Имашев Булат Ғабдулла улы
Булат Имашев | |||
![]() | |||
Тыуған ваҡыты: | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||
Вафат ваҡыты: | |||
Һөнәре: |
актёр һәм режиссёр | ||
Гражданлығы: | |||
Театр: | |||
Наградалары: |
|
Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы (10 ғинуар 1908 йыл — 12 апрель 1946 йыл) — театр актёры һәм режиссёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
Йөкмәткеһе
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Булат (Тимербулат) Ғөбәйҙулла улы Имашев 1908 йылдың 10 ғинуарында Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1]Аҙнай ауылында тыуған.
1921—23 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый, шул йылдарҙа Ырымбур татар драма театрында уйнай. 1923—1926 йылдарҙа типографияла хәреф йыйыусы булып эшләй. 1930 йылда театр училищеһына уҡырға инә. Бында Башҡорт дәүләт академия драма театрының нигеҙен тәшкил итәсәк талант эйәлере Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәли Ғәлимов, Рим Сыртланов һәм башҡалар менән бергә уҡый. Улар менән бергә күп кенә образдар ижад итә. Булат Имашев ситтән тороп Мәскәүҙә Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтының режиссёра факультетын тамамлай (1933—37).
1937 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрыың баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. Театрҙа Риза Ишмораттың «Данлы осор», Тажи Ғиззәтең «Ташҡындар», Александр Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», М. Гоголдың «Өйләнеү» пьесаларын сәхнәләштерә.
1940 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. Был театрҙа «Һаҡмар», «Ҡасҡын», «Ҡарлуғас», «Ашҡаҙар», «Аҡбуҙат» операларын ҡуя.
Тынғыһыҙ сәхнә оҫтаһының ғүмере 38 йәштә генә өҙөлә, Булат Имашев 1946 йылда вафат була. Өфөлә ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944).
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бишбүләк районы Аҙнай ауылында Булат Имашевтың йорт-музейы эшләй.
- Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы Булат Имашев тураһында документаль фильм төшөрҙө.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Имашев Булат Ғабдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Булат Имашев. Жизнь и творчество. Идательство "Китап".Уфа-2009 г.ISBN 978-5-295-04927-9 Булат Имашевтың тормошо hәм ижады.
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклапедия
- «Булат Имашев: Жизнь и творчество».
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бишбүләк районында тыуғандар
- 10 ғинуарҙа тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- 12 апрелдә вафат булғандар
- 1946 йылда вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Башҡортостан артистары
- Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаусылар