Илона Сербская
Илона Сербская | |||
мадьярса Ilona, сер. Јелена / Jelena | |||
| |||
---|---|---|---|
1131 — 1141 | |||
Алдан килеүсе: | Адельгейда Риденбургская | ||
Дауамсы: | Ефросинья Киевская | ||
Тыуған: | яҡынса 1109 билдәһеҙ | ||
Үлгән: | 1146 һуң Секешфехервар[d], Венгрия короллеге | ||
Ерләнгән: | Секешфехервар рим-католик соборы позднее: Собор Святого Михаила в Алба-Юлии | ||
Нәҫел: | Вукановичтаар | ||
Атаһы: | Урош I Вуканович | ||
Әсәһе: | Анна Диогенисса | ||
Ире: | Бела II | ||
Балалары: | |||
Илона (Елена) Сербская (мадьярса Ilona, сер. Јелена / Jelena; яҡынса 1109 — 1146 һуң) — Венгрия королеваһы, король Бела II ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Рашка дәүләтенең бөйөк жупаны (хакимы) Урош I Вуканович. Әсәһе — Анна Диогене-Вуканович (Анна Диогенисса). Венгрия короле Иштван II фатихаһы менән уның ике туған ҡустыһы Белаға 1129 йылда кейәүгә сыға. Иштвандың атаһы король Кальман I приказы буйынса Бела һуҡыр ителгән була. Туйҙан һуң король Иштван II йәш парға Тольна ҡалаһы янындағы ерҙәрҙе бүләк итә.
Балаһы булмаған Иштван вафат булғандан һуң 1131 йылдың 28 апрелендә Бела II тәхеткә ултыра. Илона үҙенең һуҡыр иренә бик ныҡ тәьҫир итә. Ул король яғында булғандарҙы һуҡыр ителгән иренә үс итеп аристократияға ҡаршы заговор ойошторорға инандыра. Заговор һөҙөмтәһендә Арадта ҡанлы һуйыш була, бында мадьяр дворянлығыныңы 68 вәкиле үлтерелә.
1141 йылдың 13 февралендә ире вафат булғас, бала булыуға ҡарамаҫтан өлкән улы Геза II Венгрия короле булып китә. Илона һәм уның олатаһы Белош Вуканович регент булып китәләр, 1146 йылда улы бәлиғ булғас, уға тулы власть тапшырыла.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире: Бела II (1129 йылда никахы була, 1141 йылдың 13 февралендә вафат була).
Балалары:
- Елизавета (1129—1155 тиклем), Польша кенәзе Мешко III ҡатыны
- Геза II, Венгрия короле (1130 — 3 май 1162)
- Ласло II, Венгрия короле (1131 — 14 ғинуар 1163)
- Иштван IV, Венгрия короле (1133 — 11 апрель 1165)
- София (1136 — ?), монахиня монастыря в Адмонте (Австрия)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Soltész, István: Árpád-házi királynék (Gabo, 1999)
- Kristó, Gyula — Makk, Ferenc: Az Árpád-ház uralkodói (IPC Könyvek, 1996)