Илшат (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Илшат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Илшат исеме бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илшат — ил + шат һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән ир-ат исеме. Башлыҡ, ил башлығы, ил шатлығы, ил ҡыуанысы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомағолов Илшат Хәлил улы (26 февраль 1932 йыл — 3 ноябрь 2007 йыл) — башҡорт театр актёры, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.

Тажетдинов Илшат Азамат улы (20 май 1969 йыл) — ғалим-иҡтисады, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019).

Теләшев Илшат Ғүмәр улы (21 ноябрь 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең нефтсе-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1992), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы (2001), Атырау нефть һәм газ институтының почётлы профессоры (2003).

Шабаев Илшат Рәйес улы (8 ғинуар 1978 йыл) — Рәсәй бейеүсеһе, хореограф, мюзиклдар артисы. MTV каналының «Бейеү майҙаны йондоҙо» (рус. «Звезда танцпола») проекты, ТНТ каналының «Бейеүҙәр» (рус. «Танцы») проекты еңеүсеһе.

Насыров Илшат Рәшит улы (30 сентябрь 1960 йыл) — Рәсәй философы. Фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.

Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы (15 июнь 1941 йыл — 25 июль 2007 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1995), профессор (1995).

Ғиләжев Илшат Фәрит улы (1 ғинуар 1960 йыл) — скульптор, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012). 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы.

Ямалетдинов Илшат Әғләм улы (1965 йыл) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, СССР чемпионаты призеры. СССР-ҙың спорт мастеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