Интернет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Интерне́т (ингл. Internet, МФА: [ˈɪn.tə.net]) — мәғлүмәт һаҡлау һәм тапшырыу өсөн берләшкән компьютер селтәрҙәренең бөтә донъя системаһы. Донъя селтәре һәм Глобаль селтәр, йә Селтәр генә тип тә йөрөтөлә. TCP/IP протоколдары базаһында төҙөлгән. Интернет нигеҙендә Бөтә донъя селтәре (урыҫса «Всемирная паутина», ингл. World Wide Web, WWW) һәм башҡа бик күп төрлө мәғлүмәт тапшырыу системалары эшләй. 

2012 йылдың 30 июненә интернетты даими ҡулланыусылар һаны 2,4 млрд-тан ашып китте, йәғни Ер шары халҡының өстән бер өлөшөнән күберәге интернет хеҙмәттәренән файҙалана ине. 

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

35 лет Интернету, 1969—2004. Марка 2004.

1957 йылда, Советтар Союзы Ерҙең беренсе яһалма юлдашын осорғандан һуң, АҠШ-тың Оборона министрлығы шундай ҡарарға килә:[источник не указан 918 дней], һуғыш була ҡалһа, АҠШ-ҡа ышаныслы мәғлүмәт тапшырыу системаһы кәрәк. АҠШ-тың Перспективалы оборона ғилми-тикшеренеү эшләнмәләре агентлығы (DARPA) ошо маҡсатта компьютер селтәре эшләргә тәҡдим итә. Был бурыс Лос-Анджелестағы Калифорния университетына, Стэнфорд тикшеренеүҙәр үҙәгенә, Юта университетына һәм Санта-Барбаралағы Калифорния штаты университетына йөкмәтелә. Компьютер селтәренә ARPANET (инглAdvanced Research Projects Agency Network) тигән исем бирелә, 1969 йылда проект сиктәрендә селтәр ошо дүрт ғилми учреждениены тоташтыра. Бөтә эштәрҙе АҠШ Оборона министрлығы финанслай. Артабан ARPANET әүҙем үҫеш ала, уны төрлө өлкәләрҙә эшләгән ғалимдар ҡуллана башлай. 

ARPANET'тың беренсе серверы 1969 йылдың 2 сентябрендә Калифорния университетында (Лос-Анджелес) ҡуйыла. Honeywell DP-516 компьютеры 24 Кб оператив хәтергә эйә була[1].

1969 йылдың 29 октябрендә 21:00 сәғәттә ARPANET селтәренең бер-береһенән 640 километрҙа — Калифорния университеты менән Стэнфорд тикшеренеүҙәр институтында — ятҡан ике узелы араһында бәйләнеш сеансы үткәрелә. Лос-Анджелестағы Чарли Клайн (Charley Kline) Стэнфордтағы компьютерға алыҫтан тоташыуҙы тормошҡа ашырып ҡарай. Индерелгән һәр символдың уңышлы тапшырылыуын уның Стэнфордтағы коллегаһы Билл Дювалль (Bill Duvall) телефон аша раҫлай. 

Иң тәүҙә бары тик ике генә  символ «LO» («LOG» тип тапшырырға йыйынһалар ҙа) ебәрелә, сөнки селтәрҙең эше туҡтап ҡала. LOG иһә LOGIN тигән һүҙҙе аңлатырға тейеш була (системаға инеү командаһы). 22:30 сәғәткә система ҡайтанан сафҡа инә, киләһе ынтылыш уңышлы була. Ошо датаны интернеттың тыуған көнө тип атайҙар[2].

1971 йылға селтәр аша электрон почта ебәреү өсөн беренсе программа эшләнә. Ул тиҙ арала таралыу таба. 

1973 йылда трансатлантик телефон кабеле аша Бөйөк Британиянан һәм Норвегиянан тәүге сит ил ойошмалары тоташтырыла, шулай итеп, селтәр халыҡ-араға әйләнә.  

1970-се йылдарҙа селтәр нигеҙҙә электрон почта ебәреү өсөн ҡулланыла, шулай уҡ почта таратыу исемлектәре, яңылыҡтар төркөмдәре һәм иғлан таҡталары барлыҡҡа килә. Ләкин ул саҡта  селтәр башҡа техник стандарттар буйынса төҙөлгән селтәрҙәр менән анһат ҡына эш итеп китә алмай. 1970-се йылдар аҙағына бирелмәләр тапшырыу протоколдары дәррәү үҫеш ала. Улар 19821983 йылдарҙа стандартлаштырыла. Селтәр протоколдарын әҙерләүҙә һәм стандартлаштырыуҙа Джон Постел ҙур эш  башҡара. 1983 йылдың 1 ғинуарында  ARPANET селтәре NCP протоколынан TCP/IP протоколына күсә, ул әле лә селтәрҙәрҙе берләштереүҙә уңышлы ҡулланыла.  Нәҡ 1983 йылда «интернет» термины  ARPANET селтәренә ҡарата ҡулланылышҡа индерелә.

