Эстәлеккә күсергә

Илек (ауыл, Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илек
Нигеҙләү датаһы 1737
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Илек районы[2] һәм Илекский сельсовет[d][2]
Административ-территориаль берәмек Илек районы һәм Илекский уезд[d]
Халыҡ һаны 7908 кеше (1959)[3],
8466 кеше (1970)[4],
8993 кеше (1979)[5],
9679 кеше (1989)[6],
9953 кеше (2002)[7],
9760 кеше (2010)[8],
10 191 кеше (2021)[9]
Урындағы телефон коды 35337
Карта

Илек — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ырымбур ҡалаһынан көнбайышҡа табан 128 км алыҫлыҡта булған ауыл, Илек районы һәм Илек ауыл Советының административ үҙәге.

2019 йылда халыҡ һаны, урындағы полицияның мәғлүмәттәре буйынса, 11 мең кеше тәшкил итә. Ауыл биләмәһе майҙаны 35  км² самаһы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Илек йылғаһы Яйыҡ йылғаһына ҡойған ерҙә дала зонаһында ята. Климаты киҫкен континенталь, йәйен эҫе һәм ҡышын һыуыҡ. Яйыҡ йылғаһы үҙәне Илек эргәһендә туризм һәм балыҡ тоторға яратыусыларҙы йәлеп иткән йәмле күлдәр һәм үле йылғалар, киң япраҡлы урмандары менән билдәле. Яйыҡ буйында һыубаҫар иркен туғайҙар һәм игенселек өсөн уңайлы шарттар һаҡлана.

Ауыл янында Яйыҡ бөгөлө киңлеге 50-70 метр, тәрәнлеге 3 метрға тиклем етә, ағымы шәп, уң яры урманлы. Тәпәш һул ярында кешеләрҙе ылыҡтырып торған ҡомлоҡтар.

Яҡындағы тимер юл станцияһына 70 км, ул ауылдан төньяҡтараҡ Новосергиевка ҡасабаһында урынлашҡан.

Ауылдан яҡынса 3 км алыҫлыҡта Рәсәй менән Ҡаҙағстан сиге, унда пропуск пункты урынлашҡан[10]. Сик зонаһына ауыл үҙе инмәй, совет осоронда Ҡаҙағстан менән сик (хәҙер дәүләт сиге) Яйыҡ йылғаһының уң ярында бер нисә саҡрым арыраҡ инеп торған булған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яйыҡ казактарынан тармаҡланып сыҡҡан илек казактары Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр XVII быуаттың 1-се сиректәрендә иҫкә алына. Яйыҡ казактары батша Михаил Феодоровичтан Яйыҡтың түбән яғына, Илектән башлап уның уң һәм һул ҡушылдыҡтары буйындағы ерҙәргә грамота ала. Илек казактары административ идаралыҡтың төп үҙәге булараҡ Илектең Яйыҡҡа ҡойған ерендә Илек ҡаласығы төҙөгән[11].

Илек ҡәлғәһенә нигеҙ 1737 йылда һалына. Унда казактар йәшәй. 1773 йылдың сентябрь айында Емельян Пугачев ғәскәренә Иван Творогов етәкселегендә полк ойошторалар. Һуңғараҡ Илек станицаһы Урал казак ғәскәренә инә.

1920—1927 йылдарҙа Илек өйәҙ үҙәге булған. Илек 1927 йылдың 30 майында ауыл биләмәһе итеп үҙгәртелә[12].

Ауылда сиркәү ҙә, мәсет тә бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл атамаһын Илек йылғаһынан алған. Ә йылғаға исем төрки телдәрҙән, атап әйткәндә, башҡорт теленән ингән тип фараз ителә. Башҡорт телендә илек — ҡыр кәзәһе[13] тигәнде аңлата; татарса илик, ҡырғыҙса һәм сығатайса елик — «илек». Башҡортостанда илек һүҙе менән яһалған гидронимдар ҙа (Йүрүҙән ҡушылдығы), ауылдар ҙа, оронимдар ҙа бар[14].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[15]2010[16]
99539760

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населенных пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров (урыҫ)
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  9. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  10. Илек — Antiviza. Дата обращения: 11 март 2013. Архивировано 15 март 2013 года. 2013 йыл 15 март архивланған.
  11. Спб.,.; I. И. Железнов, Уральцы, очерки быта Урал. казаков; Рябинин, Урал. войско, 1866)
  12. Ис. Слоним. Национальные республики и автономные области СССР. — Л.: Брокгауз - Ефрон, 1927. — С. 11.
  13. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 373-сө бит
  14. С. М. Стрельников. Географические название Оренбургской области. — Кувандык: Изд. С. М. Стрельникова, 2002. — С. 55—56.
  15. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  16. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 373-сө бит
  • С. М. Стрельников. Географические название Оренбургской области. — Кувандык: Изд. С. М. Стрельникова, 2002. — С. 55—56.