Император вальсы
Император вальсы | |
The Emperor Waltz | |
Жанр |
романтик мелодрама кинокомедия |
---|---|
Режиссёры |
Билли Уайлдер |
Продюсеры |
Чарльз Брэкетт |
Сценарий авторы |
Чарльз Брэкетт |
Операторы |
кинооператор Джордж Барнс |
Композитор |
Виктор Янг |
Кинокомпания |
Paramount Pictures |
Оҙонлоғо |
106 мин. |
Бюджет |
4 млн $ |
Ил | |
Тел |
инглиз телендә |
Йыл | |
IMDb | |
«Император вальсы» (ингл. The Emperor Waltz) — 1948 йылда экранға сыҡҡан режиссёр Билл Уайлдерҙың кинофильмы. Таҫма «Оскар» премияһының ике номинацияһына — иң яҡшы фильм музыкаһы һәм төҫлө фильмда иң яҡшы костюмдар өсөн (Эдит Хэд һәм Джил Стил), шулай уҡ иң яҡшы америка мюзиклы өсөн АҠШ сценаристары Гильдияһы премияһы номинацияһына лайыҡ була.
Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фильмдағы ваҡиғалар XX быуат башында Австро-Венгрия империяһында бара. Америка коммивояжёры Вёрджил Смит яңы асышын — фонографын — императорға һатыу өмөтө менән Венаға килә, һәм шуның менән уның популярлығын тәьмин итергә теләй. Император һарайының ҡабул итеү бүлмәһендә Вёрджил үҙенең пуделе Шахерезада менән император пуделдәренең береһенең «туйын» атҡарыу тураһында килешергә килгән йәш графиня Йоханна Августа Франциска фон Штолценберг-Штолценбергты осрата. Тоҡомһоҙ америка эте Баттонс һәм Шахерезадның бәрелеше аңлашылмаусанлыҡҡа алып килә, һөҙөмтәлә Вёрджилды һарайҙан ҡыуалар. Әммә ул моңаймай һәм императорҙың ҡала ситендә урынлашҡан резиденцияһы Тиролгә китә. Шул уҡ ваҡытта Шахерезаданың нервы өйәнәге кисергәне асыҡлана, һәм «эттәр буйынса психоаналитик» доктор Цвибак, пуделдең ҡурҡыуын таратыр һәм күңелендә тынғы тергеҙер өсөн Баттонс менән тағы бер тапҡыр осрашырға кәңәш итә. Был графиняны Вёрджил менән осрашыу эҙләргә мәжбүр итә, һөҙөмтәлә Шахерезада ғына тынысланып ҡалмай, Йоханна үҙе лә американлыға ғашиҡ була…
Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бинг Кросби — Вёрджил Смит
- Джоан Фонтейн — Йоханна Августа Франциска
- Роланд Калвер — барон Голения
- Люсиль Уотсон — принцесса Битоцка
- Ричард Хэйдн — император Франц-Иосиф
- Гарольд Вермилия — Чамберлен
- Зиг Руман — доктор Цвибак