Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Үзбәк ССР-ы[d]
Тыуған көнө 2 ноябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө спортсы, инженер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы (2 ноябрь 1966 йыл, Үзбәкстан Ҡырым ауыл советы Пушкин ауылы; икенсе мәғлүмәт буйынса: Үзбәк ССР-ы Ташкент өлкәһе Бекабад ҡалаһы) — спорт ветераны, кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993), БР-ҙың күренекле спортсыһы, бокс буйынса спорт мастеры (1992)[1][2].

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәрхәт Рифҡәт улы Имашев 1966 йылдың 2 ноябрендә Үзбәк ССР-ы Ташкент өлкәһе Бекабад ҡалаһында тыуған.

1993 йылда Башҡортостан Республикаһының Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай. Уҡыған йылдарында даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Тренерҙары: Г. И. Мокеев, Э. Н. Нурмөхәмәтов, Р. С. Саяпов, В. Д. Чистонов.

1992—1998 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Профессионалдар араһында донъя чемпионы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында чемпион.

Кикбоксинг буйынса Европа, Азия һәм Рәсәй чемпионы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993)
  • Кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионы (1992—1996)
  • Профессионалдар араһында донъя һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында чемпион (1992—1994)
  • Кикбоксинг буйынса Европа чемпионы (1996)
  • Кикбоксинг буйынса Азия чемпионы (1995, 1997)
  • Кикбоксинг буйынса донъя кубоктарының көмөш призёры (1997, 1999)
  • Кикбоксинг буйынса донъя чемпионаттарының бронза призёры (1992, 1995)
  • Сават буйынса Европа һәм Рәсәй чемпионы (1996, 1998)[4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Имашев Фархат Ривгатович 2021 йыл 2 ноябрь архивланған.
  3. Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.