Иран-Ираҡ һуғышы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иран-Ираҡ һуғышы
Иран фронтында етем балаларҙың ҡатнашыуы, ираҡтар тарафынан үлтерелгән ирандарҙың кәүҙәләре, Америка фрегаты USS Stark (FFG-31), Ираҡ Хәрби-һауа көстәре тарафынан яңылыш атакаланған Ираҡ фрегаты «Старк» (инцидент), КСИР армияһының Мерсад операцияһы барышында һәләк булған ОМИН мөжәһиттәре; Хорремшәһәрҙә әсирлеккә төшкән ираҡ һалдаттары, Иран армияһының ЗУ-23-2.
Дата

1980 йылдың 22 сентябре — 1988 йылдың 20 авгусы

Урыны

Ираҡ, Иран, Фарсы ҡултығы

Сәбәбе

Ираҡтың сик буйындағы Арвандруд йылғаһының һул ярына ҡарата территориаль дәғүәләр

Нәтижә

Тиң иҫәп

    • Ираҡ Хузестан провинцияһын аннексиялай алмаған
    • Иран Сәддам Хөсәйен режимын ҡолата алмаған
    • БМО Именлек Советының 598-сы резолюцияһы, атышты туҡтатыу.
Үҙгәрештәр

Статус-кво

Ҡаршы тороусылар

Ираҡ Ираҡ

    • Иран халҡының мөжәһиттәр ойошмаһы (ОМИН)

ярҙам итеүселәр:

Иран Иран

    • Ҡурдистандың Демократик партияһы (ДПК)
    • Ҡурдистандың патриотик съезы (ПСК)
    • Ираҡтың Юғары ислам советы (ВСИРИ)

ярҙам итеүселәр:

  • Сүриә Сүриә
  • Иран-Ираҡ һуғышында ҡатнашҡан яҡтарға Халыҡ-ара ярҙам һ.б.
Командирҙар

Ираҡ Сәддам Хөсәйен
Ираҡ Али Хәсән әл-Мәжид
Ираҡ Таха Ясин Рамаҙан
Ираҡ Ғиззәт Ибраһим әд-Дури
Ираҡ Әбед Хәмид Мәхмүд
Ираҡ Тариҡ Азиз
Ираҡ Аднан Хәйраллаһ
Ираҡ Сәддам Камел
Ираҡ Үдәй Хөсәйен
Ираҡ Күсәй Хөсәйен
Ираҡ Мөхәммәт Жәсем әл-Жабури
Ираҡ Солтан Хәшим Әхмәд
Ираҡ Хәмид Ража Сәләх әт-Тикрити
Мәсүд Ражави
Мирьям Ражави

Иран Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи
Иран Абулхәсән Банисадр
Иран Мөхәммәт Али Ражаи
Иран Али Хәмәнәи[1]
Иран Али Әҡбәр Хәшими Рафсанжани
Иран Али Шамхани
Иран Мөхәммәт Жәвәд Бахонар
Иран Мирхөсәйен Мүсәви
Иран Мостафа Чамран
Иран Али Сәйәд-Ширази
Иран Хөсәйен Харрази
Иран Мөхсин Резайи
Курдистан Мәсүд Барзани
Курдистан Жәләл Талабани

Ҡаршы тороусы көстәр

һуғыштың башланыуы
[2]
200 000 һалдат
2 800 танк
4 000 бронетранспортёр
1 400 артиллерия орудиеһы
380 истребитель-бомбардировщик
350 вертолет
1982 йылда Ирандан ираҡ һалдаттарын сығарғандан һуң
175 000 һалдат
1 200 танк
2 300 бронемашина
400 артиллерия орудиеһы
450 самолет
180 вертолет
һуғыш аҙағы
1 500 000 һалдат
[3]
~5 000 танк
8 500–10 000 БТР
6 000–12 000 артиллерия орудиеһы
900 истребитель-бомбардировщик
1000 вертолет

һуғыш башланыуы
[4]
110 000–150 000 һалдат
1 700–2 100 танк[5] (500 хәрәкәт итеүсе)[6]
1 000 берәмек бронетехника
300 хәрәкәт итеүсе артиллерия орудиеһы[7]
485 истребитель-бомбардировщик (~100 йөрөүсе)
750 вертолет
1982 йылда Ирандан ираҡ һалдаттарын сығарғандан һуң
350 000 хәрби
700 танк
2 700 бронемашина
400 артиллерия орудиеһы
350 самолет
700 вертолет
1988 й. башы
[8]
600 000 һалдат
1 000 хәрәкәт итеүсе танк
800 бронемашина
600 ауыр артиллерия берәмеге
60-80 истребитель-бомбардировщик
70-90 вертолет

Юғалтыуҙар

105 000–375 000 һәләк булған[9][10][11][12][13]
250 000-500 000 һәләк булған (башҡа мәғлүмәт буйынса)[14]
400 000 яраланған[12]
70 000 әсирлеккә эләккән[12][15]

123 220-160 000 һәләк булған
60 711 хәбәрһеҙ юғалған (иран мәғлүмәттәре)Ҡалып:Что?[9][16][17]
200 000-600 000 һәләк булған (башҡа мәғлүмәт буйынса)[9][15][18][19][20][21][22][23][24]
800 000 һәләк булған (ираҡ белдереүе)[9]
более 1 000 000 һәләк булған (башҡа мәғлүмәт буйынса)[14]
320 000–500 000 яраланған[10][15][25]
40 000–42 875 әсиргә төшкән[10][25]
11 000–16 000 тыныс халыҡ араһында һәләк булғандар[9][17]

Дөйөм юғалтыуҙар
ике яҡтан да 100 000 артыҡ тыныс халыҡ араһында һәләк булғандар[26]
(Анфаль ваҡытында үлтерелгән 50 000–100 000 тыныс халыҡ араһында һәләк булғандар)[27]
 Иран-Ираҡ һуғышы Викимилектә

Иран-Ираҡ һуғышы, Фарсы ҡултығындағы тәүге һуғыш йәки Ҡултыҡтағы беренсе һуғыш тип тә атала[28][29][30][31][32][33] — Ираҡ менән Иран араһындағы 1980—1988 йылдарҙағы хәрби бәрелеш. Иранда йыш ҡына «Изге оборона» атамаһы (фарс. دفاع مقدس — деф-йе могаддас), ҡайһы берҙә — «Көсләп тағылған һуғыш» (фарс. جنگ تحمیلی — джанг-тахмиль) атамалары ҡулланыла, ә Ираҡта ғәрәптәрҙең Фарсыны яулағанда Кадиссия йылғаһы буйындағы еңеүе хөрмәтенә «Сәддам Хөсәйен Кадиссияһы» (ғәр. قادسية صدام‎  — Саддам кадиссийят) атамаһы таралған.

Һуғыш 1980 йылдың 22 сентябрендә Ираҡ армияһының Иран провинцияһы Хузестанға баҫып инеүенән башлана. Ираҡ армияһының уңышлы һөжүме тиҙ арала ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрай һәм бер аҙҙан туҡтатыла. 1982 йылдың йәйенә Иран Ираҡ тарафынан баҫып алынған территорияларын кире ҡайтара, һәм шунан башлап яҡтар берен-бере көсһөҙләндереү һуғышына күсә. 1988 йылдың 20 авгусында ҡул ҡуйылған тыныслыҡ килешеүенән һуң низағ тамамлана һәм һуғышҡа тиклемге хәл-торош тергеҙелә.

Дауамлылығы, йәлеп ителгән ресурстары, кеше ҡорбаны буйынса, Иран-Ираҡ һуғышы Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур хәрби бәрелеш була. Уның барышында химик ҡорал әүҙем ҡулланыла.

