Эстәлеккә күсергә

Инглиз теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инглиз теле
Телдең үҙатамаһы

ингл. English, the English language

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

Тыуған тел (L1): ~380 млн (2021)
Икенсе тел (L2): ~1,077 млрд (2021)
Дөйөм һаны: ~1,457 млрд

Телде белеүселәр

1-2

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-Европа телдәре
-> Герман телдәре
-> Көнбайыш герман телдәре
-> Анлофриз тармағы
-> Ангел телдәре

Әлифба

английский алфавит[d], Unified English Braille[d], Дезеретский алфавит[d] һәм алфавит Шоу[d]

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

анг 045

ISO 639-1

en

ISO 639-2

eng

ISO 639-3

eng

Был телдә Википедия

Ингли́з теле, ингл. (the) English (language)Британияла, АҠШ-та, Австралияла һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә рәсми тел, БМО-ның алты рәсми теленең береһе.

380 миллион кеше өсөн инглиз теле туған тел булып тора, ә 1,077 миллион кеше өсөн икенсе тел булып тора.[1]

Инглиз теленең тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз теленең үҫеш тарихы герман ҡәбиләләренән башлана һәм дүрт осорға бүленә[2]:

  • Кельт осоро: Герман ҡәбиләләре килгәнгә тиклем Британияла кельттар йәшәгән. Телдә уларҙан географик атамалар ҡалған Лондон (ингл. London) (Lowonidonjon, Londinion, Lynn din), Темза (ингл. Thames) (Tamesas)[3].
  • Боронғо инглиз осоро (V–XI бб.): англдар, сакстар һәм юттар күсенгәс, боронғо инглиз теле барлыҡҡа килә. Христианлыҡ аша латин һүҙҙәре (school), викингтар яуҙары аша скандинав һүҙҙәре (sky, they) инә[2]. Иң билдәле ҡомартҡыһы — «Беовульф» эпосы.
  • Урта инглиз осоро (XI–XV бб.): 1066 йылда нормандар яулап алғас, хакимиәт теле француз теле була. Инглиз теленең грамматикаһы ябайлаша (ялғауҙар бөтә) һәм уға меңдәрсә француз һүҙҙәре (beef) инә[2]. Был осорҙоң төп яҙыусыһы — Джеффри Чосер.
  • Яңы инглиз осоро (XVI быуаттан): «Бөйөк һуҙынҡылар күсеше» һөҙөмтәһендә һүҙҙәрҙең әйтелеше ныҡ үҙгәрә, был уҡыу ҡағиҙәләрен ҡатмарлаштыра. Уильям Шекспир телде яңы һүҙҙәр менән байыта[4]. Британ империяһы колониялары аша тел донъяла тарала һәм глобаль статус ала.

Инглиз теле бөтә донъяға таралыу сәбәпле, уның күп һанлы милли варианттары һәм диалекттары барлыҡҡа килә. Хәҙерге лингвистикала уларҙы ике ҙур төркөмгә бүләләр[5]:

Бөйөк Британия һәм Ирландия утрауҙарында таралған инглиз теле диалекттары картаһы.
  • Британ инглиз теле (ингл. British English, BrE): Бөйөк Британия һәм Ирландия утрауҙарында таралған тарихи ҡалып. Уның нигеҙендә мәғариф һәм медиа өлкәһендә ҡулланылған короллек стандарты — Received Pronunciation (RP) ята. Иң билдәле диалекттары: Кокни (ингл. Cockney), Шотланд һәм Уэльс һөйләштәре[6].
  • Америка инглиз теле (ингл. American English, AmE): АҠШ һәм Канада биләмәләрендә вариант. Иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси йоғонто арҡаһында хәҙерге донъяла иң киң таралған тел өлгөһө булып тора. Уның төп стандарты — General American (GA).

Бынан тыш, Австралия (ингл. AuE), Яңы Зеландия, Һиндостан (ингл. IndE) һәм Африка илдәрендә үҙенсәлекле милли диалекттар һәм пиджиндар үҫешкән[6].