1984 йылда  домен исемдәре системаһы (инглDomain Name System, DNS) барлыҡҡа килә.

Интернеттың йылдам үҫеше

1984 йылда  ARPANET селтәренең етди ярышташы барлыҡҡа килә: АҠШ-тың Милли ғилми фонды (NSF)  университет-ара  NSFNet (инглNational Science Foundation Network) селтәрен нигеҙләй. Ул бәләкәйерәк селтәрҙәрҙән хасил ителә һәм  ARPANET-ҡа ҡарағанда ҙурыраҡ үткәреү һәләтенә эйә була. Бер йыл эсендә был селтәргә 10 меңләп компьютер ҡушыла, һәм «интернет» атамаһы яйлап ҡына NSFNet'ҡа күсә башлай. 

1988 йылда Internet Relay Chat (IRC) протоколы эшләнә, уның ярҙамында  интернетта реаль ваҡытта аралашыу (чат) мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

1989 йылда Ядро тикшеренеүҙәре  буйынса Европа советында (ЦЕРН) Бөтә донъя селтәре булдырыу концепцияһы ярала. Уны билдәле британ ғалимы Тим Бернерс-Ли тәҡдим итә. Ул ике йыл эсендә HTTP протоколын,  HTML телен һәм  URI идентификаторҙарын эшләй. 

1990 йылда  ARPANET селтәре йәшәүҙән туҡтай. Шул уҡ йылды интернетҡа беренсе тапҡыр телефон аша тоташыу була. 

1991 йылда  Бөтә донъя селтәр ауы дөйөм ҡулланыуға инә башлай. Ә 1993 йылда билдәле NCSA Mosaic веб-браузеры барлыҡҡа килә. 

1995 йылда  NSFNet  тикшеренеүҙәр селтәре булып ҡала, ә интернетта трафикты маршрутизациялау менән Милли ғилми фондтың суперкомпьютерҙары түгел, ә селтәр провайдерҙары шөғөлләнә. 

Бөтә донъя селтәр ауы консорциумы  (W3C) барлыҡҡа килә. 

Хәҙерге ваҡытта интернетҡа элемтә спутниктары, радио-каналдар, кабелле телевидение, телефон, оптик-сүсле линиялар йә электр үткәргес аша тоташып була. 1997 йылға интернетта 10 млн. самаһы компьютер була, 1 млн.-дан ашыу домен исеме теркәлә. 

Биш йыл эсендә Интернет аудиторияһы 50 миллиондан ашыу ҡулланыусыны берләштерә. Башҡа коммуникация сараларына бындай күләмдә таралыу табыу өсөн күберәк ваҡыт талап ителгән була[3]:

Мәғлүмәт сараһы Ваҡыт, йыл
Радио 38
Телевидение 13
Кабелле телевидение 10
Интернет 5

Барлыҡҡа килерен алдан әйтеүҙәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • XIX быуаттың урыҫ яҙыусыһы, философы һәм йәмәғәт эшмәкәре Владимир Одоевский 1837 йылда яҙылған «4338-се йыл» тигән тамамланмаған утопик романында хәҙерге блогтар һәм интернет барлыҡҡа килерен беренсе булып күҙаллағандыр тип иҫәпләргә була. Романда шундай юлдар бар: «таныш йорттар араһында магнетик телеграфтар ҡоролған, улар ярҙамында алыҫ йәшәүселәр бер-береһе менән аралаша».
  • Электр мәғлүмәт элемтәһен бизнес өсөн ҡулланыу идеяһын  1908 йылда Никола Тесла әйтә[4]:
  • Инглиз яҙыусыһы  Эдвард Морган Форстер «Машина туҡтала» (1909) тигән фантастик повесть-антиутопияһында кешелекте хеҙмәтләндергән бөтә донъя автоматик системаһын һүрәтләй. Кешеләр тулыһынса унан бойондороҡло була бара, физик көс-ҡеүәтен юғалта, бер ҡайҙа сыҡмай тиерлек үҙҙәренең кәрәҙ ояһы кеүек фатирҙарында ята һәм бер-береһе менән ситтән тороп ҡына аралаша. Система эштән сыға, бөтәһе лә һәләк була. Шулай итеп, бөгөнгө  интернетҡа көслө бәйлелек проблемаһы алдан әйтелә [5].
  • Мюррей Лейнстерҙың «Джо исемле логик компьютер» (1946) тигән хикәйәһендә «логиктарҙы» (компьютерҙарҙы) берләштереүсе донъя селтәре тасуирлана. Улар  банктарға,  телекоммуникацияларға, авиарейстарға һ.б. күп нәмәгә идара итә. Төп герой — бракка сығарылған логик Джо — ҡулланыусылар һорауы буйынса селтәрҙә кешеләрҙе, өйҙә бомба эшләү ысулдарын һ.б. эҙләй. 
  • Фантаст яҙыусылар араһында хәҙерге интернет-серверҙарҙы хәтерләткән дөйөм милли йәки дөйөм планета компьютерҙарын һүрәтләүселәр байтаҡ. Улар араһында Айзек Азимов уйлап тапҡан  Multivac (1955—1979), Бер туған Стругацкийҙарҙың Ҙур Бөтә Планета Информаторийы (1970—80-се йй.), Сергей Снеговтың  «Кешеләр аллалар кеүек» (1966) романындағы Ҙур Академик Машина бар. 