Низағ башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тигр һәм Евфрат йылғалары ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән Шатт-әл-Ғәрәп (фарсыса варианты — Арвандруд) йылғаһы буйында бай нефть ятҡылығы бар. Йылғаның көнсығыш яры — Ирандыҡы, көнбайышы Ираҡтыҡы була. XX быуат дауамында Ираҡ Ирандың ике ҙур порты — Абадан һәм Һүррәмшәһр урынлашҡан көнсығыш ярына дәғүә итә. Иран, тальвег (үҙән төбө) принцибына ярашлы, сиктәр йылға ағымы уртаһынан үткәрелергә тейеш, тип ныҡыша.

1937 йылда илдәр араһындағы сик йылғаның һул (Иран) яры буйлап үтәсәге тураһында ике арала килешеүгә ҡул ҡуйылған була. 1969 йылдың 19 апрелендә Иран, Ираҡтағы эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡтан файҙаланып, килешеүҙән сыға. 1975 йылдың 6 мартында Алжирҙа ОПЕК Нефть экспортлаусы илдәр конференцияһында Иран шаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи һәм Ираҡ вице-президенты Сәддам Хөсәйен Шатт-әл-Ғәрәп йылғаһы ағымы уртаһы буйлап сик үткәреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, шул уҡ ваҡытта 1937 йылғы килешеү тулыһынса ғәмәлдән сығарыла.

Сиктәр буйынса билдәһеҙлектән тыш, ике аралағы мөнәсәбәттәр бер-береһенең хөкүмәткә ҡаршы көстәренә ярҙам итеүҙәре арҡаһында ла ҡатмарлаша: Ираҡ Хузестандағы сепаратизмға ыңғай ҡарай, Иран Ираҡ территорияһында эш иткән ҡурд һуғышмандарын хуплай[34].

1975 йылдың 13 июнендә илдәр араһында сиктәр һәм дуҫтарса мөнәсәбәт тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Килешеү буйынса Иран бер нисә бәхәсле районды Ираҡҡа ҡалдыра, ә Ираҡ үҙенең 518 км² майҙанлы территорияһын Иранға тапшыра.

1979 йылдың февралендә Иранда Ислам революцияһы һөҙөмтәһендә власть — Рухаллаһ Мусауи Хөмәйни етәкселегендәге Революцион советҡа, артабан Мәһди Базарғандың ваҡытлы хөкүмәтенә күсә. Революцион таҙартыу барышында Иран армияһы 240 меңдән 180 меңгә тиклем ҡыҫҡартыла һәм 250 генерал тәжрибәһеҙ кесе звено командиры йәки хәрби эшкә әүәҫ дин әһеле менән алмаштырыла. Шул арҡала Иран армияһының көсө бик ныҡ кәметелә.

Хөмәйни ислам революцияһын төбәктең башҡа илдәренә экспортлау идеяларын тормошҡа ашыра башлай. 1980 йылдың апрелендә Иран ярҙамынан файҙаланған шиғисы һуғышмандары Ираҡ премьер-министры урынбаҫары Тариҡ Азизды үлтермәксе була. Ирандың идара итеүсе партияһы БААС-ҡа ҡаршы йүнәлтелгән башҡа бик күп ҡораллы акциялар тормошҡа ашырыла. Был ҡаршылыҡтар ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла киҫкенләштерә төшә һәм сик буйы бәрелештәренең артыуына килтерә.

Иран да армия кимәлендә ҡораллы провокациялар ойоштора башлай. 1979 йылдың 23 февраленән 1980 йылдың 28 майына саҡлы уның хәрби самолеттары 57 тапҡыр Ираҡ һауа киңлеген боҙғанлыҡтан, Ираҡ һауа көстәренә ҡаршы оборонаһын көсәйтә.[35] 1980 йылдың 25 июнендә Ираҡ һауа сиктәрен боҙған Иран истребителе бәреп төшөрөлә.

1980 йылдың 17 сентябрендә Сәддам Хөсәйен 1975 йылғы Алжир килешеүен формаль рәүештә ғәмәлдән сығара һәм Шатт-әл-Ғәрәп йылғаһының көнсығыш ярын Ираҡ территорияһы тип иғлан итә. Ирандың туранан-тура ярҙамы менән Ираҡта «Ислам революцияһы Юғары советы» ойошторола, ә Ираҡ, үҙ сиратында, Хөмәйнигә ҡаршы көрәшкән "Иран халҡы Мөжәһиттәр ойошмаһы"ның ОМИН бағыусыһы була һәм уны ҡоралландыра.

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш барышында яҡтарҙың иң ҙур уңыштары (Ираҡ ғәскәрҙәренең алға барыуы — миләүшә, Иран ғәскәренеке ҡыҙғылт һары төҫ менән күрһәтелгән)

Һуғыштың башланыуы һәм тәүге уңыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран-Ираҡ һуғышы - 1980 йылдың 22 сентябрендә - Тәһран

Тәүге ҙур күләмле ҡораллы бәрелеш 4 сентябрҙә Ирандың эре калибрлы орудиеларҙан Ираҡ ҡалаларына ут асып, снарядтар Бағдадтан 100 километр алыҫлыҡта ғына ярылған көндән башлана. Был көн Ираҡта һуғыштың рәсми башланған көнө тип һанала. Ирандың һөжүменә яуап итеп, Ираҡ ғәскәрҙәре 4 сентябрь аҙағынан алып 16 сентябргә саҡлы сик буйы бәрелештәрендә Зәйн әл-Каус районындағы бәхәсле территорияларҙа 324 км² яҡын майҙанды баҫып ала[36].

Хәйер, был ваҡиғаға тиклем дә сик буйында танк, һауа һәм диңгеҙ алышы алып барылһа ла, Ираҡ армияһы Шатт-әл-Ғәрәп йылғаһын кисеп сыҡҡан һәм Ирандың Хузестан провинцияһына бәреп ингән көн, 1980 йылдың 22 сентябре, һуғыш башланған көн тип дөйөм ҡабул ителгән. Ноябрҙә, һуғыш башланғандан һуң, Ираҡ етәкселегенең Иран хәрби объекттарына хәл иткес һөжүм яһарға этәргән сәбәптәренең ираҡса фаразын аңлатҡан Ираҡ Сит ил эштәре министрлығы меморандумы баҫтырыла. Унда тик биш ай эсендә генә лә (1980 йылдың февраль—июле) Иран ҡораллы көстәренең Ираҡ ҡоро ер һәм диңгеҙ сиктәрен 224 тапҡыр боҙғаны, шулай уҡ һауа киңлегенә үтеп ингәне раҫлана[37].

Ираҡ армияһы дөйөм оҙонлоғо яҡынса 700 км тәшкил иткән фронттың төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ участкаларында һөжүм итә. Төньяҡта һәм үҙәктә ул төпкә үтмәй, сөнки был йүнәлештәрҙә Ираҡтың сик буйы территорияһын Иран яғынан ихтимал булған яуап һөжүменән һаҡлау төп бурыс итеп ҡуйылған була. Ираҡ төп һөжүмде көньяҡ участкаға йүнәлтә; һуғыш дауамында тап ошо урында көсөргәнешле хәрби хәрәкәттәр бара. Баҫып алыу барышында Ираҡ Ирандың ҙур ҡалаларын, шул иҫәптән Тәһранды бомбаға тота[38]. Баҫып инеүенә бер аҙна үткәс, Сәддам Хөсәйен ғәскәрҙәренең һөжүмен туҡтата һәм тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер булыуын белдерә[39]. Әммә Тәһран һуғышты туҡтатырға ризалыҡ бирмәй.

