אתר «וואלה».
  9. קדימה אישרה פה אחד את ביטול הפריימריז; תוקם ועדה מסדרת
  10. פנחס וולף, יחימוביץ' ניצחה בפריימריז לעבודה בפער גדול, אתר «וואלה! חדשות».
  11. יחימוביץ': הפריימריז לעבודה — ב-27.11, אריק בנדר, אתר «nrg מעריב».
  12. Арье Дери возвращается в политику
  13. עקיבא נוביק, אריה דרעי: «חזרתי הביתה, תודה לאלי ישי», אתר «ynet».
  14. В партии «Ам Шалем» теперь тоже есть свой генерал. — Zman.com сайтында мәҡәлә  (рус.) (02.11.2012).
  15. Опрос «Гаарец»: левые теряют позиции, альтернативы Нетаниягу нет, newsru.co.il (28 ноября 2012 г.). 29 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  16. פנחס וולף, ה"דיל" של נתניהו: הרחבת הרשימה תביא לשריון ברק?, אתר «וואלה! חדשות».
  17. פנחס וולף, נתניהו: «בהן צדק, מעולם לא הבטחתי לברק שריון», אתר «וואלה! חדשות».
  18. אטילה שומפלבי, נתניהו לסיעה: ברק לא שוריין וגם לא יוצנח לליכוד, אתר «ynet».
  19. חיים משי, ליצמן על «דגל התורה»: הולכים יחד, אתר «אנ»ש".
  20. מגעים לאיחוד בין הבית היהודי לאיחוד הלאומי, יצחק טסלר, אתר «nrg מעריב».
  21. אריק בנדר, הבית היהודי והאיחוד הלאומי מתאחדות, אתר «nrg מעריב».
  22. תומר ניר, לראשונה בתולדותיה תקיים סיעת הבית היהודי-המפד"ל פריימריז, אתר «סרוגים».
  23. אריה יואלי, האיחוד הלאומי: אצלנו בשום אופן לא יהיה פריימריז, אתר «סרוגים».
  24. הבית היהודי: הבחירות ליו"ר ולרשימה לא יאוחדו
  25. Еврейский дом объединился с Ихуд леуми. — Zman.com сайтында мәҡәлә  (рус.) (29.11.201).
  26. מפלגה חדשה לאלדד ובן ארי: «עוצמה לישראל»
  27. גיל לנדאו, פריימריז במרצ: גילאון מול גלאון בהתמודדות על ראשות המפלגה, אתר «עניין מרכזי».
  28. הודעת ועדת הבחירות המרכזית על מועד בחירת רשימת מרצ לכנסת ה-19, אתר הבית של «מרצ».
  29. אין חדש בחד"ש || 4 המקומות הראשונים ברשימה ללא שינוי
  30. חד"ש: 800 צירים בחרו במוחמד ברכה לראשות הרשימה
  31. פנחס וולף כיצד קוראים למפלגתו החדשה של יאיר לפיד? ואללה, 29.4.12 (Пинхас Вольф, «Как называется партия Яира Лапида?», Walla (29.4.12)).  (йәһ.)