Эстәлеккә күсергә

Иран әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иран әҙәбиәте

Иран әҙәбиәте (фарс. ادبیات ایران) — хәҙерге Иран һәм уның урынында булған тарихи дәүләттәр территорияһында яҙылған әҙәбиәт. Боронғо иран әҙәбиәте антик дәүергә барып тоташа, хәҙерге әҙәбиәт XVI быуаттан иҫәпләнә.

«Иран әҙәбиәте» терминының йөкмәткеһе төрлө тарихи осорҙар өсөн бер төрлө түгел, шуға күрә шартлы. Боронғо Иран әҙәбиәте Иран ҡалҡыулығының һәм уға ҡушылған Урта Азия өлкәләренең ҙур территорияһында күп һанлы иран ҡәбиләләре һәм халыҡтары тарафынан ижад ителгән. Урта быуаттар, бигерәк тә IX—XV быуаттар, әҙәбиәте әҙәби тел сифатында фарсы телен ҡулланған иран халыҡтары һәм төньяҡ—көнбайыш Һиндостан һәм өлөшләтә Кавказ аръяғы һәм Кесе Азия халыҡтары тарафынан ижад ителгән бай әҙәби-нәфис ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә ала.

Боронғо һәм бигерәк тә урта быуат иран әҙәбиәте иран телдәрендә һөйләшкән халыҡтарҙың — фарсылар, тажиктар, афғандар, курдтар һәм башҡаларҙың — дөйөм байлығы булып тора. XVI быуаттан, хәҙерге иран милләте формалаша башлағандан алып, Иран әҙәбиәте тигәндә хәҙерге Иран территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың художестволы ижадын аңларға кәрәк.

Боронғо иран яҙма әҙәби традицияһы III быуатҡа тиклем Әһәмәниҙәрҙең, бигерәк тә Дарий I һәм Ксерксатың боронғо шына яҙыулы ҡомартҡылары, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт дауамында төҙөлгән зороастрий диненең изге китабы "Авеста"нан ғибәрәт.

Сәсәниҙәр хакимлығы осоронда пехлеви телендә, шулай уҡ башҡа урта иран: парфян, сөғд, хәрәзм телдәрендә пехлеви әҙәбиәте булған. Һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар пехлеви әҙәбиәтендә эпик риүәйәттәр, проза әҫәрҙәре, шиғриәттең бәләкәй формалары булыуын раҫлай. «Хвадай-намак» династия хроникаһын (Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә» әҫәренең төп сығанаҡтарының береһе), «Ядгар Зареран» — баһадир Зарер һәм уның улы тураһында хикәйәт, «Драхти Асурик» («Ассирия ағасы»), Ардашир Папакандың «Ғәмәлдәр китабы», «Калила вә Димна» дидактик йыйынтығы, шулай уҡ дини һәм манихейлыҡ менән бәйле дидактик характерҙағы әҫәрҙәрен билдәләргә кәрәк. «Пехлевийские псалтири» тип аталған пехлеви телендәге иртә әҙәби образдар, IV йәки V быуаттарға ҡарай, VIVII быуат манускриптарында һаҡланған[1].

VII быуат уртаһында Иранды мосолман ғәрәптәре яулап ала, һәм ул Ғәрәп хәлифәлеге составына инә. Баҫып алыуҙар менән бергә ислам, ғәрәп теле һәм ғәрәп яҙмаһы тарала. Шул уҡ ваҡытта урта фарсы әҙәби ҡомартҡылары ғәрәп теленә тәржемә ителә.

Ғәрәп хакимлығы осоронда Иран территорияһында урта иран телдәре һәм ғәрәп теле нигеҙендә яңы фарсы теле барлыҡҡа килә. Телдәр алмашыныуы иран әҙәбиәтендә тәрән сифатлы үҙгәрештәргә килтерә, ул ғәрәп шиғри һәм ислам мәҙәниәтенең күп элементтары менән байый. Шул уҡ ваҡытта был әҙәбиәт боронғо иран традицияһын һәм үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алған[2].