Һуғыш башланғанда һөжүм итеүселәр көтөлмәгәнлек һәм һан яғынан күберәк булыу (биш Ираҡ дивизияһына бер Иран дивизияһы ҡаршы тора) иҫәбенә көньяҡ йүнәлештә (Хузестанда) өҫтөнлөккә эйә була. 10 көн барған яуҙарҙа иран ғәскәрҙәре 40 километрға сигенә[40]. Ираҡ етәкселеге был кампанияның ҡыҫҡа булырына иҫәп тотҡан була: ирандар ҡулына эләккән документтарға ярашлы, ике аҙна эсендә Хузестандың бөтә эре ҡалаларын контролгә алыу планлаштырыла[41]. Ираҡ ғәскәрҙәре урындағы ғәрәп халҡының ярҙамына, ә нефткә бай провинцияны юғалтыу илдәге хәлде тотороҡһоҙландырыуына һәм шунан һуң шиғисы Иран хөкүмәтенең Ираҡтағы оппозицияға ярҙам итеүҙән баш тартырына өмөтләнә. Әммә киҫкен үҙгәрештәргә иҫәп тотоу аҡланмай. Һуғышты Ҡорбан байрамына (20 октябрь) тамамлау күҙаллана.

Иран армияһы ислам революцияһы эҙемтәһе булған репрессиялар менән етди көсһөҙләндерелгән, ә КСИР ополчениеһы аҙ һанлы була. АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөү һөҙөмтәһендә бронетехника һәм авиация өсөн запас частар етешмәй һәм был Ирандың хәрби мөмкинлектәрен сикләй. Әммә ираҡтарҙың һәлкәүлеге Иран хөкүмәтенә мобилизация үткәреү һәм фронтҡа өҫтәмә көстәр күсереү мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, көстәр тигеҙләнә. Ираҡ армияһы көсөргәнешле ҡаршылыҡ күрһәтеүгә әҙер булмай сыға. Сик буйында ғына торған Һүррәмшәһрҙе алыу өсөн ираҡтарға ай кәрәк була, ҡала урамдарында барған аяуһыҙ алыштарҙа ҙур юғалтыуҙар кисерәләр. Ҡала октябрь аҙағында ҡолай, был Ираҡтың һуғыш башындағы берҙән-бер еңеүе була. Күрше Абаданды яулап өлгөрмәйҙәр: Ираҡ армияһы уны октябрь урталарында ғына ҡамай, ә был ваҡытҡа ирандар оҙайлы оборона өсөн кәрәкле көстәрҙе күсереп өлгөргән була.

Абаданда юҡ ителгән C-47 Skytrain Иран самолеты

Ираҡ командирҙарының баҙнатһыҙлығы һәм инициативаһыҙлығы, дошманды ысынбарлыҡта баһалау һәм киң күләмле дөйөм ғәскәри операциялар үткәреү тәжрибәһе булмауы сәбәпле Ираҡ ваҡытты ҡулдан ысҡындыра һәм тәүге уңышын үҫтерә алмай. Октябрь аҙағында һәм ноябрҙә Ираҡ ғәскәрҙәре Дизфуль һәм Ахваз йүнәлешендә алға барырға тырышып ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый. Декабрҙә ямғырлы миҙгел башланғас, хәрәкәт итеү ҡыйынлаша һәм Сәддам Хөсәйен Ираҡ ғәскәрҙәрен оборонаға күсерә[42]. Көҙгө кампания осоронда баҫып алыусылар Ирандың 20 мең км² самаһы территорияһын биләй[43]. Ираҡ ғәскәрҙәре Касре-Ширин, Нефтшаһ, Меһран, Бостан һәм Һүррәмшәһр ҡалаларын яулай, шулай уҡ Абаданды яба. Ираҡ мәғлүмәттәре буйынса, өс ай эсендә Ирандың 6160 кешеһе һәләк була һәм бер нисә мең яугире яралана; Ирандың 570 танкыһы һәм бик күп самолеты юҡ ителә йә ҡулға төшөрөлә. Ираҡ үҙенең мәғлүмәттәрен яумал итеп алынған техниканан күргәҙмә ойоштороп раҫлай. Мәҫәлән, 10 ноябрҙә Бағдадта 103 яумал танк, көнбайышта етештерелгән бронетехника күрһәтелә[44]. Иран мәғлүмәттәре буйынса, Ираҡ бәрелештең тәүге йөҙ көнөндә 20000 кешеһен, 4800 берәмек бронетехникаһын һәм самолетын юғалтҡан[45]. Иран мәғлүмәттәре нимәгә нигеҙләнгәне билдәһеҙ, сөнки Ираҡ, бөтәһе 3600 берәмек бронетехникаға эйә булып, уларҙың барыһы ла йәлеп тә ителмәгән була[46]. Тикшеренеүселәр мәғлүмәттәре буйынса, һуғыштың беренсе йылында Ираҡтың 250—300 танкыһы сафтан сығарылған[47]. Йыл аҙағына һуғыш позиционға әйләнә. Фронт һыҙығы әкренләп тоторҡлана һәм Иран-Ираҡ сигенең көнсығышында: Касре-Ширин йүнәлешенә 5-10 километрҙа һәм Дизфуль, Ахваз һәм Бостан һәм Ахваз районынан 60 километрҙа уҙа[48].

Инициативаның Иранға күсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылдың башына Ираҡ ғәскәрҙәре Хузестандың бер өлөшөн, фронттың үҙәк һәм төньяҡ участкаларында сик буйы территорияларын оккупациялай. Абаданды ҡамау дауам итә. Дошмандың оборонаға күскәнен күреп, Иран президенты һәм юғары баш командующий Абулхәсән Банисадр һуғыш башында тәүге контрһөжүм яһарға ҡарар итә. Ул 1981 йылдың ғинуар башында тормошҡа аша һәм уңышһыҙ тамамлана. Һөжүм дүрт йүнәлештә алып барыла; ике осраҡта ирандар аҙ ғына уңышҡа өлгәшә, бер һөжүм һөҙөмтәһеҙ була. Һөжүмдең төп йүнәлешендә Абаданды азат итеү бурысын үтәгән 16-сы танк дивизияһы, өс бригадаһының икеһен юғалтып, тар-мар ителә[49]. Яҙ һәм йәй Иран командованиеһы сикләнгән күләмле айырым һөжүм операцияларын ғәмәлгә ашырырға тырыша, ләкин был һөҙөмтә килтермәй.

Дошман һөжүменең уңышһыҙлыҡҡа осрауы Ираҡ командалығын үҙ оборона стратегияһының дөрөҫ булыуына ышандыра һәм ирандар яҡшы нығытылған оборона һыҙығын өҙә алмаҫ тигән ялған фекер тыуа. Сусенгердта уңышһыҙлыҡҡа осраған март һөжүменән һуң Ираҡ ғәскәрҙәре йыл аҙағына саҡлы бер ниндәй ҙә хәрәкәт башламай. Ираҡ етәкселеге һаман да Тәһрандағы режимдың тиҙҙән түңкәрелеүенә өмөт итә. Ғинуар операцияһы уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң Иран етәкселегендәге эске мөнәсәбәттәр тағы ла ҡырҡыулаша төшә. Иран даими армияһы менән КСИР араһындағы көнәркәшлек тә Иран ҡораллы көстәренең етди проблемаһына әйләнә. Ислам клерикалдары армияның офицерҙар корпусы шаһ яҡлы тип шикләнә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә армияның ролен кәметергә тырыша. Ғинуарҙағы ҡыйралыш Банисадрҙың сәйәси позицияһын ҡаҡшата һәм армияның абруйын төшөрә. Июндә Банисадр вазифаһынан бушатыла һәм илдән ҡаса. Иран халҡының мөжәһиттәр ойошмаһы, клерикалдарҙың көсәйеүенә яуап итеп, террористик кампания йәйелдерә. Илдең яңы президенты Мөхәммәт Али Раджаиҙы һәм премьер-министр Мөхәммәт Жәвәд Бахонарҙы үлтереү ойошманың иң ҙур уңышы тип һанала.