Инглиз телендә ҡылымдар түбәндәгесә бүленә:

  • Төҙөлөшө буйынса — ябай, яһалма һәм ҡушма ҡылымдарға. Ябай ҡылымдар префикстарһыҙ һәм суффикстарһыҙ була. Яһалма ҡылымдар ябай ҡылымдарға префикстар (мәҫәлән: un-, re-, dis-) йәки суффикстар (мәҫәлән: -ize, -ify, -en) ҡушыу юлы менән яһала. Ҡушма ҡылымдар иһә ике йәки унан күберәк нигеҙҙең берләшеүенән төҙөлә.
  • Тура тултырыусы ҡабул итеү һәләте буйынса — күсемле (transitive) һәм күсемһеҙ (intransitive) ҡылымдарға.
  • Үҙенең II һәм III формаларын төҙөү ысулы буйынса — дөрөҫ (regular) һәм дөрөҫ булмаған (irregular) ҡылымдарға.
Ҡылым формаларының миҫалдары
InfinitivePast SimpleP IIP IТәржемәһе
come
[kʌm]
came
[keɪm]
come
[kʌm]
coming
[ˈkʌm.ɪŋ]
килергә
go
[ɡəʊ]
went
[went]
gone
[ɡɒn]
going
[ˈɡəʊ.ɪŋ]
йөрөргә
speak
[spiːk]
spoke
[spəʊk]
spoken
[ˈspəʊkən]
speaking
һөйләргә
know
[nəʊ]
knew
[njuː]
known
[nəʊn]
knowing
белергә
feel
[fiːl]
felt
[felt]
felt
[felt]
feeling
һиҙеү, тойоу
hear
[hɪər]
heard
[hɜː(r)d]
heard
[hɜː(r)d]
hearing
тыңларға
see
[siː]
saw
[sɔː]
seen
[siːn]
seeing
күрергә

