Израиль
|
|||||
| Гимн: Израиль Дәүләтенең гимны (тыңларға ) | |||||
| Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 5 ияр 5708/14 май/һабанай 1948 | ||||
| Рәсми телдәр | Йәһүд теле, ғәрәп теле | ||||
| Баш ҡала | Иерусалим | ||||
| Иң ҙур ҡалалары | Иерусалим, Тель-Авив, Яффо, Хайфа | ||||
| Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
| Президент Премьер-министр |
Шимон Перес Беньямин Нетанъяһу |
||||
| Территория • Барыһы • % һыу. |
143 урын 20 070/22 072[1] км² 2 |
||||
| Халыҡ • Барыһы (2009) • Тығыҙлыҡ |
96 урын 8 051 200 мең кеше 337 кеше/км² |
||||
| ЭТП • Бөтәһе (2008) • Кеше башына |
55 урын 2,223 трлн. [2] $ 9612[2] $ |
||||
| Валюта | Яңы Израиль шекеле | ||||
| Телефон коды | +972 | ||||
| Сәғәт бүлкәте | UTC +2 йәй UTC +3 | ||||
Изра́иль, рәсми исеме — Израиль Дәүләте, йәһ. מדינת ישראל, ғәр. دَوْلَةْ إِسْرَائِيل — көньяк-көнбатыш Азиялағы, Урта диңгеҙҙең көнсығышындағы дәүләт. Төньяҡтан Ливан, төньяҡ-көнсығыштан Сүриә, көнсығыштан Иордания, көньяҡ-көнбатыштан Газа секторы менән сиктәш.
1948 йылдың 14 майында (5708 йылдың 5 ияре) БМО Генераль Ассамблеяһының 1947 йылдың 29 ноябрендә ҡабул ителгән №181 резолюцияһы нигеҙендә иғлан ителә.
Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына ярашлы Израиль йәһүд дәүләте[3][4]. Шул уҡ ваҡытта Израиль күп милләтле һәм демократик дәүләт, йәһүдтәр менән башҡа этник төркөмдәр диненә ҡарамай тигеҙ хоҡуҡҡа эйә: мосолман-ғәрәптәр, христиан-ғәрәптәр, друздар, бәҙүәндәр, самариттәр, черкестар һ.б. Айырым алғанда друз һәм күсмә ғәрәптәр депутаттары, ғәрәп фирҡәһе һәм депутаттары Кнессетта урын алған[5].
Йөкмәткеһе
Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуңғы өс мең йыл буйы "Израиль" һүҙе Израиль ере (Э́рец-Исраэ́ль) һәм йәһүд халҡы тигәнде аңлата. Был һүҙҙең сығанағы Йәшәйеш Китабында (Книга Бытия), унда нәҫел башлығы Яаков (христиан традицияһы буйынса Иаков) Аллаһ менән көрәшкәс Израиль исемен алыуы тураһында яҙылған. Һүҙҙең мәғәнәһенә төрлө аңлатма бирелә. Берәүҙәр сара һүҙенән килеп сыҡҡан тип, идара итеүсе тигән мәғәнә бирә. Тағы "Аллаһ принцы", "Эль (йәғни Аллаһ) көрәше" тигән аңлатмалар бар. Һүңынан Иаковтан таралған йәһүд халҡын "Израиль балалары" йәки "Израиллеләр" тип атайҙар. Израиль һүҙен беренсе телгә алыу Боронғо Мысыр территорияһының Мернептах стенаһында (XIII быуат аҙағы б.э.т.) табылған, бында ил тураһында түгел, халыҡ тураһында яҙылған. Хәҙерге дәүләт «Медина́т Исраэ́ль» (Израиль дәүләте) тип аталған булған. Э́рец Исраэ́ль, Сион, Иудея тигән исемдәрҙә ҡарала, әммә ҡабул ителмәй. Үҙаллылыҡтың беренсе көндәренән үк хөкүмәт граждандарҙы исраэли́м "израиллеләр" тип атай. Был һүҙҙе беренсе тапҡыр Израиль тышҡы эштәр министры Моше Шарет ҡуллана.
Сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төрлө сәбәптәр менән Израиль үҙ сиктәрен билдәләүҙән баш тарта[6]; Израиль юристәре ил сиге мәжбүри дәүләт элементы түгел тип иҫәпләй[7]. Израиль ерҙәре бер нисә төрлө билдәләнә:
- Генераль ассамблеяһының 1947 йылдын 29 ноябрендә ҡабул ителгән 181 һанлы резолюцияһында күрһәтелгән йәһүд дәүләтенең сиктәре берҙән-бер халыҡ-ара хоҡуҡи документ булып тора. Был резолюцияны ғәрәп илдәре танымай һәм ҡабул итмәй.
- Бөгөнгө көндә Израиль контролендә, Алты көнлөк һуғышта баҫып алынған, 27 799 км² майҙанлы Иордан йылғаһының көнбатышындағы Палестина милли администрацияһы керә.
Физик-географик характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Израиль көньяҡ-көнбатыш Азияла урынлашҡан, көнбатыштан Урта диңгеҙ, көньяҡтан Ҡыҙыл диңгеҙ менән йыуыла, көнсығышында ил сиге Иордан йылғаһы буйлап 1949 йылғы «Йәшел һыҙыҡ» булап үтә.
Геология һәм рельеф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҙур булмаған территорияһына ҡарамаҫтан Израиль рельефы төрлөлөгө менән айырылып тора: көньяғындағы Негев сүллегенән алып, төньяғындағы Галилей, Кармель һәм Голан тау теҙмәләренә тиклем. Көнсығышында Иордан далаһы урынлашҡан. Үле диңгеҙҙең көньяғында Арава сүллеге, Ҡыҙыл диңгеҙҙең Эйлат ҡултығы урынлашҡан.
Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Берләшкән милләттәр ойошмаһы һәм күпселек дәүләттәр тарафынан беренсе һан дөрөҫ тип танылған, 1949 йылғы үҙаллылыҡ өсөн һуғыштан һуң суверенитет ошо сиктәрҙә булдырылған. Икенсе һан Израилдең рәсми ҡағыҙҙарында ҡулланылһа ла, БМО уны дөрөҫ тип танымай.
- ↑ 2,0 2,1 Халыҡ-ара валюта фонды
- ↑ Декларация Независимости Израиля — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (урыҫ.)
- ↑ Israel (инг.). Country Report. Freedom House (2007). 22 июня 2008 тикшерелгән.
- ↑ Демократический фронт за мир и равноправие (ХАДАШ). государство Израиль (2008). 1 июля 2008 тикшерелгән.
- ↑ «Планы раздела Палестины» — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (урыҫ.)
- ↑ Конституционное право зарубежных стран. Под общей редакцией члена-корреспондента РАН, профессора М. В. Баглая, Ю. И. Лейбо и Ф. М. Энтина. М., 2008, стр. 1023.
| Азия илдәре | ||
|---|---|---|
|
Афғанстан · Бангладеш · Бахрейн · Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре · Бруней · Бутан · Вьетнам · Грузия* · Израиль · Индонезия · Иордания · Ираҡ · Иран · Йемен* · Камбоджа · Катар · Кипр Республикаһы* · Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы · Корея Республикаһы · Көнсығыш Тимор · Ҡаҙағстан* · Ҡырғыҙстан · Ҡытай · Кувейт · Лаос · Ливан · Малайзия · Мальдив · Монголия · Мьянма · Непал · Оман · Пакистан · Рәсәй* · Сәғүд Ғәрәбстаны · Сингапур · Сүриә · Тажикстан · Таиланд · Төрөкмәнстан · Төркиә* · Үзбәкстан · Филиппин · Һиндостан · Шри-Ланка · Әзербайжан* · Әрмәнстан · Япония Абхазия · Вазиристан · Көньяҡ Осетия · Ҡытай Республикаһы · Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы · Фәләстин Дәүләте Европала һәм Азияла* |
||
![]() |
Был Израиль, йәһүҙилек йәки йәһүд халҡы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
