Иоанн Предтеча Тыуыу сиркәүе (Боковская)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православие ҡорамы
Церковь Рождества Иоанна Предтечи
Ил рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Шахты һәм Миллерово епархияһы 
Төҙөлгән ваҡыты 1866 йыл
Бөгөнгө хәле эшләүсе

1866

 Иоанн Предтеча Тыуыу сиркәүе  — Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Боков  районы Боков станицаһындағы православие ҡорамы. Мәскәү Патриархаты  Шахты һәм Миллерово епархияһының Чернышевский мәнфәғәтенә ҡарай.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе , Боков  районы,  Боков станицаһы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1866 йылда Боков утары халҡы  Ғәскәр атаманы С. Д. Ефремов  биләмәһендәге  Ефремово-Степановка биҫтәһендә сиркәү өсөн ағас ҡоралама һатып алған һәм үҙ ауылына күсереп һалған.[1]

Һатып алынған ағас  йорт  ҡыңғырау  манараһыҙ көйө таш ҡойма менән уратылған. 1868-1869 йылдарҙа йорттоң башын һәм көмбәҙен  тимер менән ябып, ҡыңғырау манараһын эшләп ҡуйғандар. Ғибәҙәтхана үҙенең  XX быуат башындағы ҡоролмалары менән ғибәҙәтхана   комплексына әйләнгән: унда ике бүлмәле ҡарауыл йорто, кирбестән төҙөлгән дүрт бүлмәле сиркәү-мәхәллә мәктәбе, кирбес һарайы, уңайлаштырылған ҡоҙоғо, причт йорто булған. Сиркәү причтында өс рухани, дьякон һәм өс псалом уҡыусы булған.

1920 йылда йортто йәшен һуғып яндырған. Ауылда  оҙаҡ йылдар буйына сиркәү булмай торған ..

Һуғыштан һуң сиркәү өсөн  йорт һатып алғандар һәм унда ғибәҙәт ҡылыуҙар башланып киткән. 1989  йылда йортто сиркәүгә әйләндергәндәр. 2000 йылда уның ҡыңғырауҙар манараһы ҡоролоп ҡуйылған.

Сиркәүҙә афон монастырҙарына хаж ҡылыусылар алып ҡайтып  бүләк иткән изге иконалар һаҡлана. 2002 йылда миртос образы мәрьям Инә иконаһы "Иверская" Мәрйәм инә иконаһынан мирра аға башлаған.

Йорт аҡрынлап  йыһазландырыла: 2010 йылда унда ремонт үткәргән, сиркәү көмбәҙе алтын менән ялатылған , 2013 йылда  ҡыңғырауҙар манараһындағы  сиркәү магазинында  дини китаптар һата башлағандар, 2015 йылда мәхәллә йорто төҙөлгән.

Дин әһелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 2010 йылдан алып сиркәү руханийы— Александр Левчик.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]