Иман батыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иман батыр
Тыуған көнө:

билдәһеҙ

Тыуған урыны:

Нуғай даруғаһы, Табын улусы

Вафат булған көнө:

1707({{padleft:1707|4|0}})

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Иман (? — 1707) — 1704—1706 һәм 1707—1708 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Батыр.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иман сығышы менән Нуғай даруғаһы Табын улусы башҡорттарынан.

1704—1706 һәм 1707—1708 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары әүҙем ҡатнаша, етәкселерәнең береһе була.

1705 йылдың башында һайлап алынған башҡорттар менән бергә Өфөлә була, батша Пётр I указын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, комиссар Александр Сергеев бойороғо буйынса тән язаһына тарттырыла. 1705 йылдың яҙынан 300‑ҙән ашыу кешенән торған баш күтәреүселәр отряды башында Нуғай даруғаһында Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы янында һуғыша[1]. Шереметев ихтилалсыларҙың талаптары буйынса һөйләшеүҙәр алып барырға тәҡдим иткәс, башҡорттарҙың күп өлөшө, шул иҫәптән Дөмәй Ишкәев быға риза була, әммә Иман батыр етәкселегендәге аш күтәреүселәр көрәште дауам итергә ҡарар итә[2].

1707 йылдың октябрь аҙағында Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы янында Йөрәктау тарлауығында Күсем Түләкәев һәм Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге баш күтәреүселәр составында П. Хохлов етәкселегендәге 1300 кешенән һәм 5 пушканан торған хөкүмәт ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Артабан баш күтәреүселәр Өфөнән Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығына йүнәлгән С. Аристов командалығындағы драгун һәм И. Рыдарь командалығындағы һалдат полктары менән һуғыша, бигерәк тә Горный ауылы тирәһендә ҡаты алыш була. Был алыштар барышында Иман батыр һәләк була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]