Эстәлеккә күсергә

Имелбаев Дауыт Аздархан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имелбаев Дауыт Аздархан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Үрге Таулыҡай ауылы, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 19 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Ерләнгән урыны Үрге Таулыҡай ауылы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Имелбаев Дауыт Аздархан улы (1908 йыл — 19 декабрь 1949 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].

Дауыт Аздархан улы Имелбаев 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Таулыҡай (хәҙер Үрге Таулыҡай) ауылында тыуған. Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлай. Һуғыш башланғас, 1941 йылда БАССР-ҙың Байма районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында аҙыҡ склады мөдире булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 22 июнендә бер нисә тапҡыр (22 июль, 29 август, 24 ноябрь) батырлыҡ күрһәткән өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]. 1944 йылда демобилизациялана. Вафатына тиклем Баймаҡ районында етәксе вазифаларын биләй: райком инструкторы, «Комсомол» колхозы рәйесе, уҡытыусы[1].

1949 йылдың 19 декабрендә вафат була, Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[2]

Имелбаев Дауыт Аздархан улының исеме Баймаҡ районының электрон Хәтер китабына индерелгән[сығанаҡ 1231  көн күрһәтелмәгән]