Эстәлеккә күсергә

Икенсе серб ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Икенсе серб ихтилалы
Рәсем
Дәүләт  Сербия
Урын Белград пашалығы[d]
Ваҡиға ваҡыты 23 апрель 1815
Башланыу датаһы 24 апрель 1815
Тамамланыу датаһы 26 июль 1817
 Икенсе серб ихтилалы Викимилектә

Икенсе серб ихтилалы (серб. Други српски устанак) — 1815—1817 йылдарҙа төрөк феодаль иҙеүенә ҡаршы серб халҡының милли-азатлыҡ ихтилалы. Серб инҡилабының икенсе фазаһы. Артабан ихтилал үҙ парламенты, конституцияһы һәм хакимлыҡ иткән династия булған автономиялы Серб кенәзлеген булдырыуға булышлыҡ итә[1].

Апрель 1815 йылдың апрелендә серб халҡы араһында ҡабаттан сыуалыштар башлана, ул ваҡтта сербтар Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында булалар. Беренсе күтәрештәге кеүек, баштараҡ сығыштар урындарҙа ғына күҙәтелә, баш күтәреүселәр солтанға йәки, дөйөм алғанда, төрөк хакимлығына ҡаршы сыҡмайҙар, улар Белград батшалығы хакимы Сөләймән паша Скопляктың ҡыҫырыҡлауына түҙә алмайҙар.

Икенсе серб ихтилалын беренсе ихтилалдың башлыҡтарының береһе Милош Обренович етәкләй. Төрөкиәр уны Рудницк округының «өлкән кенәзе» итеп тәғәйенләйҙәр. Тәү сиратта хәрби етәксе булған Ҡарагеоргийҙан айырмалы рәүештә Милош дипломатик һәләттәр менән айырылып тора. Атап әйткәндә, ул, стихиялы боланы туҡтатып булмау осрағын күҙаллап, Австрия менән мөнәсәбәттәрҙе яйлай.

Милош әҙерлек эштәрен тамамлап өлгөрә алмай — ғосмандар үҙҙәрен үтә аяуһыҙ тота, шуға күрә төрөктәргә ҡаршы тәүге сығыштар 1815 йылдың 8-10 апрелендә барлыҡҡа килә. 11 апрелдә Милош Таков йыйылышында ихтилал башланыуы тураһында иғлан итергә мәжүбәр була.

Баш күтәреүсе һәм ғосман отрядтарыны. ҡораллы бәрелештәре 1815 йылдың апрель-июль айҙары дауамында алмаш-тилмәш уңыш менән бара. Яйлап ихтилалсылар йышыраҡ еңеүгә өлгөшө башлайҙар: улар Чачак ҡалаһын — май айында, Пожаревацты июндә яулап алалар, июль айындаИбраһим паша етәкселегендә төрөк ғәскәре авангардын еңәләр.

Ихтилалдың тәүге көндәренән Милош үҙен бик һаҡ тота, солтанды асыуландырмаҫҡа тырыша һәм даими рәүештә сербтар тоғро подданный булып ҡалалар һәм тормоштарын яҡшыртырға ғына теләйҙәр, тип ышандыра. Ул ихтилалсыларҙы ҡалаларҙы һөжүм итеү өсөн ебәрмәй, ә әсирлеккә эләккән Ибарһим пашаны үҙ белдеге менән төрөктәргә тапшыра. г

Б һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Милош Обренович иғтибарын күпселектә нәҡ һөйләшеүҙәргә йүнәлтә. мәҫәлән, ихтилалды баҫтырыу өсөн ҡосмандар сербтарға ҡаршы ике армия әҙерләгәс, Милош уларҙың командирҙары менән һөйләшеүҙәр башлай һәм хәрби ғәмәлдәрһеҙ ниәтенә ирешә.

Ваҡиғаларҙың бындай боролошо артында Рәсәй импреияһы мәнфәғәттәре тора, Ғосман империяһына, беренсе француз империяһы ҡолатылғандан һуң, Рәсәй менән иҫәпләшергә тура килә. Рәсәй империяһы сербтарҙың автономия тураһындағы талаптарына теләктәшлек күрһәтергә була.

1815 йылдың йәйендә Обренович төрөктәрҙең талабына ризалаша, улар хәрби часын Белградҡа үткәреүен һорайҙар. Сербтар хатта әлеге отрядты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, йәғни төрөк властарына лояллеген күрһәтәләр. Яуап итеп, сербтар буласаҡ статусы һәм белград пашалығы ҡоролошо тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында Истанбулға делегацияһын ебәреү мөмкинлеген алалар.

Сербия кенәзлеге ихтилал тамамлағандан һуң (1817)

Билдәле ауырлыҡтарға һәм Ғосман имперяһының асыҡтан-асыҡ серб автономияһы проблемаһы буйынса бәхәсләшергә теләмәүенә ҡарамаҫтан, һөйләшеүҙәр уңышлы тамамлана. Тәүҙә төрөктәр бирергә ризалашҡан барлыҡ ташламалар документтарҙа теркәлмәй. 18161820 йылдарҙа ташламалар киңәйтелә һәм солтан фармандары менән нығытыла.

Сербтар хараж һәм башҡа һалымдар йыйыу рөхсәт ителә, уларҙың күләме алдан уҡ һөйләшелә; урындағы властар сиктәрендә Истанбул мосолмандарына ла, серб кенәздәренә лә береш хоҡуҡтар бирелә. Милош Обренович «юғары кенәз» итеп тәғәйенләнә, шул уҡ ваҡытта уның вәкәләттәре төрөк пашаһы вәкәләттәренән бер нәмә менән дә айырылмай тиерлек. Серб административһәм суд үҙидараһы булараҡ Халыҡ Канцелярияһы булдырыла.

  • Хайдучия
  1. История Югославии, М., 1963, т. 1, гл. 22
  • Белов М. В. Первое сербское восстание 1804—1813 гг. и Россия. События, документы, историография: Учебное пособие. Н.Новогород: Издательство ННГУ, 1999, 159с.
  • Грачев В.П. Сербы и черногорцы в борьбе за национальную независимость и Россия (1805—1807 гг.). — Москва, 2003. — 280 с. — ISBN 5-7576-0079-9.
  • Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — 448 с. — ISBN 978-5-7777-0431-3.