Имай-Ҡарамалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Имай-Ҡармалы
рус. Имай-Кармалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°13′30″ с. ш. 55°24′03″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1748

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1834

Элекке исеме

Үрге Имай-Ҡарамалы, Түбәнге Имай-Ҡарамалы[1]

Халҡы

330[2] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар — 77%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453425

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 816 001

ОКТМО коды

80 622 416 101

ГКГН номеры

0520250

Имай-Ҡармалы (Рәсәй)
Имай-Ҡармалы
Имай-Ҡармалы
Имай-Ҡарамалы (Башҡортостан Республикаһы)
Имай-Ҡармалы

Имай-Ҡарамалы (рус. Имай-Кармалы) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 330 кеше була[3]. Почта индексы — 453425, ОКАТО коды — 80222816001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 330 148 182 44,8 55,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 37 км алыҫлыҡта Ҡарамалы йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. 1985 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 17981865 йылдарҙа 5-се мишәр кантоны, 1865—1867 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1914 йылдарҙа Ҡаҙанғол улустары составында. 1914—1923 йылдарҙа Имай-Ҡарамалы улусының административ үҙәге. 1919 йылдан Имай-Ҡарамалы ауыл Советы үҙәге булып тора. Легенда буйынса Дәүләкән районының Искәндәр, Бик-Ҡарамалы, Имай-Ҡарамалы ауылдарына өс бер туған Искәндәр, Имай, Биктимер нигеҙ һала. Ауылдар шул төпләнгән кешеләрҙең исеме менән йөрөтөлә. Имай-Ҡарамалының тәүге исемдәре: Үрге Имай-Ҡарамалы, Түбәнге Имай-Ҡарамалы.
Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1748 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр нигеҙ һала. 1843 йылда 452 мишәр (1834 йылғы ревизия буйынса) 616 бот ужым, 3116 бот ярауай (яҙғы) ашлыҡ сәскән. Ауылда һыу тирмәне, ат һарайы, ике мәсет булған. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. 1896 йылда Бик Ҡарамлы һәм Имай Ҡармалы ауылдары кешеләре бергә 2417 дисәтинә ер, 602 дисәтинә урман менән файҙаланған. 1938 йылда имайҡарамалылар аҫаба башҡорттарҙан 500 дисәтинә, 1901 йылда Иҫке Яппарҙан 280 дисәтинә ер һатып ала. Йәшелсә баҡсаларында картуф, ҡыяр үҫтергәндәр. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны 2131 га тәшкил итә.1930 — 2000 йылдарҙа ауыл халҡы «Имай-Ҡарамалы», Киров исемендәге, «Родина» колзозында эшләй. 1942 йылда Имай-Ҡарамалы урта мәктәбендә шәфҡәт туташтары әҙерләү курсы асыла. 1972 йылда яңы мәктәп һалына. 1969 йылда Граждандар һуғышында һәләк булған яугирҙарға, 1975 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусыларға, 1999 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарына һәйкәл асыу тантанаһы үтә. 1978 йылда мәктәптә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Халҡы:1795 йылда — 241 кеше, 1870 йылда — 839 кеше, 1885 йылдв — 922 кеше, 1896 йылда — 1116 кеше, 1917 йылда — 1718 кеше, 1926 йылда — 916 кеше, 1939 йылда — 955 кеше, 1959 йылда — 556 кеше, 1989 йылда — 327 кеше, 1999 йылда — 345 кеше, 2002 йылда — 348 кеше, 2009 кеше — 325 кеше,2010 йылда — 330 кеше. Татарҙар — 77 % (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4][1].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исемдәре:[5]

  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица))
  • Совет урамы  (рус.  Советская (улица))
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица))

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ ижады информанттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәхәмәткиреева Нәрбикә Тимербәк ҡыҙынан (1916 йылғы) 1989 йылда Р.Солтангәрәева «Тереләрҙең әхирәткә китеүсе менән хушлашыу» йолаһын яҙып алған[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 164—166-сы б.б..
  5. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Имай-Ҡарамалы ауылы
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2017)
  7. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (№370 А -367-се б.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]