Сыуалыштарға ҡарамаҫтан, Иран етәкселеге власта ҡала. Теракттар тулҡынына ул Иран халҡының мөжәһиттәр ойошмаһы активистарын күпләп ҡулға алыу менән яуап бирә. Фронтта урынлашҡан тынлыҡ көстәрҙе яңыса урынлаштырыу өсөн ҡулланыла. Сентябрь башында ирандар, дошманында һөжүм маҡсаты булып Басра тора тигән фекер уятып, ҙур һөжүм йәйелдерә. Ләкин төп һөжүм Басраға түгел, ә Абаданды көнсығыштан ҡамаған ираҡтарға йүнәлтелә. Алыш 26-29 сентябрь бара; Абадан ҡамауҙан азат ителә, һәм был Ирандың тәүге етди еңеүе була. Уңыш даими армия менән КСИР араһында үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәткә бәйле була. Әммә еңеү тәмен фажиғә боҙа: һөжүмде ойошторған бөтә командирҙар Тәһранға ҡайтып килгәндә авиаһәләкәткә осрап һәләк була. Башҡа фараздар булһа ла, рәсми рәүештә уны осраҡлылыҡ тип баһалайҙар[50].

Күпмелер тынлыҡтан һуң Иран декабрҙә фронттың үҙәк участкаһында ике һөжүм башлай. Бостанды азат иткәндә КСИР тарафынан тәүге тапҡыр «кеше тулҡыны» тактикаһы ҡулланыла.

1981 йылда Ираҡ көнбайыштан көтөлмәгән һөжүмгә дусар ителә. 7 июндә Израиль авиацияһы Бағдадтан бер нисә километрҙа урынлашҡан йәҙрә үҙәген бомбаға тота. Һауа көстәренә ҡаршы тороу системаһы «башҡа ла килмәгән» был һөжүмде көтмәгәнлектән, Израиль авиацияһы бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡҡа осрамай һәм милли йәҙрә тикшеренеүҙәре программаһына көслө удар килтерә. Быға саҡлы Иран реакторға ҡарата уңышһыҙ тамамланған 10 һауа операцияһы үткәргән була, ләкин улар береһе лә етди зарар яһамай[51].

Иран контрһөжүме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Dassault Super Étendard, Ираҡтың Хәрби-һауа көстәре, 1983

1981 йылдың икенсе яртыһындағы яуҙарҙа стратегик инициатива Иранға күсә. 1982 йылдың март-майында Ираҡ армияһы Иранға ҡаршы ике ҙур һөжүмдә ауыр юғалтыуҙар кисерә. Шундай бер һөжүмдә, «Иерусалим» операцияһы һөҙөмтәһендә, 24 майҙа Һүррәмшәһр азат ителә. 19 меңдән ашыу Ираҡ һалдаты әсирлеккә алына. Шунан һуң Сәддам Хөсәйен солох тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға һәм ғәскәрҙәрен Иран территорияһынан сығарырға әҙер булыуын белдерә. Әммә Иран етәкселеге Ираҡ ҡабул итмәҫлек талап — Сәддам Хөсәйенде властан ситләтеү шартын ҡуя. Бер үк ваҡытта һуғыш хәрәкәттәрен дошман территорияһына күсереү буйынса көсөргәнешле әҙерлек башлана.

Хәлһеҙләндереүгә йүнәлтелгән һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1982 йылдың 14 июленә ҡаршы төндә Иран армияһы, һуғыш барышын тамырынан үҙгәртеп, Ираҡҡа һөжүмен башлай. 1982 йылдың уртаһынан 1987 йылға саҡлы Иран, Ираҡтың башлыса шиғиҙар йәшәгән төп диңгеҙ портын — Басраны баҫып алырға маташып, ҡат-ҡат һөжүм итә. 1982 йылдың июлендә Басра өсөн барған һуғыштарҙа Ираҡ тәүге тапҡыр Т-72 танкыларын ҡулланыла, был танкылар ҡалаға яҡынлашҡан Иран танкыларын туҡтата; ирандар ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ираҡ армияһы, утҡа тотоу буйынса өҫтөнлөккә эйә булғанлыҡтан, «тере тулҡындар» булып һөжүм итеүселәрҙе юҡ итеү мөмкинлеген биргән оборона һыҙығын булдыра. Был «тере тулҡындар» халыҡ ополчениеһына ингән үҫмерҙәрҙән һәм оло йәштәгеләрҙән тора, шул уҡ ваҡытта даими Иран армияһы, бронетехника һәм бигерәк тә авиация етмәгәнлектән, өлгәшелгән уңышты үҫтерергә һәм нығытырға тейеш була. Шулай ҙа Иран яғы Ираҡ оборона һыҙығын тулыһынса өҙә алмай. 1986 йылдың февралендә, Фао ярымутрауын тулыһынса яулап алып һәм Ираҡты ғәмәлдә Фарсы ҡултығынан киҫеп, Иран уңышҡа өлгәшә. Фао ярымутрауында Ираҡ ғәскәрҙәре командующийы булған генерал-майор Шәвҡәт Ата Бағдадҡа саҡырылып килтерелә һәм атып үлтерелә. Ираҡтар Фао ярымутрауын 1988 йылдың апрелендә генә кире ҡайтара.

Америка караптары Фарсы ҡултығында танкерҙы оҙатып бара. 1987 йылдың октябре

Бер нисә осраҡта тыныс халыҡ араһында ҡорбандарға («ҡалалар һуғыштары») килтергән ҡалаларҙы артиллерия һәм ракеталар утҡа тотҡан кампаниялар ойошторола. 1984 йылдан «танкер һуғышы» әүҙем алып барыла — Ираҡ һәм Иран Фарсы ҡултығында дошманына тәғәйенләнгән нефтте тейәп килгән өсөнсө илдәр танкерҙарына һөжүм итә. Бындай тактика низағты халыҡ-ара кимәлгә саҡлы үҫтерә.

1985 йыл был һуғыш тарихына «ҡалалар» һуғышы булып инә. Ике яҡ та даими рәүештә авиация ярҙамында эре ҡалаларҙың торлаҡ кварталдарын һәм нефть терминалдарын юҡ итә.

1986 йылдың май уртаһында ираҡтар Фео ярымутрауын юғалҡан өсөн реванш яһарға тырыша һәм Иран ҡалаһы Меһран районында контратакаға күсәр, ләкин ҡыйратыла. Был операцияға командалыҡ иткән генерал-майор Адин Тәүфид Бағдадҡа саҡыртыла һәм атыла.

1986 йылдың октябрендә Ираҡ авиацияһы, бер нисә тиҫтә транспорт самолёты менән бергә, Иран хәрби аэродромы Ширазды юҡ итә[52].

1987 йылдың июлендә АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ флоты танкерҙарҙы оҙата барыу буйынса «Earnest Will» операцияһын башлай. Америка һәм Иран караптары һәм самолёттары араһында (пассажир самолётының юҡҡа сығарылыуы менән бәйле) бер нисә ҡораллы бәрелеш була.