Перспективалары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Коммерцияға ҡараған интернет-провайдерҙар трафик алмашыу нөктәләре ярҙамында тоташҡан кеүек, тикшеренеүҙәр селтәрҙәре вағыраҡ селтәрҙәргә берләшә:

  • National LambdaRail 
  • Abilene Network 
  • GEANT 
  • GLORIAD

Рәсәйҙә  «А́билин» (ингл.  Abilene Network) тигән проект — юғары тиҙлекле эксперименталь селтәр — киңерәк билдәле, уны «Интернет 2» (ингл. Internet2)  американ консорциумы эшләгән. Консорциум үҙе коммерцияға ҡарамай, ул алдынғы ҡушымталар һәм селтәр технологияларын эшләү менән мәшғүл.  Абилин  АҠШ-тың 230-лаған университетын, фәнни үҙәген һәм башҡа учреждениеларҙы берләштерә.  Абилинға бирелмәләрҙе тапшырыуҙың юғары тиҙлеге  хас, теорияла  ул тиҙлек  200 Гбит/с-ҡа етә ала тип ҡарала.

Интернетты артабан камиллаштырыуҙы күптәр семантик селтәр ауы концепцияһын индереү менән бәйләй. 

Төп принциптары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет күп меңдәрсә корпоратив, ғилми, хөкүмәт һәм йорт компьютерҙары селтәрҙәренән тора. Төрлө ҡоролошло һәм топологиялы селтәрҙәрҙе берләштереү IP  протоколы (инглInternet Protocol) һәм бирелмәләр тупланмаһын маршрутизациялау принцибы арҡаһында мөмкин булды. 

IP протоколы физик элемтә каналдарына ҡарата махсус рәүештә агностик итеп сығарылған. Йәғни цифрлы бирелмәләрҙе тапшырыуҙың теләһә ҡайһы  системаһы (селтәре), сымлыһы ла, сымһыҙы ла, әгәр уға ҡарата  IP-тупланмаларҙы инкапсуляциялау  стандарты сығарылған булһа, интернет трафигын да тапшыра ала. IP протоколының агностицизмы, атап әйткәндә, шуны аңлата: компьютер йәки маршрутизатор үҙе тоташтырылған селтәрҙәрҙең тибын танырға һәм улар менән эшләй белергә тейеш; ләкин уның маршрутизаторҙарҙан ситтә ниндәй селтәрҙәр барлығын белеүе мотлаҡ түгел. 

Селтәрҙәр осрашҡан урындарҙа махсус маршрутизаторҙар (программаныҡы йәки  аппараттыҡы) бирелмәләр тупланмаларын автоматик сорттарға айырыу йәки был тупланмаларҙы уларҙы алыусыларҙың IP-адрестарына йүнәлтеү менән  шөғөлләнә. IP протоколы бөтә донъя күләмендә берҙәм адрестар мөхитен хасил итә, ләкин һәр бер селтәрҙә үҙ адрестар мөхите лә булырға мөмкин, ул селтәр класына ҡарап һайлана. IP-адрестарҙың бындай ойошторолошо  маршрутизаторҙарға һәр бер бирелмәләр тупланмаһы өсөн йүнәлеште билдәләргә мөмкинлек бирә.   

Протоколдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Протокол — ул компьютерҙарҙың селтәрҙә эшләгәндә үҙ-ара аралашыу «теле». Интернет протоколдары системаһын  «TCP/IP протоколдары стекы» тип йөрөтәләр.

Интернетта иң таралған протоколдар:

 OSI кимәле OSI кимәленә яҡынса тап килгән протоколдар 
Ҡулланма BGP, DNS, FTP, HTTP, HTTPS, IMAP, LDAP, POP3, SNMP, SMTP, SSH, Telnet, XMPP (Jabber)
Сеанс/Вәкәләт SSL, TLS
Транспорт TCP, UDP
Селтәр EIGRP, ICMP, IGMP, IP, IS-IS, OSPF, RIP
Канал Arcnet, ATM, Ethernet, Frame relay, HDLC, PPP, L2TP, SLIP, Token ring

Интернетта популяр булһа ла, әлегә стандартлаштырылмаған протоколдар ҙа күп. 

