Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды
Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды рус. Фонд Развития Интернет-Инициатив (ФРИИ) | |
![]() | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Кирилл Варламов, директор |
Тармаҡ |
Венчурное инвестирование |
Сайт | |
![]() | |
Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды — технологик компаниялар менән уларҙың тәүге үҫеш осорҙарында эшләүсе Рәсәй инвестиция фонды. Фонд 2013 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Владимир Путин инициативаһы буйынса нигеҙләнгән. Фонд ҡарамағында — 6 млрд. һум, был аҡсаны 2016 йыл аҙағына тиклем 400 компанияға инвестициялау планлаштырылған.[1] Dow Jones тикшеренеүҙәре буйынса, Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды 2014 йылда Европала сәсеүҙә ҡатнашҡан иң әүҙем фонд булған.[2]
Фонд акселерацияның көндөҙгө һәм ситтән тороп үтәлеүсе программаларын ойоштора һәм сәсеүгә инвестициялар бирә. 2014 йылдың октябрендә фонд бишенсе көндөҙгө программаға ҡабул итеү үткәрҙе. Фондтың көндөҙгө акселераторҙары —Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта, ситтән тороп ҡатнашыусылары Екатеринбургта, Новосибирскиҙа, Краснодарҙа, Ҡазанда һәм Әстераханда эшләй.[3][4][5] 2014 йылдың сентябрендә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, етештереү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү, финанс секторы һәм ҡала хеҙмәттәре өлкәһендәге стартаптар өсөн Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды менән Microsoftтың берлектәге программаһы эшләй башланы.[6]
Фондтың иң ҙур инвестициялары иҫәбендә — StartTrack.ru краудинвестинг[7][8] майҙансығы (2013 йылдың ноябрендә $3 млн)[9], ҡарттар һәм инвалидтарға йәһәт ярҙам күрһәтеүсе «Ғүмер төймәһе» системаһы (2014 йылдың июнендә 45 млн һум)[10], Babadu балалар тауарҙары интернет-гипермаркеты (2014 йылдың сентябрендә 110 млн һум)[11], власть органдарына ялыуҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеүсе «Асыулы граждан» онлайн-сервисы (2014 йылдың октябренә 44 млн һум)[12]. Фонд директоры Кирилл Варламов белдереүенсә, 2014 йылдың октябренә Фонд тарафынан 120 стартапҡа инвестиция бирелгән.[4] Был компанияларҙың күпселеге сәсеү алды инвестицияһы алған.
2014 йылдың ноябрендә Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды «Технологиялар һәм Инновациялар» номинацияһында Рунет премияһын алған[13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Фонд поддержки инициатив в интернете начнет деятельность в самое ближайшее время, сообщил гендиректор АСИ» . ИТАР-ТАСС (3 май 2013). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
- ↑ Элина Асфаганова. «ФРИИ проинвестировал 38 проектов со всей России» . Rusbase.vs (29 сентябрь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014. 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Роман Рожков. «ФРИИ ищет стартапы в Крыму» . Коммерсантъ (17 апрель 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
- ↑ 4,0 4,1 Александр Баулин. «Российским стартапам должно быть комфортно дома» . Lenta.ru (22 октябрь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
- ↑ «ФРИИ объявил об открытии очного акселератора в Санкт-Петербурге» . РБК Инновации (23 июнь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014. 2014 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ Элина Асфаганова. «ФРИИ и Microsoft запускают индустриальную акселерацию» . Rusbase.vs (18 сентябрь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014. 2015 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ «Инфографика: А что у нас в России с инвесторами?» Rusbase.vc (14 декабрь 2012). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. 2014 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ «Изобретателям помогут всем миром» . Российская газета (29 апрель 2014). Дата обращения: 11 ноябрь 2014.
- ↑ ФРИИ вложит в краудфандинговую площадку StartTrack.ru до $3 млн . Digit.ru (1 ноябрь 2013). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. 2014 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ «ФРИИ вложил 45 миллионов рублей в проект "Кнопка жизни"» . Lenta.ru (6 июнь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
- ↑ ФРИИ инвестирует 110 млн руб. в интернет-гипермаркет детских товаров Babadu . CNews (2 сентябрь 2014). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. 2014 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ «Российский фонд ФРИИ вложил в «Сердитого гражданина» 44 миллиона рублей» . Lenta.ru (2014-20-10). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
- ↑ Объявлены лауреаты Премии Рунета 2014 2016 йыл 5 май архивланған.