Дөрөҫ булмаған ҡылымдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дөрөҫ булмаған ҡылымдар (1/3: A–E)
InfinitiveTranscriptionPast SimpleTranscriptionP IITranscriptionТәржемәһе
**awake**[ə'weik]awoke[ə'wəuk]awoken[ə'wəukən]уятыу, уянырға
**be**[bi:]was, were[wɔz], [wз:]been[bi:n]булыу
**bear**[bɛə]bore[bɔ:]born[bɔ:n]тыуырға, килтерергә
**beat**[bi:t]beat[bi:t]beaten['bi:tn]туҡмарға, һуғырға
**become**[bɪ 'kʌm]became[bɪ 'keɪm]become[bɪ 'kʌm]булырға
**begin**[bɪ 'gɪn]began[bɪ 'gæn]begun[bɪ 'gʌn]башланырға
**bend**[bend]bent[bent]bent[bent]бөгөлөргә, бөгөргә
**bind**[baɪnd]bound[baʊnd]bound[baʊnd]бәйләргә
**bite**[baɪt]bit[bɪt]bitten['bɪtn]тешләү, тешләргә
**bleed**[bli:d]bled[bled]bled[bled]ҡан ебәреү, ҡан ағырға
**blow**[blou]blew[blu:]blown[bloun]өрөргә, иҫәргә
**break**[breɪk]broke[brouk]broken['broukən]ватырға, һындырырға
**breed**[bri:d]bred[bred]bred[bred]тәрбиәләү, үрсетергә
**bring**[brɪŋ]brought[brɔ:t]brought[brɔ:t]килтереү, алып килергә
**build**[bɪld]built[bɪlt]built[bɪlt]төҙөү, ҡоророрға
**burn**[bɜ:rn]burnt[bз:nt]burnt[bз:nt]яныу, яндырырға
**burst**[bз:st]burst[bз:st]burst[bз:st]шартлатыу, ярылырға
**buy**[baɪ]bought[bɔ:t]bought[bɔ:t]һатып алыу
**cast**[kɑ:st]cast[kɑ:st]cast[kɑ:st]ҡалдырыу, ташлау
**catch**[kætʃ]caught[kɔ:t]caught[kɔ:t]тоторға, тотоп алырға
**choose**[tʃu:z]chose[tʃouz]chosen['tʃouzən]һайлау, һайлап алыу
**come**[kʌm]came[keɪm]come[kʌm]килергә
**cost**[kɒst]cost[kɒst]cost[kɒst]хаҡы булырға
**cut**[kʌt]cut[kʌt]cut[kʌt]киҫергә
**dig**[dɪg]dug[dʌg]dug[dʌg]ҡаҙырға
**do**[du:]did[dɪd]done[dʌn]эшләргә
**draw**[drɔ:]drew[dru:]drawn[drɔ:n]һүрәт төшөрөү
**dream**[dri:m]dreamt[dremt]dreamt[dremt]төш күреү, хыялланыу
**drink**[drɪŋk]drank[dræŋk]drunk[drʌŋk]эсергә
**drive**[draɪv]drove[drouv]driven['drɪvən]йөрөтөү (автомобиль)
**eat**[i:t]ate[eɪt, et]eaten['i:tn]ашарға
Дөрөҫ булмаған ҡылымдар (2/3: F–R)
InfinitiveTranscriptionPast SimpleTranscriptionP IITranscriptionТәржемәһе
**fall**[fɔ:l]fell[fel]fallen['fɔ:lən]йығылырға
**feed**[fi:d]fed[fed]fed[fed]ашатырға
**feel**[fi:l]felt[felt]felt[felt]хис итеү, тойоу
**fight**[faɪt]fought[fɔ:t]fought[fɔ:t]көрәшергә
**find**[faɪnd]found[faʊnd]found[faʊnd]табыу
**fit**[fit]fit[fit]fit[fit]яҡынлашыу, тап килергә
**fly**[flaɪ]flew[flu:]flown[floun]осоу
**forget**[fər 'get]forgot[fər 'gɒt]forgotten[fər 'gɒtn]онотоу
**forgive**[fər 'gɪv]forgave[fər 'geɪv]forgiven[fər 'gɪvən]кисереү
**freeze**[fri:z]froze[frouz]frozen['frouzən]өшөү
**get**[get]got[gɒt]got[gɒt]алырға
**give**[gɪv]gave[geɪv]given['gɪvən]биреү
**go**[gou]went[went]gone[gɒn]йөрөү, барырға
**grow**[grou]grew[gru:]grown[groun]үҫеү, үҫтерергә
**hang**[hæŋ]hung[hʌŋ]hung[hʌŋ]эленеп тороу
**have**[hæv]had[hæd]had[hæd]эйә булыу, бар
**hear**[hɪər]heard[hɜ:rd]heard[hɜ:rd]ишетеү
**hide**[haɪd]hid[hɪd]hidden['hɪdn]йәшереү
**hit**[hɪt]hit[hɪt]hit[hɪt]тейҙереү, һуғырға
**hold**[hould]held[held]held[held]тотоу
**hurt**[hɜ:rt]hurt[hɜ:rt]hurt[hɜ:rt]яралау, ауыртырға
**keep**[ki:p]kept[kept]kept[kept]һаҡлау
**kneel**[ni:l]knelt[nelt]knelt[nelt]тубыҡланып тороу
**knit**[nɪt]knit[nɪt]knit[nɪt]бәйләргә
**know**[nou]knew[nu:]known[noun]белергә
**lay**[leɪ]laid[leɪd]laid[leɪd]һалырға
**lead**[li:d]led[led]led[led]етәкләү
**lean**[li:n]leant[lent]leant[lent]эйелеү
**learn**[lɜ:rn]learnt[lɜ:rnt]learnt[lɜ:rnt]уҡырға, өйрәнергә
**leave**[li:v]left[left]left[left]ҡалдырыу
**lend**[lend]lent[lent]lent[lent]бурысҡа биреү
**let**[let]let[let]let[let]рөхсәт итеү