Был протоколдар файлдар һәм текслы хәбәрҙәр менән алмашыу  өсөн кәрәк, уларҙың ҡайһыларында тотош файл алмашыу селтәрҙәре ҡоролған.

Структура (сервистар һәм хеҙмәттәр)[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта интернетта күп төрлө ресурстар менән эшләүҙе тәьмин иткән сервистар бик күп. Улар араһында айырыуса билдәлеләре:  

  • DNS сервисы, йәки домен исемдәре системаһы, селтәр узелдарын адреслау өсөн һанлы адрестар урынына мнемоник исемдәр ҡулланыу мөмкинлеген бирә;
  • электрон почта (E-mail), кешенең бер йәки бер нисә абунасы менән хәбәрләшеүен тәьмин итә;
  • IRC сервисы, реаль ваҡытта текслы хәбәрләшеү ғәмәлен тәьмин итә (chat);
  • телеконференциялар, йәки яңылыҡтар төркөмдәре (Usenet), күмәкләп хәбәрләшеү мөмкинлеген бирә;
  • FTP сервисы — төрлө типтағы файлдарҙы һаҡлау һәм ебәреүҙе тәьмин итеүсе файл архивтары системаһы;
  • Telnet сервисы, алыҫтағы компьютерҙар менән терминаль режимда идара итеү өсөн тәғәйенләнә;
  • World Wide Web (WWW, W3, «Бөтә донъя селтәр ауы») — гипертекслы (гипермедиа) система, төрлө-төрлө селтәр ресурстарын берҙәм мәғлүмәт арауығына ҡушыу өсөн тәғәйенләнгән;
  • Ағымлы  мультимедиа.

Был сервистар стандарт сервистар булып тора. Йәғни клиент һәм сервер программа тәьминәтенең төҙөлөү принциптары, шулай уҡ үҙ-ара эш итеү протоколдары халыҡ-ара стандарттар рәүешендә эшләнгән. Тимәк, программа тәьминәтен эшләүселәргә дөйөм техник талаптарға ярашлы эш итергә кәрәк. 

Стандарт сервистар менән бергә стандарт булмағандары ла бар.  Улар теге йәки был компанияның оригиналь эшләнмәһе булып тора. Мәҫәлән, Instant Messenger (интернет-пейджерҙар — ICQ, AOl, Demos on-line һ.б.) кеүек системалар, интернет-телефония, радио һәм видео трансляциялау системалары һ.б. Бындай системалар халыҡ-ара стандарттарға тап килмәгәнлектән башҡа ошондай сервистар менән техник ярашмаусанлыҡҡа тап булыу ихтималлығына эйә. 

Стандарт сервистар өсөн транспорт кимәлендәге протоколдар менән эшләү ҙә стандартлаштырыла. Атап әйткәндә, һәр бер программа серверына стандарт TCP- һәм UDP-порт номерҙары бирелә, улар бер нигә ҡарамай үҙгәрешһеҙ ҡала. Клиент программа тәьминәте порттарының номерҙары иһә улай уҡ ҡаты тотолмай, сөнки:

  • беренсенән, ҡулланыусы узелында клиент программаһының бер нисә күсермәһе эш итеүе бар, һәм уларҙың һәр береһе транспорт протоколы тарафынан шәхсән танылырға тейеш, йәғни һәр күсермәнең үҙенең уникаль порт номеры булыуы мотлаҡ;
  • икенсенән, клиент белешеүҙе ҡайҙа ебәрергә белһен өсөн, сервер порттарының тейешле ҡағиҙәләргә буйһоноуы мөһим, ә сервер  белешеү алынған адрес буйынса яуапты ебәрә ала. 
Хеҙмәттәр

Әле айырыуса киң ҡулланыла торған интернет хеҙмәттәре — ошолар:

  • Донъя селтәр ауы
    • Веб-форумдар
    • Блогтар
    • Вики-проекттар (атап әйткәндә, Википедия)
    • Интернет-кибеттәр
    • Интернет-аукциондар
    • Социаль селтәрҙәр
  • Электрон почта һәм хат-хәбәр таратыу исемлектәре
  • Яңылыҡтар төркөмдәре (нигеҙҙә, Usenet)
  • Файл алмашыу селтәрҙәре
  • Электрон түләү системалары
  • Интернет-радио
  • Интернет-телевидение IPTV
  • IP-телефония
  • Мессенджерҙар
  • FTP-серверҙар
  • IRC
  • Эҙләү системалары
  • Интернет-реклама
  • Алыҫ терминалдар
  • Алыҫтан идара итеү
  • Күп ҡулланыусылар уйындары
  • Веб 2.0
  • Интернет-трейдинг

Браузерҙар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Браузер —  веб-битте ҡарау өсөн кәрәкле компьютер программаһы.

Күп төрлө браузерҙар бар. Иң ныҡ таралғандары: Google Chrome, Internet Explorer, Mozilla Firefox, Safari һәм Opera.

Телдәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет ҡулланыусыларҙың мәғлүмәт ресурстарын файҙаланыу ирке дәүләт сиктәре һәм/йәки милли домендар менән сикләнмәй, ләкин тел сиктәре һаҡлана әле. Интернетта инглиз теле өҫтөнлөк итә. Урыҫ теле 2-се урынды биләй[6].

Интернеттың тел буйынса бүленеш өлкәләре уларҙа ҡулланылған тел  буйынса атап йөрөтөлә. Интернеттың урыҫ телле өлкәһе «Русский интернет», ҡыҫҡаса  Рунет тип атала. Башҡорт интернеты — Башнет

Рунет[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Рунет  — Интернет селтәренең урыҫ телле өлөшө. Тарыраҡ билдәләмәлә иһә Рунет — Бөтә донъя селтәр ауының .su, .ru һәм .рф тигән милли домендарҙағы өлөшө. 19871994 йылдар урыҫ телле Интернет барлыҡҡа килеүҙең иң мөһим осоро булды.   1990 йылдың 28 авгусында И. В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институтында һәм СССР Автомобиль транспорты министрлығының Квалификацияны күтәреү институтында үҫеп сыҡҡан һәм ғалим физиктар менән программа яҙыусыларҙы берләштергән фәнни төркөм Интернет донъя селтәренә ҡушыла. 1990 йылдың 19 сентябрендә беренсе кимәлдәге .su домены InterNIC халыҡ-ара мәғлүмәт үҙәге базаһында теркәлә. Ошоноң һөҙөмтәһендә Советтар Союзы менән Интернет аша бәйләнеш тотоу мөмкинлеге асыла. 1994 йылдың 7 апрелендә InterNIC'та .ru Рәсәй домены теркәлә.

«.рф» (punycode: xn--p1ai; Рәсәй Федерацияһы) домены  URL-адреста кириллица символдарын ҡулланыу мөмкинлеген бирә, ул  DNS'тың тамыр системаһына 2010 йылдың 12 майында тапшырылған[7]. «Интернет» техник үҙәге статистикаһынан күренеүенсә[8], 2010 йыл аҙағында .рф зонаһында 700 меңләп домен теркәлгән, шуның 350 меңләбе теркәлеүен тапшырмаған. Интернет селтәрендәге милли доменды координациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, .рф зонаһында әлеге көнгә теркәлгән домен исемдәренең 8 %-лабы ғына урыҫ теленең дөйөм ҡулланылыштағы һүҙҙәренән тора. Йәнә 30 % самаһы бер нисә һүҙҙән төҙөлгән, ҡалған бөтә домендар кеше исемдәренән, әҙәби персонаждар исемдәренән, компаниялар атамаларынан яһалған. Исемдәрҙең күпселеге тауар билдәләре хужаларыныҡы булып тора. Исемдәрҙең яртыһы тиерлек — Мәскәүҙә,  9 %-ы — Мәскәү өлкәһендә, 8 % Санкт-Петербургта теркәлгән[9].

Юридик яҡтары һәм дөйөм үҙсәнлектәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Интернеттың милексеһе юҡ, сөнки ул географик яҡтан төрлө урындағы селтәрҙәр йыйылмаһынан хасил була. 
  2. Интернетты тулыһынса һүндереп булмай, сөнки селтәр маршрутизаторҙары берҙәм тышҡы идарала түгел. 
  3. Интернет бөтә кешелектең хазинаһы булып тора.
  4. Интернеттың ҡыҙыҡһынған кешеләр тарафынан ҡулланыла торған файҙалы һәм зарарлы мөмкинлектәре бик күп.
  5. Интернет, бөтәһенән  элек, мәғлүмәтте асыҡ һаҡлау һәм таратыу сараһы булып тора. Шифрланмаған мәғлүмәттең маршрут буйынса транспортланған саҡта яттар ҡулына эләгеүе бар. 
  6. Интернет һәр компьютерҙы Селтәргә тоташтырылған башҡалары менән бәйләй ала. 
  7. Интернеттағы сайттар мәғлүмәтте уҡыусы ихтыярына ярашлы тарата.  
  8. Сүпхат-серверҙар һәм «зомби-селтәрҙәр» мәғлүмәтте ебәреүсе ихтыяры буйынса тарата һәм ҡулланыусыларҙың почта йәшниктәрен сүпхаттар менән тултыра (ысынбарлыҡтағы почта йәшниктәрен реклама гәзттәре һәм брошюралары менән тултырған кеүек).
  9. Интернетта мәғлүмәт таралыу социаль мөхиттә имеш-мимештәр таралыуға оҡшаш. Мәғлүмәткә ҡыҙыҡһыныу ҙур булһа, ул тиҙ һәм киң тарала, ҡыҙыҡтырмаһа — таралмай.
  10. Интернеттағы мәғлүмәттәрҙе уҡыу, ҡағиҙә булараҡ, әҫәрҙе ябыҡ уҡыу булып тора. Интернетта мәғлүмәтте таратҡан (фаш иткән) өсөн, әгәр ул дәүләт йә башҡа берәүҙең сере, яла, таратылыуы закон менән тыйылған башҡа мәғлүмәттәр булһа, мәғлүмәт индерелгән урындағы закондарға ярашлы, юридик яуаплылыҡҡа тарттырылыу ихтимал.[источник не указан 2025 дней]
  11. 2011 йылдың 3 июнендә Интернетҡа инеүҙе кешенең база хоҡуғы тип таныу тураһында БМО-ның резолюцияһы ҡабул ителде. Шулай итеп, теге йәки был төбәкте Интернеттан өҙөү кеше хоҡуғын боҙоу булып тора[10].