Хәҙерге заман әҙәбиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге иран әҙәбиәте Конституцион революцияға тиклемге дәүерҙең социаль-сәйәси, мәҙәни һәм әҙәби хәрәкәттәре менән тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә уны дөрөҫ аңлау телгә алынған дәүерҙең ваҡиғаларын белеүгә бәйләнгән. Был ваҡытта иран һарайы янында европалылар күренә башлай, һәм (Фәтх-Али-шаһ вариҫы) Аббас-Мирза Европаға иран студенттарының беренсе төркөмөн ебәрә. Бынан тыш, ул фән һәм техниканың яңы ҡаҙаныштарын өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн бер нисә сара күрә. Тәүге сараларҙың береһе булып типография булдырыу һәм гәзит сығарыуҙы ойоштороу торған. Әммә иранлыларҙың яңы цивилизация менән тәрән танышыуы Насер әд-Дин шаһ хакимлығы осоронда була. Дар Әл-Фонун мәктәбе ойошторолоп, әҙәбиәт артабан үҫешкәндән һуң, яҙыусы интеллигенция вәкилдәре, шул иҫәптән Фәтх-Али Ахунд-заде, Сәйед Джамаль әд-Дин Асадабади, Мирза Ага-хан Кермани, Мирза Абд ар-Рахим Талыбов, Зәйн әл-Абедин Марагеи һәм Мирза Мальком хан, үҙ идеяларын ватан һәм сит ил гәзиттәре биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләрендә баҫтыра, һәм шуның менән яңы фекерләүҙе популярлаштырыуға нигеҙ һала. Шиғриәттә либераль һәм конституцион мотивтар барлыҡҡа килеү менән, тәнҡит һәм ризаһыҙлыҡ белдереү (протест) кәйефтәре лә ҡырҡа көсәйә. Интеллигенция эстәлеге буйынса классик панегирик һарай шиғриәтенә ябырылған өндәмә төҙөй.

Конституцион революция осоро башланғас, яҙыусылар һәм шағирҙар азатлыҡтың туранан-тура шаһиты һәм йырсыһы булған саҡта, әҙәбиәт теле һәм стиле үҙгәрә. Проза ябай һәм артыҡ сермәле булмаған, яҙыусыларҙы яңы идеялар һәм стилдәр менән тулы әҙәбиәт төрҙәре, мәҫәлән, романистика, драматургия, публицистика һәм фәнни әҙәби-тарихи тикшеренеүҙәр йәлеп итә. Яҙыусыларҙың теле һөйләү теленә яҡынлаша: ауыр һөйләү стиле һәм боронғо рифмалы проза урынына ябай, аңлайышлы стиль тарала. Шиғриәт үҙ сиратында панегирик бығауҙарынан азат була: шиғриәт теле ябай халыҡ теленә яҡынлаша, ә социаль, сәйәси, мәҙәни һәм иҡтисади проблематика шиғри әҫәрҙәрҙең төп темаһына әүерелә[3].

Фарсы әҙәбиәтендә халыҡ романы күптәнге тамырҙарға эйә булһа ла, Иранда XIX быуаттың икенсе яртыһынан ғына хәҙерге роман тарала. Мирза Хәбиб Исфахани яҙған «Хаджи-Баба Исфахани мажаралары» әҫәре беренсе иран романы була. Бынан һуң Мөхәммәт-Али Джамаль-заде, Талыбов, Зәйн әл-Әбедин Марагеи, шулай уҡ башҡа яҙыусылар романдар яҙа башлай: әлбиттә, телгә алынған авторҙарҙың хеҙмәттәре тел һәм стилистика буйынса ҡаджар дәүеренең рәсми әҙәби (ә ҡайһы берҙә һөйләү) теленә яҡын була. Бынан тыш, был әҫәрҙәрҙең төп үҙенсәлеге булып милләтселек рухы һәм уларҙа иран мифологияһының сағылышы тора[4].

Милли советтың беренсе Мәжлесе саҡырылған һәм бик күп гәзит һәм журналдар баҫылған Ирандағы конституцион революция (1906 йыл) осоро хәҙерге иран яҙыусыларының беренсе быуынының өлгөрөүенә нигеҙ һала[5]. Бынан һуң (бигерәк тә иранда европа художестволы әҫәрҙәренең киң таралыуы арҡаһында) илдә башында Садек Хедаят торған романдар яҙыуҙың яңы стиле барлыҡҡа килә. Хедаяттан һуң был стилде Хушанг Гольшири, Джалаль Ал-е Ахмад, Садек Чубак, Симин Данешвар, Бозорг Алави, Мөхәммәт Доулатабади, Али-Мөхәммәт Афғани һәм Голям-Хөсәйн Саэди кеүек яҙыусылар ҡабул итә. Был авторҙарҙың ижади мираҫында хикәйәләр һәм повестар осрай.