1987 йылдың ғинуар-февралендә Басра ҡалаһын баҫып алыу маҡсатында Иран бөтә һуғыштың иң ҙур һәм амбициоз операцияһын («Кербела-5») үткәрә. Ике яҡ та иң ҡурҡыныс юғалтыуҙарға дусар ителгән, әммә Ираҡ армияһы, Иран ғәскәрҙәре Басра ҡалаһы йәнәшенә килеп терәлгән булһа ла, һөжүмде кире ҡаға. Оҙаҡҡа һуҙылған хәрби хәрәкәттәр һәм фронтта күренеп торған уңыштың булмауы Иран йәмғиәтенең рух төшөнкөлөгөндә сағыла. Бынан тыш, 1987 йылдың аҙағына Иран Фарсы ҡултығында АҠШ хәрби-диңгеҙ группировкаһы менән туранан-тура конфронтация сигендә (1988 йылдың 18 апрелендә булған диңгеҙ һуғышы һәм Иран территорияһын Америка авианосецы «Энтерпрайз» самолёттары менән бомбаға тотоу — был көсөргәнештең иң юғары нөктәһе) була[53]). 1988 йылдың апрель-июнендә Ираҡ, иҡтисадын максималь мобилизациялап һәм Ирандың халыҡ-ара изоляцияһын файҙаланып, үҙ территорияһын Иран ғәскәрҙәренән тулыһынса азат итеп кенә ҡалмай, хатта дошман территорияһына тағы ла һөжүм итә. Ираҡҡа Иран партизандары ла ярҙам итә. 19 июндә улар "Ҡырҡ Йондоҙ операцияһы"н уҙғарыу барышында Меһран ҡалаһын баҫып ала һәм Ирандың 16-сы танк һәм пехота дивизияларын ҡыра. Иран «Мерсад» операцияһы барышында баҫып алынған территорияһының аҙ ғына өлөшөн кире ҡайтара. Һуғыш аҙағына ғәмәлдә Ирандың бронетехникаһы ҡалмай, ә хәрби-һауа көстәре тулыһынса юҡ ителә. Һуғыштың артабан киләсәге булмауын күреп, аятолла Хөмәйни 17 июлдә килешеү төҙөүгә ризалыҡ бирә, һәм ул 1988 йылдың 20 авгусында ул үҙ көсөнә инә.

Һуғыш эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ираҡ авиабазаһында F-4 Phantom II иран истребителенең ярсыҡтары
Иран хәрби ҡәберлеге. Йезд

Иран-Ираҡ һуғышы, ике яҡ та үҙенең хәрби триумфы тураһында ышандырырға тырышһа ла, ҡайһылыр бер яҡтың еңеүе менән тамамланған тип әйтеп булмай. Ираҡ һәм Иран өсөн хәрби хәрәкәттәрҙең иҡтисади зыяны 350 миллиард доллар менән баһалана[54].

8 йыл барған һуғышта Иран хәрбиҙәр һәм граждандар араһынан 900 мең кешене юғалта[55]. Ираҡ менән сиктәш булған халыҡ күп йәшәгән Хузестан ҡалалары талана. Нефть сәнәғәте инфраструктураһы ҡаты зыян күрә. Һуғыш Иранға 500 млрд АҠШ долларына (хәҙерге заман хаҡтары менән) төшә, ләкин шул уҡ ваҡытта һуғыш башланыу менән ЭТП үҫеше туҡтамай һәм һуғыш аҙағына тағы шәбәйә төшә.

Ираҡ Иранға ҡарағанда әҙерәк кешеһен юғалта. Һуғыштың иҡтисади эҙемтәләре бигерәк ауыр була. Һуғыш арҡаһында Ираҡ ҡайһы бер ғәрәп илдәренә байтаҡ бурыслы булып ҡала. Айырым алғанда, Күвейткә бурысы 14 млрд долларҙан артып китә, шул сәбәпле 1990 йылда Сәддам Хөсәйен Күвейткә һөжүм итергә була.

Төньяҡ Атлантик хәрби блогы НАТО илдәре, совет блогы илдәре һымаҡ, Сәддам Хөсәйенгә ике яуызлыҡтың бәләкәйе һәм ислам революцияһын тотҡарлаусы тип ҡарай. Көнбайыш илдәре араһынан ҡорал менән төп ярҙамды Франция[56] һәм Германия күрһәтә[57][58]. Ираҡты ҡоралландырыуҙа бөтә көнбайыш илдәре, шул иҫәптән АҠШ-та ҡатнаша[59]. Һуғыш алдынан һәм һуғыш барышында ҡорал менән Совет Социалистик Республикалар Союзы әүҙем ярҙам итә, сөнки 1970-се йылдар уртаһында Сәддамды империализмға ҡаршы көрәштә союздаш тип һанай, ләкин Ираҡ коммунистарын — өсөнсө донъяның иң көслө һәм популяр компартияларының береһен — репрессиялағандан һуң, йылы мөнәсәбәттәр юҡҡа сыға[60][61]. Һөҙөмтәлә СССР ҡурд сепаратистарына булышлыҡ итә башлай. Көнбайыш, Хөсәйенгә ғәрәп илдәре лидеры ролен тәҡдим итеп, уның алдында яҡшатланып ҡылана[62], һәм ошо сәйәсәт Бағдад режимын формалаштырыуҙа әһәмиәтле роль уйнай.

Һуғышты ҡылыҡһырлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡтарҙың ҡоралланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хәрәкәттәр башланыуға Ираҡ армияһы башлыса совет һәм француз ҡоралдары һәм техникаһы менән ҡоралланған була. Ираҡ армияһының ҡоралланышы Т-54, Т-55, Т-62, Т-72 танкылары, БМП-1 пехота хәрби машиналары, БТР-50, БТР-60, OT-64 бронетранспортёрҙары, Ми-8, Ми-24 вертолёттары, «Газель», «Алуэтт» III кеүек техниканан тора. Хәрби-һауа көстәре МиГ-21, МиГ-23, Су-17, «Мираж» F-1 истребитель-бомбардировщиктарын, тауыш тиҙлегенән шәберәк оса торған күп функциялы МиГ-25, Ту-16, Ту-22 бомбардировщиктарын файҙалана.

1979 йылғы революцияға саҡлы Иран башҡа илдәрҙән дә (атап әйткәндә ГФР, СССР һәм Израиль) ҡорал алғылаһа ла, Иран армияһын башлыса АҠШ ҡоралландыра. Иран армияһы M47, M48, M60, «Чифтен» танкылары, һуғыштың һуңғы этаптарында Ҡытайҙа етештерелгән совет танкылары, БМП-1 — пехотаның яу машинаһы, M113, БТР-50 бронетранспортёрҙары, AH-1, UH-1, CH-47 вертолёттары менән ҡораллана. Хәрби-һауа көстәренең төп самолёттары — F-4, F-5 истребитель-бомбардировщиктары, F-14 перехватчиктары.

Хәрби хәрәкәттәр барышында Иран 2100 яҡын танк юғалта, шуның 800-өн һәм, САУ-ҙы иҫәпләмәгәндә, 2300 берәмек башҡа бронемашинаны ираҡтар яулап ала[46] 1987 йылдан башлап, Ираҡ яумал бронетехникаһын һата башлай. Төп һатып алыусыһы Иордания була.[63].