Төп ҡулланыу өлкәләре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Электрон бизнес[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Интернет ресурстарының күпселеге ниндәй ҙә булһа кимәлдә коммерция эшмәкәрлеге менән бәйләнгән[11]. Интернет реклама, тауарҙар һәм  хеҙмәттәр һатыу, маркетинг тикшеренеүҙәре үткәреү, электрон түләүҙәр башҡарыу, банк иҫәптәренә идара итеү өсөн ҡулланыла. 

Oxford Economics докладына ярашлы, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе электрон ысул менән һатыуҙың дөйөм күләме, шулай уҡ цифрлы продукттар һәм хеҙмәттәр баҙары күләме дөйөм донъя кимәлендә 20.4 триллион АҠШ доллары тәшкил итә, был донъялағы бөтә һатыуҙарҙың 13,8 %-ын тәшкил итә[12].

Киң мәғлүмәт саралары (КМС)[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Жанр буйынса интернет-баҫмалар  офлайн баҫмаларҙан айырылмай — яңылыҡтар, әҙәби, фәнни-популяр, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һ.б. сайттар бар. Әммә, офлайн баҫмалар даими сыҡһа (көнөнә, аҙнаһына, айына бер), интернет-баҫмалар яңы материал килеүгә ҡарап яңыртылып тора. Шулай уҡ интернет-радио һәм интернет-телевидение ла бар. 

Интернет-КМС үҫеше арҡаһында ҡағыҙ матбуғат баҫмаларын уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей бара. Мәҫәлән, АҠШ-та 1989—2009 йылдарҙа сығарылған гәзиттәр һаны көнөнә 62 млн-дан 49 млн данаға ҡалып кәмегән[13].

Әҙәбиәт, музыка, кино[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернетта эшләгән электрон китапханаларҙа ғәйәт ҙур һандағы баҫмалар бар. Селтәрҙә булған китаптар араһында күптән библиографик йәһәттән һирәк осрай торған баҫмаға әйләнгәндәре йәки бөтөнләй нәшер ителмәгәндәре лә байтаҡ. 

Башлап яҙған яҙыусылар һәм шағирҙар ҙа, ҡайһы бер билдәле авторҙар ҙа Интернетҡа үҙенең ижадын сығара. 

Тауышлы файлдарҙы, сифатын һаҡлап, Интернет аша тапшырыуға яраҡлы иткән  MP3 форматы барлыҡҡа килеү менән Интернетта музыка киң тарала башланы. Интернетта башҡарыусының яңы дискындағы берәй йырҙың таралыуы уға яҡшы реклама булып тора һәм яҙмаларҙың һатылыуын арттыра. 

Интернетта шулай уҡ фильмдар күп, уларҙың күпселеге рөхсәтһеҙ тейәлгән. Уларға инеү файл алмашыу селтәрҙәре аша (атап әйткәндә, BitTorrent  технологияһын ҡулланып) башҡарыла.

Күсермәләр яһау, әҙәби, музыкаль әҫәрҙәрҙе һәм кинофильмдарҙы тейәү еңеллеге арҡаһында авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау мәсьәләһе көнүҙәккә әүерелде. 

Элемтә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Электрон почта әлеге көндә иң киң ҡулланылыусы элемтә сараһы булып тора. Шулай уҡ  IP-телефония һәм Skype (компьютерҙар араһында Интернет аша  пиринг селтәрҙәрен ҡулланыу юлы менән шифрланған тауышлы бәйләнеште һәм видеобәйләнеште тәьмин итеүсе  ябыҡ кодлы түләүһеҙ проприентар программа тәьминәте, шулай уҡ кеҫә һәм стационар телефондарға түләүле шылтыратыу хеҙмәттәре) кеүек программалар ҙа киң ҡулланыла.

Интернетты элемтә сараһы итеп ҡулланыу мәшғүллектең алыҫтан тороп эшләү кеүек төрө таралыуға юл асты. 

