Ильяс бей мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ильяс-бей мәсете битенән йүнәлтелде)
Ильяс бей мәсете
Нигеҙләү датаһы 1403
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Q20101161?
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Дидим[d]
Архитектура стиле сельджукская архитектура[d]
Рәсми сайт miletilyasbey.com
Карта
 Ильяс бей мәсете Викимилектә

Ильяс бей мәсете (төр. İlyas Bey Camii) — Төркиәнең Айдын провинцияһы Дидим районы Милет ҡалаһындағы тарихи мосолман ҡоролмаһы. Мәсет 1403 йылда Ментеше бейлегенең һуңғы хакимы Ильяс бей (1402—1421) ҡушыуы буйынса төҙөлгән.

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет мәҙрәсә һәм Һамам менән бер комплекс тәшкил итә. Мәсет Милет харабаларынан алынған мәрмәр блоктарҙан төҙөлгән[1]. Намаҙ залы 14 метр диаметрлы кирбес көмбәҙ менән ослана. Көмбәҙ черепица менән ябылған, дүрт стена менән тотторолған һигеҙ мөйөшлө нигеҙгә ултыртылған. 1955 йылда ер тетрәгәндә кирбес манара емерелгән. Комплекс боронғо Милет ҡалаһы археологик ҡаҙылмаларына яҡында урынлашҡан. Уның эргәһендә византий осорона ҡараған мунсалы вилла ҡалдыҡтары табылған. Ер тетрәгәндә зыян күргән комплекс өлөшләтә генә тергеҙелә һәм оҙаҡ йылдар буйы тәбиғәт йоғонтоһонан һаҡлауһыҙ була[1]. 2007 йылда киң күләмле тергеҙеү эштәре башлана, иң элек тикшереү һәм документлаштырыу башҡарыла, шунан һуң ғына, ошо уҡ йылдың октябрендә, комплексты реконструкциялауға тотоналар. Эш 2011 йылдың йәйенә тамамлана[1][2].

Ильяс бей комплексы 2012 йылда мәҙәни мираҫты һаҡлау маҡсатындағы Europa Nostra наградаһына лайыҡ була[1].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]