Һауа һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран-ираҡ һуғышы ваҡытында Ираҡ армияһы ташлап киткән һәм Тәһрандағы Хәрби музейҙа трофей сифатында ҡуйылған Ми-24 вертолёты

1979 йылғы революцияға саҡлы Иран Хәрби-һауа көстәре төбәктә иң көслөһө була. Самолёттарҙы хеҙмәтләндереүҙә проблемаларға һәм шаһ режимында хеҙмәт иткән пилоттарға ҡаршы репрессиялар булыуға ҡарамаҫтан, раҫлауҙарынса, Ираҡ хәрби һәм сәнәғәт объекттарына, шул иҫәптән Бағдадҡа ла осош сериялары үтәгәнлектән, һуғыштың тәүге аҙналарында Иран авиацияһы һауала өҫтөнлөккә эйә була. Әммә вертолёттарҙы хеҙмәтләндергән 3 мең белгесте (башлыса америкалыларҙы) илдән һөргәнлектән, һуғыш башланғас 600 вертолётты һауаға күтәрә алмайҙар[64]. 1981 йылдың апрелендә Иран Хәрби-һауа көстәре, Ираҡтың көнбайыш өлөшөндә хәрби аэродромға һөжүм итеп һәм ерҙәге бер нисә тиҫтә самолётты юҡ итеп, ҙур ғына операция үткәрә. Әммә артабан, запчастар етешмәгәнлектән, тик аҙ ғына самолёттары осорлоҡ хәлдә була. Яҡынса 1982 йылдан һәм һуғыш аҙағына саҡлы Иран авиацияһы хәрби хәрәкәттәрҙә унда-һанда ғына ҡатнаша. «Тайм» журналы 1984 йылдың мартына биргән мәғлүмәттәр буйынса, ҙур юғалтыуҙар, запчастар етмәү, ремонт эшләнмәү сәбәпле, Иран 190 берәмек F-4 истребитель-бомбардировщигының тик 25-ен, 166 берәмек F-5 истребителенең тик 30-ын ғына файҙалана[65].

Ираҡ Хәрби-һауа көстәре һуғыш барышында әүҙем була. Авиация өҫтөнлөгө Ираҡҡа Ирандың күп һөжүмдәрен уңышлы кире ҡағырға ярҙам итә. Әммә дөйөм алғанда Иран һәм Ираҡ араһында һауа һуғышы бик һүлпән бара. 1980 йылдың көҙөнән һуң самолёттар һуғышы һирәгәйә. Шуның менән бергә, ихтимал, һуғыштар тарихында тәүге тапҡырҙыр, вертолёттар араһында һауа яуҙары (Ираҡтың Ми-24 һәм Ирандың AH-1) алып барыла. Лондон стратегик тикшеренеүҙәр институты мәғлүмәттәренә ярашлы, 1982 йылдың июленә Иран Хәрби-һауа көстәренең 445 хәрби самолёты булһа ла, хәрби хәрәкәттәрҙә тик 40 проценты тирәһе генә ҡатнаша ала. «Миди Ист Экономик Дайджест» журналы (АҠШ сенатының сит ил эштәре комитеты өсөн әҙерләнгән докладтарына һылтанып), 1984 йылдың йәйендә ираҡтар осош яһарлыҡ самолёттар иҫәбе буйынса ирандарҙан — 4-5, бронетранспортёрҙар буйынса — 4, танкылар буйынса 2,5 тапҡырға өҫтөнлөккә эйә, тип белдерә.

Ираҡ Ми-24 вертолётының Иран McDonnell Douglas F-4 «Phantom» II тауыштан шәберәк тиҙлекле истребителен бәреп төшөрөүе (1982 йылдың 27 октябрендә) Һауа һуғышының иң билдәле эпизодтарының береһе була, авиация тарихында был тәүге осраҡ тип һанала. Был алыштың деталдәре сиктән тыш ҡапма-ҡаршылыҡлы: бер мәғлүмәт буйынса, F-4-тең артҡы ярымсфераһына «Фаланга» ракетаһын ебәреп еңеү яуланған[66], икенсе мәғлүмәт буйынса — НАР-ҙы ебәреп, пулемёттан ут асҡандар[67]. Әммә ҡайһы бер авторҙар был ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә тап килеүенә шик белдерә. 1982 йылдың 27 октябрендә бер нисә көн элек булған һауа алышы тураһында ҡыҫҡа белдереү баҫтырып сығарған Ираҡ хөкүмәт гәзите «Багдад Обсервер» (уның объективлығына ышаныуы ҡыйын) берҙән-бер тәүсығанаҡ булып һанала. Унан һуң башҡа мәғлүмәт күренмәй, көнбайыш киң мәғлүмәт саралары тик ошо белдереүҙе генә ҡабатлап баҫа һәм артабан ул таралыу ала[68]. Өҫтәүенә, ул авиация тарихында тәүге генә осраҡ булдымы икән: 1968 йылда Лаос территорияһы өҫтөндә Америка Белл 212 вертолётының бортынан автоматик ҡоралдан ут асып, Төньяҡ Вьетнамдың Ан-2 самолеты бәреп төшөрөлгән булған[69].

Иран яғы мәғлүмәте буйынса, һуғыш барышында AH-1 «Кобра» вертолёттары менән Ираҡтың тауыштан шәберәк тиҙлекле өс МиГ-21 истребителе бәреп төшөрөлгән[70].

Химик ҡорал ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Противогаз кейгән иран һалдаты

Иран-Ираҡ һуғышы барышында Ираҡтың бер нисә тапҡыр химик ҡорал ҡулланыуын күп авторҙар һәм ойошмалар раҫлай. Германия Федератив Республикаһы Ираҡты нервы-паралитик һәм горчица газы технологиялары менән тәьмин иткән. Был ҡоралды яһау өсөн күп кенә ингредиенттар Америка Ҡушма Штаттарында етештерелгән. Уны Ирандың да ҡулланып ҡарағаны тураһында мәғлүмәт бар. 1984 йылдың апрелендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы Иран вәкиле Ражай Хөрәссәни үҙ иленең химик ҡорал етештереү һәм ҡулланыу мөмкинлеге тураһында белдерә. Ираҡ химик ҡоралды үҙ территорияһында ирандарға теләктәшлек белдергән баш эймәҫ ҡурдтарға ҡаршы ҡулланған. Ираҡтың төньяғындағы Халабж ҡурд ҡаласығына газ һөжүме иң ҙур фажиғә иҫәпләнә; был һөжүм ваҡытында 5000 кеше һәләк ителгән һәм тиҫтәләрсә мең кеше ғәрипләнгән. Сәддам Хөсәйен шулай итеп Иранға ҡаршы һуғышыуҙан баш тартҡан ҡурдтарҙы язалаған.[71][72][73]

Ираҡ һәм Иранды ҡорал менән тәьмин итеүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 һәм 1990 йылдар араһында (донъя баҙарының 10 % тирәһе) Ираҡты ҡорал менән төп тәьмин итеүселәр[74]:

Ҡорал менән тәьмин итеүселәр АҠШ млрд доллары (1990 йылғы $US хисабында) дөйөм һандан %
СССР 25,2 57
Франция 5,6 13
Ҡытай 5,2 12
Чехословакия 2,9 7
Польша 1,7 4
Бразилия 0,7 2
Мысыр 0,6 1
Башҡа илдәр 2,1 4
Барыһы 43,9 100,0

1981 йылдың алты айында, һуғыш көсәйгәндә, Мысыр Ираҡҡа 25 миллион долларлыҡ хәрби ҡорал һата[75]. Күвейт тә Ираҡ яҡлы була, һөҙөмтәлә Иран-Күвейт мөнәсәбәттәре һалҡыная. 1982 йылдың көҙөндә Иран Хәрби-һауа көстәре хатта Ираҡ сигендә урынлашҡан Күвейт нефть һаҡлағыстарын бомбаға тота[76].