Аралашыу[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар берләштергән кешеләр өсөн аралашыу сараһы булып тора. Интернет-форумдар, блогтар һәм социаль селтәрҙәр шуға хеҙмәт итә. Социаль селтәрҙәр һәр кемдең үҙ виртуаль «Мин»ен ижад итеүе өсөн техник һәм социаль база тәьмин итә. Һәр кем аралашып йә ижад итеп кенә ҡалмай, үҙ ижади емештәрен күп миллионлы аудитория менән уртаҡлаша ла ала. 

Краудсорсинг[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет үҙ эшмәкәрлектәрен берләштереү һәм көйләү өсөн ирекмәндәргә лә ҡулай шарттар тыуҙырҙы. 

Википедия — ирекмәндәр тарафынан үҫтерелеүсе онлайн-энциклопедия — ошондай проекттарҙың иң ҙуры булып тора.

Граждандар ғилеме программалары миҫалдары: Бөтә донъя Һыуҙы тикшереү көнө, НАСА ҡурсалауы аҫтындағы Stardust@Home һәм  Clickworkers,  галактикаларҙы классификациялау буйынса  Galaxy Zoo проекты. 

Цензура[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Күп илдәрҙә селтәргә ҡарата етди сикләүҙәр бар, йәғни айырым сайттарға  (КМС-ҡа, аналитик, порнографик сайттарға) йәки тотош селтәргә инеү тыйыла. Мәҫәлән, ҠХР-ҙа  «Алтын ҡалҡан» проекты — провайдерҙар менән мәғлүмәт тапшырыуҙың халыҡ-ара селтәрҙәре араһындағы интернет-каналда мәғлүмәтте һөҙөп үткәреү системаһы эшләй. 

Интернетта ҡайһы бер хөкүмәттәргә ҡулай булмаған мәғлүмәт ресурстары барға күрә улар Интернетты киң мәғлүмәт сараһы тип иғлан итергә һәм уға ҡағылышлы сикләүҙәрҙе ҡулланырға тырыша.  Ысынында, Интернет — ул, телефон селтәре йәки ҡағыҙ кеүек, мәғлүмәтте йөрөтөүсе, мәғлүмәтле мөхит. Донъяла Интернетҡа тоташыуға дәүләт монополияһы ла осрай. 

Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт ресурстарының күпселеге үҙҙәре  баҫтырған мәғлүмәтте, үткәрелгән сәйәсәткә йә үҙҙәренең эске ҡағиҙәләренә ҡарап, рәсми цензураға (модерацияға) дусар итә. Был һүҙ иркенең демократик принциптарына ҡаршы килмәй. 

Кәрәкһеҙ тип табылған контенттан ҡулланыусының компьютерына фильтрҙар ҡуйып һаҡланып була. 

«Интернетта цензураның иң һөҙөмтәле ысулы — ул провайдерҙар менән эшләү. Ҡулланыусыларға рөхсәт ителмәгән адрестар исемлеген индерергә мөмкин»[14].

Интернеттағы цензураны еңер өсөн ҡулланыусылар бикләнгән ресурстарға үтеп кереүҙең рөхсәт ителгән төрлө ресурстарын файҙалана. Әйтәйек, веб-прокси һәм прокси-серверҙар, анонимайзерҙар һәм аноним селтәрҙәр,  RSS-агрегаторҙар, веб-биттәрҙең йөкмәткеһен күрһәтелгән биттең адресына күсерә торған веб-сервситар (мәҫәлән, Google Translate), VPN шундайҙарға инә. 

Субмәҙәниәттәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Замана Интернеты бик күп яҡлы социаль һәм мәҙәни ҡырҙарға эйә. Ул универсаль глобаль мәғлүмәт мөхите булып тора.

Интернет-берләшмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет аралашыу өсөн ғәйәт киң техник мөмкинлектәр аса. Унда ҡыҙыҡһыныуҙары, донъяға ҡарашы буйынса оҡшаш кешеләр еңел табыша, донъяның төрлө төбәктәренә таралып киткән элекке таныштарҙы табыу мөмкинлеге лә бар. Өҫтәүенә, Селтәрҙә аралаша башлау, шәхси осрашыу ваҡытындағыға ҡарағанда психологик йәһәттән еңелерәк. Ошо сәбәптәр уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булған һәм нигеҙҙә Интернет аша аралашҡан кешеләрҙең веб-берләшмәләре барлыҡҡа килеүҙе дәртләндерә. Бындай интернет-берләшмәләр йәмғиәт тормошонда торған һайын ҙурыраҡ урын ала бара. 