**lie**[laɪ]lay[leɪ]lain[leɪn]ятыу
**light**[lait]lit[lit]lit[lit]яҡтыртыу, яндырыу
**lose**[lu:z]lost[lɒst]lost[lɒst]юғалтыу
**make**[meɪk]made[meɪd]made[meɪd]эшләү
**mean**[mi:n]meant[ment]meant[ment]аңлатыу
**meet**[mi:t]met[met]met[met]осратыу, ҡаршы алыу
**mistake**[mis'teik]mistook[mis'tuk]mistaken[mis'teik(e)n]хаталаныу
**pay**[peɪ]paid[peɪd]paid[peɪd]түләү
**put**[pʊt]put[pʊt]put[pʊt]ҡуйырға
**read**[ri:d]read[red]read[red]уҡырға
**ride**[raɪd]rode[roud]ridden['rɪdn]атҡа атланып йөрөү
**ring**[rɪŋ]rang[ræŋ]rung[rʌŋ]шылтыратыу
**rise**[raɪz]rose[rouz]risen['rɪzən]күтәрелеү
**run**[rʌn]ran[ræn]run[rʌn]йүгереү
Дөрөҫ булмаған ҡылымдар (3/3: S–W)
InfinitiveTranscriptionPast SimpleTranscriptionP IITranscriptionТәржемәһе
**say**[seɪ]said[sed]said[sed]һөйләү, әйтергә
**see**[si:]saw[sɔ:]seen[si:n]күреү
**seek**[si:k]sought[sɔ:t]sought[sɔ:t]эҙләү
**sell**[sel]sold[sould]sold[sould]һатыу
**send**[send]sent[sent]sent[sent]ебәреү
**set**[set]set[set]set[set]ҡуйырға
**shake**[ʃeɪk]shook[ʃʊk]shaken['ʃeɪkən]һелкетеү
**shine**[ʃaɪn]shone[ʃoun, ʃɒn]shone[ʃoun, ʃɒn]яҡтыртыу, балҡыу
**shoot**[ʃu:t]shot[ʃɒt]shot[ʃɒt]атырға
**show**[ʃou]showed[ʃoud]shown[ʃoun]күрһәтеү
**shrink**[ʃriŋk]shrank[ʃræŋk]shrunk[ʃrʌŋk]ҡыҫҡартыу, йыйылырға
**shut**[ʃʌt]shut[ʃʌt]shut[ʃʌt]ябырға
**sing**[sɪŋ]sang[sæŋ]sung[sʌŋ]йырлау
**sink**[sɪŋk]sank[sæŋk]sunk[sʌŋk]батыу
**sit**[sɪt]sat[sæt]sat[sæt]ултырыу
**sleep**[sli:p]slept[slept]slept[slept]йоҡлау
**slide**[slaid]slid[slid]slid[slid]шыуыу
**sow**[sou]sowed[soud]sown[soun]сәсеү
**smell**[smel]smelled[smeld]smelled[smeld]еҫкәү, еҫ сығырға
**speak**[spi:k]spoke[spouk]spoken['spoukən]һөйләшеү, әйтеү
**spell**[spel]spelt[spelt]spelt[spelt]хәрефләп әйтергә (яҙырға)
**spend**[spend]spent[spent]spent[spent]тотонорға (аҡса), үткәрергә (ваҡыт)
**spill**[spɪl]spilt[spɪlt]spilt[spɪlt]түгергә, ҡойорға (сыйыҡлыҡты)
**spit**[spɪt]spat[spæt]spat[spæt]төкөрөргә
**split**[splɪt]split[splɪt]split[splɪt]ярырға, бүлергә
**spoil**[spoɪl]spoilt[spoɪlt]spoilt[spoɪlt]боҙорға, боҙолорға
**spread**[spred]spread[spred]spread[spred]таратырға, таралырға
**stand**[stænd]stood[stʊd]stood[stʊd]торорға (аяҡта)
**steal**[sti:l]stole[stoul]stolen['stoulən]урларға
**stick**[stik]stuck[stʌk]stuck[stʌk]йәбештерергә, ҡаҙалырға
**sting**[stiŋ]stung[stʌŋ]stung[stʌŋ]сaғырға (бөжәк)
**strike**[straɪk]struck[strʌk]struck[strʌk]һуғырға, эш ташларға
**strive**[straɪv]strove[strəuv]striven['strɪvn]тырышырға, ынтылырға
**swear**[sweə]swore[swɔ:]sworn[swɔ:n]ант итергә, ҡарғарға
**sweep**[swi:p]swept[slept]swept[slept]һептерергә, һепергә
**swim**[swɪm]swam[swæm]swum[swʌm]йөҙөргә
**take**[teɪk]took[tʊk]taken['teɪkən]алырға
**teach**[ti:tʃ]taught[tɔ:t]taught[tɔ:t]уҡытырға, өйрәтергә
**tear**[teər]tore[tɔr]torn[tɔrn]йыртырға
**tell**[tel]told[tould]told[tould]һөйләргә, әйтергә
**think**[θɪŋk]thought[θɔ:t]thought[θɔ:t]уйларға
**throw**[θrou]threw[θru:]thrown[groun]ташларға, ырғытырға
**understand**[ʌndər 'stænd]understood[ʌndər 'stʊd]understood[ʌndər 'stʊd]аңларға
**upset**[ʌp'set]upset[ʌp'set]upset[ʌp'set]ауҙарырға, пландарҙы боҙорға
**wake**[weɪk]woke[wouk]woken['woukən]уянырға, уятырға
**wear**[weər]wore[wɔr]worn[wɔrn]кейергә, кейеп йөрөргә
**weep**[wi:p]wept[wept]wept[wept]иларға, күҙ йәше түгергә
**wet**[wet]wet[wet]wet[wet]сылатырға, еүекләргә
**win**[wɪn]won[wʌn]won[wʌn]еңергә, отоп алырға
**wind**[waind]wound[waund]wound[waund]борғаланырға, урарға, сәғәт борорға
**write**[raɪt]wrote[rout]written['rɪtn]яҙырға