Иран[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ Иранды йәшерен ҡоралландыра. Израилдәр ярҙамы менән АҠШ 1985 йылдың көҙөндә үк Иранды «Хок» зенит ракеталары менән тәьмин итә[77]. 1986 йылдың аҙағында тарихҡа «Иран-контрас» («Ирангейт») исеме менән ингән ғауғалы низағ ҡуба. АҠШ, Иранға ҡорал һәм хәрби техникаға запчастар һатып, Иран-Ираҡ һуғышына йәшерен рәүештә ҡыҫыла[78].

Һуғыш барышында Иранға Израиль дә ҡорал, истребителдәр һәм танкыларға запчастар һата. 1981 йылда совет истребителдәре 36 тонна хәрби мөлкәт тейәгән Израиль самолётын бәреп төшөрә[79] Ираҡ Хәрби Һауа Көстәре Иранға ҡорал ташыған бер иран һәм дүрт израиль самолетын бәреп төшөрә.[80].

Конфликтҡа бөтә донъяның мөнәсәбәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иран-Ираҡ конфликты бик күп ғүмерҙәрҙе алып киткән һуғышҡа әүерелә. Леонид Ильич Брежнев 1980-се йылдар башында Иран-Ираҡ конфликты тураһында былай ти:

« Үҙенең мәғәнәһеҙлеге менән фажиғәле төҫ алған Иран һәм Ираҡ конфликты дауам итә. Был — ныҡлап аяҡҡа баҫмаған илдәр өсөн империалистик сәйәсәттең тирмән ташына эләгеү ни тиклем хәүефле булыуын иҫбатлаған аныҡ миҫал. Кем өсөн отошло инде был һуғыш? Әлбиттә, Ираҡҡа ла, Иранға ла ул табыш килтермәй. Улар алмашҡа ҡыйратылған иҡтисад менән күп һанлы кеше ҡорбандарын ғына аласаҡ. Ләкин ҡайһы берҙәрҙең отош алыуын беҙ бөгөн үк күрәбеҙ. Бөтә донъяның күҙ алдында Яҡын һәм Урта Көнсығышҡа сит илдәрҙең хәрби үтеп инеүе көсәйгәндән көсәйә… Ирандың да, Ираҡтың да империализмға ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәтен көсһөҙләндереүгә иҫәп ҡорола. Һәм бына шуларҙың барыһы өсөн ике күрше халыҡ үҙ ҡаны менән түләй. Бына ни өсөн СССР был конфликтты тик тыныс юл менән хәл итеү өсөн көрәшә[81]. »

Ираҡҡа ярҙам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1982 йылдан СССР Ираҡты ҡорал менән тәьмин итеүен яңырта[82].

Сәнғәттә сағылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нуль километры (фильм, 2005)
  • Персеполис (йәнһүрәт)
  • 143-сө траншея