Интернет-бәйлелек[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет таралыу менән бергә уның кире яҡтары ла барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр виртуаль мөхиткә шул тиклем ныҡ ылыға, хатта уны ысынбарлыҡтан өҫтөн күрә башлай, компьютер алдында көнөнә 18 сәғәткәсә ваҡытын үткәрә. Тамырында психологик күренеш булып торған интернет-бәйлелекте наркомания  — наркотик матдәләрҙән физик бойондороҡлолоҡ менән тиңләйҙәр. Интернет-бәйлелек Интернетҡа тоташыу теләгенең еңелгеһеҙлеге һәм ваҡытында унан сыға алмау менән һүрәтләнә. Төрлө тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  әле донъяла интернет ҡулланыусыларҙың 10 % самаһына интернет-бәйлелек хас. Рәсәй психиатрҙары фекеренсә,  илдә ундайҙар 4—6 %.

Киберпанк[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Интернет, кибермөхит һәм виртуаль ысынбарлыҡ хәҙерге сәнғәттә лә сағылыш тапты. 1980-се йылдар уртаһында уҡ фәнни фантастиканың компьютерҙар, юғары технологиялар һәм техник прогрестың йәмғиәткә һәләкәтле йоғонтоһо проблемаларына арналған  жанры барлыҡҡа килде. Уларҙың күпселегенең  сюжетында хакерҙарҙың ҡеүәтле корпорациялар менән көрәше ята. Жанр әҙәбиәттә, кинематографта, альтернатив музыкала, график әҫәрҙәрҙә (айырыуса анимела) һәм компьютер уйындарында киң таралыу тапты. Киберпанк тигән термин яҙыусы Брюс Бетке тарафынан уйлап сығарылған һәм таратылған, ул 1983 йылда ошо исемле хикәйә яҙа. Жанрҙың кибертрэш, нанопанк тигән тармаҡтары әҙ таралған. 

Троллинг[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Троллинг — Интернетта 1990-сы йылдарҙа үҫеш алған һәм Селтәрҙә нормаль аралашыуға ҡамасаулай торған психологик һәм социаль күренеш, Донъя селтәрендә махсус рәүештә провокацион хәбәрҙәр һәм мәҡәләләр баҫҡан кешеләрҙе  Интернет-тролль йәки тролль (инглtroll) тип атайҙар. Улар ҡатнашыусылар араһында бәрелештәр, янъял, бәхәс, флейм тоҡандырырға тырыша. Бындай мәҡәләләрҙә һәм хәбәрҙәрҙе лә тролль тип йөрөтәләр, ә уларҙы яҙыу троллинг тип атала. 

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • 1995 йылда билдәле АҠШ журналисы  Луи Джоральдо «Newsweek» журналында Интернет — ул «реклама өйөмөнән башҡа бер ни ҙә түгел» тип иғлан итә[15].
  • XXI быуат башында эскимостар  Интернет менән таныша, терминды уларҙың теленә тәржемә итергә кәрәк була. Эксперттар ‘ikiaqqivik’ — «ҡатламдар аша сәйәхәт» тигән һүҙҙе һайлай. Әүәл был һүҙ теге йәки был һорауға яуап эҙләп, ваҡытта йә арауыҡта  «сәйәхәт иткән» шамандың ғәмәлдәрен аңлатҡан.
  • Интернеттың католик сиркәүҙән рәсми булмаған ҡурсалаусыһы булып Исидор Севильский иҫәпләнә.
  • Рәсәйҙә  Интернет көнө 30 сентябрҙә билдәләнә[16].
  • Кубала Интернетҡа ирекле инеүҙе рөхсәт иткән тәүге интернет-кафелар 2013 йылдың июнендә  асыла[17].
  • Белоруссияла интернетҡа инеүҙең йәмәғәт урындарында (почта бүлексәләре) шәхесте раҫлаусы документты күрһәтеү талап ителә[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Hobbes' Internet Timeline 10.1 by Robert H’obbes' Zakon
  2. Денис Борн. Интернету — 40 лет. Как всё начиналось…. 3DNews (30 октября 2009). Проверено 2 декабря 2009.
  3. Новое лицо аукциона. Компьютерра–Онлайн (2 марта 1999). Проверено 4 октября 2009.
  4. "The Future of the Wireless Art" by Walter W.
  5. Эй, там, за монитором!
  6. Russian is now the second most used language on the web. Архивировано из первоисточника 24 мая 2013.
  7. Домен «.рф» доступен в Интернете (рус.). Проверено 18 мая 2010.
  8. Статистика доменных имен в домене .РФ (рус.). Технический центр «Интернет» (7 октября 2010). Проверено 30 декабря 2010.
  9. РИА Новости/ Подведены итоги приоритетной регистрации доменных имен в зоне .
  10. ООН признала доступ в Интернет базовым правом человека.
  11. Интернет
  12. http://www.myclouddoor.com/web/documents/The%20New%20Digital%20Economy.pdf
  13. Н.
  14. Задушат ли российский Интернет?
  15. Why the Web Won't Be Nirvana
  16. 30 сентября в России в 14-й раз отмечается День Интернета
  17. На Кубе 3 июня появились первые 118 интернет-кафе
  18. В интернет-кафе и на ПКП будут пускать по удостоверению личности

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Тарих