Илинден (мемориал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һәйкәл
Илинден
Споменик "Илинден"
Makedonium 09.JPG
Ил Македония Республикаһы
Скульптор Джордан Грабуловский, Искра Грабуловская.
Төҙөлөшө ???—1974 йылдың 2 авгусы йылдар

Илинден, шулай уҡ Македониум атамаһы менән дә билдәле (македон: Споменик «Илинден»), Македония Республикаһының Крушево ҡалаһындағы мемориал комплекс.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мемориал төҙөлөшө 1972 йылда башланған. Бөтөн Илинден мемориал комплексы рәсми рәүештә 1974 йылдың 2 авгусында - Македонияның халыҡ тарафынан азат ителеүе Антифашистик йыйылышы икенсе сессияһының - 30, Илиндендә Ғосман империяһына ҡаршы ихтилалдың 71 йыллығына ҡарата асылған[1]. Комплекс һәйкәленең авторҙары - Джордан Грабуловский (Grabuloski) һәм Искра Грабуловская. Һәйкәл футуристик стилдә эшләнгән. Мозаика биҙәлешен - билдәле рәссам Борко Лазевский, керамика эштәрен Яре Петара Мазева башҡарған. Мемориал Илиндендә 1903 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан яугирҙарға һәм революционерҙарға, шулай уҡ 19411944 йылдарҙа Македон Милли азатлығы өсөн көрәшкән яугир-партизандар иҫтәлегенә бағышланған.

Тасуирлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мемориалдың дөйөм майҙаны — 16 гектарға яҡын. Һәйкәл овал тәҙрәле түңәрәк көмбәҙ формаһына эйә. Үрге тәҙрәләре төҫлө быяланан яһалған. Көмбәҙ эсендә болғар-македон революционеры, македон-одрин революцион ойошмаһы эшмәкәре, Илинден ихтилалы ҡатнашыусыһы, Крушев республикаһы етәксеһе Никола Карев ҡәбере һәм йырсы Тозе Проэски бюсы урынлашҡан. Көмбәҙҙең эске өлөшөндә дүрт тәҙрә бар, уларҙың һәр береһе Илинден ваҡиғалары менән бәйле йүнәлешкә ҡаратып урынлаштырылған[2].

Мемориал комплекс составына шулай уҡ азатлыҡты һәм азатлыҡ яуҙарында еңеүҙе символлаштырған «Сылбырҙарҙы өҙөп» скульптуралар серияһы урынлашҡан майҙан да инә; бында шулай уҡ Илинден ихтилалына саҡлы, уның барышы һәм унан һуңғы осор менән бәйле исемдәр һәм ваҡиғалар ырып эшләнгән таш плита урынлашҡан; амфитеатрҙың үрге сегменты төҫлө мозаикалар менән биҙәлгән.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Visitpelagonia.mk, accessed on 7-9-2014
  2. Memorials and museums, accessed on 7-9-2014