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Mearsheimer, John J.; Walt, Stephen M. Can Saddam Be Contained? History Says Yes. International Security. Belfer Center for Science and International Affairs (12 ноябрь 2002).(недоступная ссылка)
  2. Pollack, p. 186
  3. Pollack, p. 3
  4. Pollack, p, 186
  5. Farrokh, Kaveh, 305 (2011)
  6. Pollack, p. 187
  7. Farrokh, Kaveh, 304 (2011)
  8. Pollack, p. 232
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Hiro Dilip. The Longest War: The Iran-Iraq Military Conflict. — New York: Routledge, 1991. — P. 205. — ISBN 9780415904063.
  10. 10,0 10,1 10,2 Iran, Iraq and the Legacies of War. — Basingstoke: Palgrave Macmillan, 2006. — P. 8. — ISBN 9781403976093.
  11. Rumel, Rudolph. Centi-Kilo Murdering States: Estimates, Sources, and Calculations. Power Kills. University of Hawai'i.
  12. 12,0 12,1 12,2 Karsh Efraim. The Iran-Iraq War, 1980-1988. — Oxford: Osprey Publishing, 2002. — P. 89. — ISBN 9781841763712.
  13. Gulf Security in the Twenty-First Century. — Abu Dhabi: Emirates Center for Strategic Studies and Research, 1997. — P. 29. — ISBN 9781860643163.
  14. 14,0 14,1 Iran and Iraq remember war that cost more than a million lives
  15. 15,0 15,1 15,2 Mikaberidze Alexander. Conflict and Conquest in the Islamic World: A Historical Encyclopedia. — Santa Barbara, California: ABC-CLIO, 2011. — P. 418. — ISBN 9781598843361.
  16. здесь цифры только первоначальных оценок потерь регулярной армии, без потерь революционной гвардии и живых волн, поэтому эти цифры не могут рассматриваться как общие потери иранской армии
  17. 17,0 17,1 Abrahamian Ervand. A History of Modern Iran. — Cambridge, U.K.; New York: Cambridge University Press, 2008. — P. 171–175, 212. — ISBN 9780521528917.
  18. Rajaee Farhang. Iranian Perspectives on the Iran-Iraq War. — Gainesville: University Press of Florida, 1997. — P. 2. — ISBN 9780813014760.
  19. Hammond Atlas of the 20th Century (1999) P. 134-5
  20. Dunnigan, A Quick and Dirty Guide to War (1991)
  21. Dictionary of Twentieth Century World History, by Jan Palmowski (Oxford, 1997)
  22. Clodfelter, Michael, Warfare and Armed Conflict: A Statistical Reference to Casualty and Other Figures, 1618-1991
  23. Chirot, Daniel: Modern Tyrants : the power and prevalence of evil in our age (1994)
  24. "B&J": Jacob Bercovitch and Richard Jackson, International Conflict : A Chronological Encyclopedia of Conflicts and Their Management 1945-1995 (1997) p. 195
  25. 25,0 25,1 (December 2012) «Iranian casualties during the eight years of Iraq-Iran conflict». Revista de Saúde Pública (Faculdade de Higiene e Saúde Pública da Universidade de São Paulo) 41 (6): 1065–1066. DOI:10.1590/S0034-89102007000600025. ISSN 0034-8910. Проверено 2 November 2013.
  26. Rumel, Rudolph. Lesser Murdering States, Quasi-States, and Groups: Estimates, Sources, and Calculations. Power Kills. University of Hawai'i.
  27. Sinan, Omar. Iraq to hang 'Chemical Ali', Associated Press, Tampa Bay Times (25 June 2007).
  28. Carlisle Rodney P. Persian Gulf War / Bowman, John S.. — New York: Facts on File, 2003. — ISBN 9780816049424.
  29. Iran-Iraq War. dKosopedia. Дата обращения: 5 октябрь 2013. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  30. I Persian Gulf War, 1980-1988. Acig.org. Дата обращения: 5 октябрь 2013.
  31. Iran-Iraq War. New World Encyclopedia. Дата обращения: 5 октябрь 2013.
  32. Iran-Iraq War (1980-1988) - The History Beat - SearchBeat.com. History.searchbeat.com. Дата обращения: 5 октябрь 2013. 2013 йыл 24 сентябрь архивланған.
  33. Gulf War Militaria | Gulf War Relics. Gulfwarstuff.com (20 август 1988). Дата обращения: 5 октябрь 2013. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  34. Обострение ирано-иракских противоречий и попытки решения: 1969—1979
  35. СРАЖАЮЩИЙСЯ «ВАВИЛОН». Андрей Почтарев. Красная Звезда. 26 апреля 2003 года
  36. Канун, 1980
  37. Ниязматов Ж.А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 77. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  38. Хроника войны
  39. Криворучко А. П., Рощупкин В. Т. Война с Ираном: жребий брошен // Багдадский вождь: взлёт и падение... Политический портрет Саддама Хусейна на региональном и глобальном фоне. — М.: Проспект, 2008. — С. 197. — ISBN 978-5-392-00071-5.
  40. История войн. Три войны Саддама. Часть II: Война с Ираном.
  41. Anthony H. Cordesman and Abraham Wagner. The Lessons of Modern War - Volume II - The Iran-Iraq War – Chapter 4: Phase One: Iraq's Invasion Of Iran (01.05.1991). 2009 йыл 13 июнь архивланған.
  42. Efraim Karsh.
  43. И.Кленов, В.Орлов. ИРАНО-ИРАКСКАЯ ВОЙНА. 2008 йыл 8 март архивланған.
  44. Iraq parades captured Iranian tanks 2016 йыл 30 декабрь архивланған.
  45. Чернякевич О.
  46. 46,0 46,1 The Iran-Iraq War.
  47. Танковые бои в ирано-иракской войне 2017 йыл 22 июнь архивланған.
  48. I Persian Gulf War: Iraqi Invasion of Iran, September 1980
  49. Anthony Cordesman, Abraham Wagner.. The Lessons of Modern War - Volume II - The Iran-Iraq War – Chapter 5: Phase Two: Iran Liberates Its Territory 1981-1982 (01.05.1991). 2009 йыл 13 июнь архивланған.
  50. Anthony Cordesman, Abraham Wagner.. Chronological Listing of Iranian Losses & Ejections. 2013 йыл 25 июль архивланған.
  51. Персия — Иран. Империя на Востоке (2010). Широкорад Александр Борисович. стр.93
  52. A Publisher Extra Newspaper The Des Moines Register from Des Moines, Iowa.
  53. .Результаты опроса: большинство американцев не поддерживают возможную войну против Ирана
  54. Rajaee, Farhang.
  55. Death Tolls for the Major Wars and Atrocities of the Twentieth Century
  56. Metz, Helen Chapin. Iraq: a Country Study. Arms from France (ингл.). U.S. Library of Congress. Дата обращения: 27 декабрь 2010.(инг.). U.S. Library of Congress. 27 декабрь 2010 тикшерелгән.
  57. Tony Paterson. Leaked report says German and US firms supplied arms to Saddam (ингл.). The Independent (18 декабрь 2002). Дата обращения: 11 октябрь 2010. Архивировано 11 декабрь 2008 года.(инг.). The Independent (2002-12-18). Тәүге сығанаҡтан 2010 йыл 27 август архивланған. архивланған 11 декабрь 2008. 11 октябрь 2010 тикшерелгән.
  58. Kenneth Timmerman. The Death Lobby: How the West Armed Iraq. — New York, NY: Houghton Mifflin Company, 1991. — 443 p. — ISBN 1-857-02031-6.
  59. Ted Koppel. The USS Vincennes: Public War, Secret War. (ингл.). ABC Nightline (1 июнь 1992). Дата обращения: 27 декабрь 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2004 йыл 24 август архивланған.(инг.). ABC Nightline (1992-06-01). Тәүге сығанаҡтан 2004 йыл 24 август архивланған. архивланған 9 февраль 2012. 27 декабрь 2010 тикшерелгән.
  60. [1]
  61. НАШИ В БАГДАДЕ. Газета «Версия» от 07.04.2003(недоступная ссылка)
  62. Kenneth Timmerman. The Death Lobby: How the West Armed Iraq. — New York, NY: Houghton Mifflin Company, 1991. — P. 75. — 443 p. — ISBN 1-857-02031-6.
  63. After The Storm: The Changing Military Balance in the Middle East.
  64. Ниязматов Ж.А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 78. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  65. Ниязматов Ж.А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 83. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  66. Ильин В. Е. «Фантом» F-4. — М.: Астрель, АСТ, 2001. — С. 310.
  67. Domain wartechnic.ru maybe for sale 2008 йыл 26 июнь архивланған.
  68. Tom Cooper, Farzad Bishop. Fire in the Hills: Iranian and Iraqi Battles of Autumn 1982 (09.09.2003).
  69. John Correll. The Fall of Lima Site 85 (2006). 2007 йыл 21 ноябрь архивланған.
  70. Greg Goebel.
  71. Anthrax for Export 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
  72. Arming Iraq: A Chronology of U.S. Involvement
  73. 1980-1988, Iran-Iraq war: Helping both sides lose the war
  74. База данных SIPRI по торговле оружием.
  75. Ниязматов Ж. А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 112. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  76. Ниязматов Ж. А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 111. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  77. Ниязматов Ж. А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 101. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  78. Ниязматов Ж. А. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — М.: Наука, 1989. — С. 100. — ISBN 5-02-016696-0, ББК 63.3(5).
  79. 27 Million Israel Iran Arms Deal told 2017 йыл 6 март архивланған.
  80. Saddam’s Generals: Perspectives of the Iran-Iraq War.
  81. Агаев С. Л. Иран в прошлом и настоящем: Пути и формы революционного процесса. — М.: Наука, 1981. — С. 245.
  82. Крысенко Д. С. Геостратегическое противоборство СССР и США в ходе ирано-иракской войны (1980—1988) // Вестник Костромского государственного университета им. Н. А. Некрасова. — 2015. — Т. 21. — № 4. — С. 46

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И. Кленов, В. Орлов. Ирано-иракская война // «Зарубежное военное обозрение», № 1, 1985. стр. 22-28.
  • И. Гурьянов. Ирано-иракский вооружённый конфликт // «Зарубежное военное обозрение», № 2, 1987. стр. 14-19.
  • Ж. А. Ниязматов. Ирано-иракский конфликт. Исторический очерк. — Москва: Наука, 1989. — 174 с.
  • Abdulkhaleq Abdulla, «Gulf War: The Socio-Political Background», in Arab Studies Quarterly, Vol. 16, No. 3, Summer 1994. (инг.)
  • David Segal, «The Iran-Iraq War: A Military Analysis», in Foreign Affairs, Summer 1988. (инг.)
  • Ray Takeyh, «The Iran-Iraq War: A Reassessment», in The Middle East Journal, Vol. 64, No. 3, Summer 2010. (инг.)
  • Ronald E. Bergquist, The Role of Airpower in the Iran-Iraq War, Maxwell Air Force Base, AL: Air University Press, 1988. 95 pp. (инг.)
  • John Bulloch, The Gulf War: Its Origins, History and Consequences, location: Methuen, 1989, 309 pp. (инг.)
  • Anthony H. Cordesman, Abraham R. Wagner, The Lessons of Modern War, Vol. II: Iran-Iraq War, Westview Press, 1990, 647 pp. (инг.)
  • Farrokh, Kaveh. Iran at War: 1500-1988. — Osprey Publishing, 2011. — 488 p. — ISBN 1846034914. (инг.)
  • Alan Friedman, Spider’s Web: The Secret History of How the White House Illegally Armed Iraq, Bantam Books, 1993, 455 pp. (инг.)
  • Dilip Hiro, The Longest War: The Iran-Iraq Military Conflict, New York: Routledge, 1990, 323 pp. (инг.)
  • Efraim Karsh, The Iran-Iraq War: 1980—1988 (Essential Histories), Oxford: Osprey, 2002, 92 pp. (инг.)
  • Stephen С. Pelletiere, The Iran-Iraq War: Chaos in a Vacuum, New York—Westport—London: Praeger, 1992, 167 pp. (инг.)
  • Pierre Razoux, La guerre Iran-Irak, première guerre du Golfe 1980—1988, éd. Perrin 2013, 604 pp. (фр.)