Революциянан һуң хәҙерге иран романы, башлыса, йәмғиәттең сәйәси һәм мәҙәни торошон тәнҡитләү менән шөғөлләнә. Хәҙерге заман яҙыусы-романсылары, дини фекерләүҙең билдәле бер төрө тыуҙырған нормаларҙы тәнҡитләп, нигеҙҙә ике темаға мөрәжәғәт итә. Беренсеһе — традиция һәм модернизация көрәше, икенсеһе — ҡайһы бер популяр әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәнҡитләү. Ысынлап та, хәҙерге иран романының дискурсы — хәҙерге заманда аныҡ, тип әйтерлек булмаған яңырыуға һәм артта ҡалыуға арналған шул уҡ Садек Хедаят дискурсы. Революциянан һуңғы осорҙағы күренекле иран романистары араһында Зоя Пирзад, Аббас Мааруфи, Али Моаззени, Газали Ализаде, Хөсәйн Санапур һәм Шива Арастуиҙы билдәләргә кәрәк[6].

Хәҙерге ваҡытта «хәрби әҙәбиәт» термины төп йөкмәткеһе Иран-ираҡ һуғышы булған әҫәрҙәргә ҡарата ҡулланыла. Был мәғәнәлә уларҙы «ҡаршылыҡ әҙәбиәте» тип тә атайҙар. Был жанрға, мәҫәлән, Хәбиб Ахмад-заденың «Игра в шахматы с машиной Страшного суда», Әхмәт Дехкандың «Поход по курсу 270 градусов», Реза Әмир-ханиҙың «Урмия» романы һәм «Әсә» Сәйеда Заһра Хөсәйниҙең «Мать» әҫәрҙәре инә.

Абд-әл-Хөсәйн Санати-заде Кермани хәҙерге иран әҙәбиәтендә тарихи романға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һанала.

Яңы шиғриәт өсөн интеллектуаль нигеҙ Нимға тиклем күп йылдар элек һалынған, шуға күрә был предметты өйрәнеү өсөн Конституцион революция осоро шағирҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар араһында Әбү-л-Ҡасим Лахути, «Хаджи-Бабы Исфахани» һәм Мир-заде Эшки әҫәрҙәрен тәржемә итеүсе Мирза Хәбиб.

Яңы шиғриәт — Ним Йушидж ҡараштары нигеҙендә барлыҡҡа килгән әҙәби хәрәкәт. Был йүнәлешкә ҡараған шағирҙар араһында Әхмәт Шамлу, Мәхди Ахаван Салес, Форуг Фаррохзад, Сохраб Сепехри, Манучехр Аташи, Тахере Саффар-заде һәм Мәхмүт Мошарраф Азад Техраниҙы атап үтергә мөмкин. Ним шиғриәте аруз үлсәмен һаҡлап ҡала, тик ижектәр һаны тигеҙ булыуҙан туҡтай — ул йә кәмей, йә арта. Ә бына Әхмәт Шамлу башлап ебәргән аҡ шиғырҙа үлсәмдең исеме лә юҡ, һәм уның урынына һүҙ һүрәтләүе һәм эске музыка ҡулланыла.

Среди поэтов, занимавшихся белым стихом, помимо Ахмада Шамлу, можно назвать Хушанга Ирани, Шамса Лянгаруди, Резу Барахени, Сеййеда Али Салехи, Манучехра Аташи, Ахмада Резу Ахмади, Кадам-Али Сарами, Расула Йунана, Йадуллу Руйайи и Мохаммада Резу Ахмади.

