Император Бөйөк Пётр политехник институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император Бөйөк Пётр политехник институты
Нигеҙләү датаһы 1902
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Санкт-Петербург политехник университеты уҡытыусылары

Санкт-Петербург Император Бөйөк Пётр политехник институты — рус. Санкт-Петербургский политехнический институт императора Петра Великого — Рәсәй империяһының юғары техник уҡыу йорто[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә ҡыҙыу рәүештә яңы предприятиелар төҙөү барған сәнәғәт үҫеше, финанс тотороҡланыу, сит ил инвестицияларының үҫеше йәмғиәттең юғары белем биреүгә мөнәсәбәтен үҙгәртеүгә, уны политехник юғары уҡыу йорттары селтәрен ойоштороу кәрәклеген аңлауға килтерә.

Институт 1899 йылдың 19 февралендә Рәсәй финанс министры С. Ю. Витте ҡарарына ярашлы нигеҙләнгән. Уның институт ойоштороу эшендә фекерҙәштәре финанс министры урынбаҫары В. И. Ковалевский һәм ғалим-химик Д. И. Менделеев булған. Өсөһө лә институттың почетлы ағзалары итеп һайланған, уларҙың портреттары Совет залында ҡуйылған.[2]

1902 йылдың майында Политехник институт тураһындағы положение раҫланғандан һуң көҙ көнө Рәсәй өсөн иң перспективалы техника тармағы булған иҡтисади, электромеханик, карап эшләү һәм металлургия бүлексәләрендә уҡытыу башлана.

1905 йылда, 9 ғинуарҙа, Һарай майҙанында демонстрацияны атыуҙан һуң, институтта дәрестәр туҡтатыла һәм 1906 йылдың көҙөндә генә тергеҙелә. Дәрестәр башланғандан һуң институт тиҙ үҫешә башлай. 1907 йылда инженер-төҙөлөш, механика һәм химия бүлексәләре асыла; шул уҡ йылдың декабрендә сығарылыш эштәрен тәүге яҡлау үткәрелә.

1909 йылда карап эшләү бүлеге эргәһендә Рәсәйҙә тәүге авиация мәктәбе булған техник бүлексәләр студенттары һәм офицерҙар өсөн һауала осоу курстары ойошторола. 1911 йылда карап эшләү бүлексәһендә Рәсәйҙә тәүге юғары автомобиль мәктәбе асылда. 1914 йылға Политехник институт бүлексәләрендә 6000-дән ашыу кеше белем алған.

Институттың төп бинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур химия аудиторияһында (1902)

Политехник институт биналары комплексы 1899 йылдың 23 февралендә булдырылған махсус төҙөлөш комиссияһы етәкселегендә төҙөлә. Төҙөлөш өсөн Петербургтың Сосновка ауылы эргәһендәге участканы һайлап алалар.

Проектлау һәм төҙөлөш Э. Ф. Виррих етәкселегендәге архитектура оҫтаханаһы тарафынан алып барыла. Проект Кембридж һәм Оксфордта булған автономиялы университет ҡаласығын барлыҡҡа килтергән биналар комплексына оҡшатып эшләнә. Комплекс составына төп бина, химия павильоны, ике ятаҡ һәм механика корпусы инә. Төп бинаны проектлағанда Виррих Берлиндың юғары техник мәктәбе проектын файҙаланған. Бинаның Үҙәк өлөшө һәм дөйөм планы Берлин ҡоролмаһы тулыһынса тиерлек ҡабатлай.

Биналарға нигеҙ һалыу тантанаһы 1900 йылдың 18 июнендә уҙа. Төҙөлөш 1900 йылдан 1905 йылға тиклем бара; төп корпус 1902 йылда тамамлана. Бина XIX быуат аҙағында Санкт-Петербург архитектураһы өсөн хас булған неоклассицизм стилендә төҙөлгән. Монументаль бина аҡ төҫтә, Н-рәүешле конфигурациялы. Барлыҡ лекция аудиториялары ла көньяҡ-көнбайышҡа сыға.

Политехник институт китапханаһы 1902 йылда институт асылыу менән бер үк ваҡытта эшләй башлай. Төрлө ваҡытта китапханағаа С. Ю. Витте, институт профессорҙары П. Б. Струве, Ю. С. Гамбаров, А. П. Фан-дер-Флит, Б. Э. Нольде, К. П. Боклевский һәм башҡаларҙың китап коллекциялары килеп ингән. Китапхана фондтарында тәбиғи, аныҡ һәм ғәмәли техник фәндәр буйынса традицион әҙәбиәт йыйынтыҡтарынан тыш, унда гуманитар фәндәр бүлектәре: тарих, хоҡуҡ, иҡтисад, финанс һәм башҡалар туплана. Китапхана фондтарына шулай уҡ институт ғалимдарының шәхси йыйынтыҡтары бүләк итеп бирелә.

1914 йылда институт, баш ҡаланың исеме үҙгәреүгә ярашлы, Петроград политехник институты тип үҙгәртелә[3].

Беренсе донъя һуғышы башында күп кенә студент һәм уҡытыусы фронтҡа китә. Институттың биналарының береһендә госпиталь урынлаштырғандар. 1917 йылға институтта 3000-дән ашыу студент ҡалған. Институт нигеҙендә лётчиктар һәм мотористар, шулай уҡ судно радиотелеграфистары әҙерләү буйынса курстар эшләй. Институттың лабораториялары һәм кафедралары хәрәкәттәге армия өсөн ҡоралдар әҙерләүҙә ҡатнаша.

1918 йылда институтта эштәр туҡтатылған. Октябрь революцияһы, һуңынан күп кенә уҡытыусы Санкт-Петербургтан һәм Рәсәйҙән сығып китә.

Институт директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гагарин, Андрей Григорьевич (01.1900 — 02.1907)
  2. Посников, Александр Сергеевич (03.1907 — 09.1907)
  3. Мещерский, Иван Всеволодович (09.1907 — 09.1908)
  4. Посников, Александр Сергеевич (09.1908 — 09.1911)
  5. Скобельцын, Владимир Владимирович (09.1911 — 09.1917)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В настоящее время (в результате преобразований) правопреемником Санкт-Петербургского политехнического института императора Петра Великого Российской империи является Санкт-Петербургский политехнический университет Петра Великого.
  2. История создания Санкт-Петербургского политехнического института
  3. Санкт-Петербург был переименован в Петроград с 18 (31) август 1914.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

История создания Санкт-Петербургского политехнического института