Ғарифуллин Илүс Фәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илүс Ғарифуллин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғарифуллин Илүс Фәғит улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Илеш районы, Аҡкүҙ ауылы
Вафат булған көнө 25 декабрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Нефтекама
Һөнәр төрө инженер-механик
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Ғарифуллин Илүс Фәғит улы (19 ғинуар 1960 йыл — 25 декабрь 2016 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, инженер-механик, уйлап табыусы[1]. 2003—2005 һәм 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илүс Фәғит улы Ғарифуллин 1960 ылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Аҡкүҙ ауылында тыуған. Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәптә урта белем алған[2].

1982 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай, инженер-механик. Юғары уҡыу йортонда уҡыған ваҡытында лаборант булып эшләй[3].

1982 йылдан «Башнефть» берекмәһенең Нефтекама үҙәк производство хеҙмәтләндереү базаһында эшләй, инженер-технолог, һуңынан өлкән механик һәм баш инженер була.

1988—1999 йылдарҙа хеҙмт эшмәкәрлеген «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводында дауам итә: баш механик, предприятиеның коммерция бүлеге начальнигы һәм баш инженеры вазифаларын башҡара.

1999 йылдан — Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы директоры.

Ғарифуллин Илүс Фәғит улы 2003—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләй.

2006 йылдан 2011 йыл аҙағына тиклем «Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй[4].

2012—2014 йылдарҙа тағы ла Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаларын үтәй[5].

Илүс Ғарифуллин ҡаты ауырыуҙан һуң 2016 йылдың 25 декабрендә вафат була. Башҡортостандың Илеш районындағы тыуған ауылы Аҡкүҙҙә ерләнгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда тыуған ауылы Аҡкүҙҙә «Ғарифулла» мәсетен төҙөтә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» юбилей миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]