Аҡ шиғыр — XX быуаттың 50-се йылдарында Әхмәт Шамлу ҡулланған фарсы шиғриәте стиле. Ним Юшидж шиғриәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән был стилдә үлсәм һәм рифма ҡағиҙәһе ғәмәлдә түгел — бында үлсәмде һүҙҙең мәғәнәһендә эҙләргә кәрәк. Был шиғриәт төрөндә рифма ҡулланылһа ла, уның өсөн айырым ҡағиҙәләр юҡ, һәм уның урыны шағирҙың теләгенә бәйле. Шамлу идеяһы шунда: әҫәрҙең балҡышын һәм бөйөклөгөн кәметеүгә килтереп, үлсәм, аруз һәм рифма шағирҙың ҡулдарын бәйләй. Был шиғриәт төрөн Көнбайышта «ирекле шиғыр» тип атайҙар — уны бөтә тулылығында Мильтон һәм Лорка әҫәрҙәрендә осратырға мөмкин. Барахени фекеренсә, Шамлу аҡ шиғыр идеяһын көнбайыш әҙәбиәтенән алған: тап һуңғыһының мелодик фарсы прозаһы, бигерәк тә Байхакиҙың «История» менән ҡатнашыуынан аҡ шиғыр барлыҡҡа килгән. Аҡ шиғыр менән шөғөлләнгән шағирҙар араһында, Әхмәт Шамлуҙан тыш, Хушанг Ирани, Шәмс Лянгаруди, Реза Барахени, Сәйед Али Салехи, Манучехр Аташи, Әхмәт Реза Әхмәдиҙе, Ҡадам-Али Сарами, Рәсүл Йунанды, Йадулла Руйайи һәм Мөхәммәт Реза Әхмәҙиҙе атап үтергә мөмкин.

Изге оборона шиғриәте Иран-ираҡ һуғышына арналған шиғри әҫәрҙәр массивынан ғибәрәт. Иран-ираҡ конфликты башланыу һәм уның тирәләй батырлыҡ ореолы һәм ҙур эмоциональ ҡыҙыулыҡ (накал) булдырыуға бәйле Ислам революцияһы сәнғәтенең был тармағы барлыҡҡа килә. Фарсы әҙәбиәтенең был төрө миҫалдары булып «Книга о сражении за Кешм» поэмаһы, шулай уҡ Салман Харати һәм Сепиде Кашаниҙың «Сожжённая земля» романы, шиғырҙарының күп өлөшө тора.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирандың яңы әҙәбиәте дәүерендә Джаббар Багчебан, Аббас Ямини Шәриф һәм Туран Мир-Хади әҫәрҙәре балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә нигеҙ һала. Һуңынан был өлкәлә Самин Багчебан һәм Мостафа Рахмандуст ижады ҙур уңышҡа өлгәшә. Хушанг Моради Керманиҙың «Сказки Маджида» балалар нәфис әҙәбиәтенең иң уңышлы әҫәрҙәренең береһе тип һанала. 1965 йылда халыҡтың йәш ҡатламдары араһында уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында «Балалар һәм үҫмерҙәрҙең интеллектуаль үҫеш клубы» («Клуб интеллектуального развития детей и юношества») ойошторола. Клуб күргәҙмәләр, фестивалдәр, байрамдар үткәреү, шулай уҡ йәш аудиторияға китаптар таратыу менән шөғөлләнә. Ислам революцияһынан һуң был клуб Мәғариф министрлығының бүлексәһенә (подразделение) әйләнә. Был тематикаға мөрәжәғәт иткән яҙыусылар араһында Әхмәт Шамлу, Надер Эбрахими һәм Самад Бехрангиҙы телгә алырға мөмкин.

  1. Pahlavi psalter — Encyclopædia Iranica. Philippe Gignoux
  2. Брагинский И. С. Литература Ирана и Средней Азии III - XIII вв. / Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького АН СССР. М.: Наука, 1983—1987. — Т. История всемирной литературы в 9 томах. Архивировано 4 июнь 2016 года.
  3. Онлайн-библиотека 2020 йыл 9 ноябрь архивланған.
  4. [Рухбахшийан А-Х. Становление персидского романа // Наме-йе фархангестан 13 (1999), с. 146]
  5. Статья о персидской литературе 2017 йыл 2 ноябрь архивланған.
  6. [Хаджери Х. Отражение модернизма в персидском романе // Фасль-наме-йе данешкаде-йе адабийат ва улум-е энсани-йе Табриз, с. 160]

Ҡалып:Страна в темах