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз телендә эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр баш һөйләмдән (principal clause) һәм бер йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән (subordinate clause) тора. Баш һөйләм менән эйәрсән һөйләм үҙ-ара теркәүестәр (мәҫәлән: that, if, because, when) йәки союздаш һүҙҙәр (мәҫәлән: who, which, what) аша бәйләнә.

Мәҫәлән:

  • He says that they know English well. (Ул уларҙың инглиз телен яҡшы белеүен әйтә).

Инглиз теленең замандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Инглиз теленең замандары
ЗаманЯбай (Simple)Дәүөм. (Cont.)Тамам. (Perf.)Т.-дәүөм. (P.C.)
ӘҮҘЕМ ЗАЛОГ (ACTIVE VOICE)
PresentV / Vsam/is/are + V-inghave/has + V3have/has been + V-ing
PastV2 / V-edwas/were + V-inghad + V3had been + V-ing
Futurewill + Vwill be + V-ingwill have + V3will have been + V-ing
Fut. i. Pastwould + Vwould be + V-ingwould have + V3would have been + V-ing
ТҮБӘНЛЕК ЗАЛОГ (PASSIVE VOICE)
Presentam/is/are + V3am/is/are being + V3have/has been + V3
Pastwas/were + V3was/were being + V3had been + V3
Futurewill be + V3will have been + V3
Fut. i. Pastwould be + V3would have been + V3

Инглиз алфавиты латин графикаһына нигеҙләнгән һәм 26 хәрефтән тора.

Уларҙың 6-һы һуҙынҡы өндәрҙе белдерә: A, E, I, O, U, Y.

Ҡалған 20 хәреф тартынҡы өндәрҙе билдәләй: B, C, D, F, G, H, J, K, L, M, N, P, Q, R, S, T, V, W, X, Z.

Диграфтар һәм төп өн айырымлыҡтары
ДиграфӘйтелешеМиҫалБашҡортса өн эквиваленты
1**sh**[ʃ]«shine» [ʃaɪn]Башҡортса Ш өнөнә тура килә.
2**zh**[ʒ]«Zhukov» [ˈʒukov]Башҡортса Ж өнөнә тура килә.
3**ch**[tʃ]«China» [ˈtʃaɪnə]Башҡортса Ч өнөнә тура килә.
4**kh**[x]«Kharkov» [ˈxarkof]Башҡортса Х йәки Ҡ өндәренә яҡын.
5**th**[ð]«the» [ðə]Башҡортса яңғырау Ҙ өнөнә тиң.
6**th**[θ]«think» [θɪŋk]Башҡортса һаңғырау Ҫ өнөнә тиң.
7**ph**[f]«photo» [ˈfəʊtəʊ]Башҡортса Ф өнөнә тура килә.
8**ng**[ŋ]«sing» [sɪŋ]Башҡортса урта тел арты Ң өнөнә тура килә.
9**ee**[i:]«see» [si:]Оҙон И өнөн белдерә.
10**oo**[u:] / [ʊ]«too» [tu:]Оҙон У йәки ҡыҫҡа еңел у өнө.
11**ea**[i:] / [e]«meat» [mi:t]Йыш ҡына оҙон И йәки ҡыҫҡа Э өнө.
12**ai**[eɪ]«rain» [reɪn]Дифтонг, башҡортса ЭЙ тип уҡыла.
13**oa**[əʊ]«coat» [kəʊt]Дифтонг, башҡортса ОУ йәки ӨҮ өнө.
14**ou**[aʊ]«house» [haʊs]Дифтонг, башҡортса АУ тип уҡыла.


  1. List of languages by total number of speakers
  2. 1 2 3 Historical background. Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 8 август 2026.
  3. A Brief History of the English Language. — Scribd, 2024.
  4. Key Events. ThoughtCo. Дата обращения: 8 август 2026.
  5. Crystal, David. English as a Global Language. — Cambridge University Press, 2003.
  6. 1 2 Wells, John C. Accents of English. — Cambridge University Press, 1982.