Израиль төрки халыҡтарының ойошмаһы «Мираҫ»
Викидатала элемент тултырылмаған |
Израиль төрки халыҡтарының ойошмаһы «Мираҫ» — Израилдә төрки халыҡтарының йәмәғәт ойошмаһы; төрки телле израилдәрҙең бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаһы.[1] Ойошма үҙ алдына Израиль халыҡтарының берҙәм йәмәғәт ойошмаһына бөтә төрки халыҡтары вәкилдәрен берләштереү бурысын ҡуйған.
Йәмәғәт ойошмаһында татарҙар, башҡорттар, сыуаштар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар һәм башҡа халыҡтар бар. Дөйөм алғанда, был СССР, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең элекке республикаларынан сыҡҡан ҡырҡтан ашыу милләт һәм халыҡ вәкилдәре. Улар төрки телле халыҡтар - планетала йәшәгән иң ҙур этностарҙың береһе. Ойошма вәкилдәрен уртаҡ тел һәм мәҙәни мираҫ берләштерә.
Ойошма уртаҡ милли саралар уҙғарға теләйселәрҙе берләштерә. Берләшмә төрки халыҡтарының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡлай һәм һаҡлай. Байрамдар һәм ижади кисәләр уҙғарыла, унда берләшмәлә ҡатнашыусылар милли йырҙар йырлай һәм милли бейеүҙәрҙе башҡара.
Ойошманың етәксеһе Рауил Садиҡов: «Бында, Израилдә йәшәгәндә, тәүгә тапҡыр "Урал батыр" эпосын уҡып сыҡтым. Тап Израилдә эпосты иврит теленә тәржемә итеү һәм китап сығарыу идеяһы тыуҙы», — тип белдерҙе.[2]
Урынлашҡан урыны: Тель-Авив ҡалаһы, Израиль
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге