Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ирек Кинйәбулатов битенән йүнәлтелде)
Ирек Кинйәбулатов
Тыуған көнө:

15 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылы

Вафат булған көнө:

2 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы, журналист

Ижад йылдары:

1965

Жанр:

шиғриәт, проза, журналистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Баҫыу юлы» (шиғырҙар), (1970)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:

Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы (15 июль 1938 йыл2 июнь 2016 йыл) — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла һәм 1957—1961 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.

Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уның филология факультетын 1966 йылда тамамлай. Бынан һуң йылдан артыҡ Башҡорт АССР-ының Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала. 1968 йылда Ирек Кинйәбулатовты «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар һәм баҫманың республиканың Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала етәрлек дәрәжәлә журналист тәжрибәһе туплағас, ул редакцияла бүлек мөдире булып эшләй. 1980 йылдан «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарында әҙәби хеҙмәткәр, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир була. 1987—1998 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй, башҡа вазифалар менән бер рәттән ижади ойошманың пропаганда бюроһын етәкләй.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм алған Ирек Кинйәбулатов шиғриәткә армия хеҙмәтенән һәм Башҡорт дәүләт университетынан һуң, уның филология факультетында нәҡ ошо йылдарҙа бигерәк тә әүҙем эшләгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге аша килде. Радио һәм телевидение журналисына өҫтәп республикаһының төп гәзите «Башҡортостан»да үҙ хәбәрсе, артабан унда, журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләү уны тормош йәһәтенән дә, ижад юҫығынан да ныҡлы аяҡҡа баҫтырҙы. Тәүге шиғри йыйынтығы «Баҫыу юлы» (1970) менән үҙен лирик шағир итеп танытҡан әҙип, артабанғы һәр яңы шиғыр һәм поэмалар китабы менән поэтик образдар һәм формалар, шулай уҡ һүҙ байлығы, һүрәтләнгән темалары, уларҙы асыуҙа ҡулланылған образдары менән үҙенсәлекле һәм даими уҡыусыһы булған шағирҙарҙың береһенә әйләнде. Ирек Кинйәбулатов поэзияһына юғары гражданлыҡ тойғолары, нескә хислелек һәм лирик кисерештәр хас. Уҙған быуаттың һуңғы һәм егерме беренсе быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында донъя күргән «Мин — башҡорт!» (1993), «Арғымаҡта» (1998) һәм «Замана тауышы» (2008) һәм башҡа йыйынтыҡтарында шағир көнитмеш, үҙ халҡының бөгөнгө һәм киләсәктәге яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи планда ныҡлап уйлана.

Лирик шағирҙың тиҫтәләгән әҫәрҙәренә республикабыҙҙың билдәле композиторҙары Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов һәм башҡалар ижад иткән йырҙарҙың бихисабы популярға әйләнгән, улар радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.

Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре рус, украин, нимес, татар, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Поэзия өлкәһендә әүҙем һәм егелеп ижад итеүе менән бер рәттән әҙип республиканың гәзит һәм журналдарында даими рәүештә публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре, көнүҙәк очерктары менән сығыш яһап тора.

Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Ирек Кинйәбулатов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бер нисә әҙәби премия, шул иҫәптән яҡташтары — Ҡырмыҫҡалы районы булдырған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияның 2007 йылғы лауреаты.

Ирек Кинйәбулатов 2016 йылдың 2 июнендә 78-се йәшендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1]

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баҫыу юлы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — бит.
  • Сыйырсыҡтар бала осора: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — бит.
  • Һөйөү иртәһе: Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — бит.
  • Мин — башҡорт! — Өфө: Китап, 1993. — бит.
  • Арғымаҡта. — Өфө: Китап, 1998. — бит.
  • Замана тауышы. — Өфө: Китап, 2008. — бит.

Гәзит һәм журналдарҙа донъя күргән әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҙур ышаныс Һеҙгә, Уҡытыусы! «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 30 август.
  • Башҡорт китабы. «Киске Өфө» гәзите, № 15, 2015 йыл, 11 — 17 апрель.
  • Йыл буйына етһен был сың. «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 7 июль[2].

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монографик хеҙмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сөләймәнов Ә. Устарымда — ерем йылъяҙмаһы: Ирек Кинйәбулатов шиғриәтенә бер ҡараш. — Өфө: Китап, 1998. — бит.

Гәзит һәм журналдарҙа мәҡәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2000);
  • Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (2000);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001);
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2001);
  • Өфө ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2004);
  • Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2006);
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007);
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2007);
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008);
  • Салауат Юлаев ордены (2014);
  • Назар Нәжми исемендәге премия (2014)[4].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ирек Кинйәбулатовтың ҡәберенә иҫтәлекле мәрмәр таш ҡуйылды[5].
  • Шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған ауылында урам байрамы үткәрелә[6].
  • 2016 йылдың 26 июлендә Ирек Кинйәбулатовтың тыуған ауылы Абдуллала шағирға арналған хәтер кисәһе үткәрелде. Унда мәрхүмдең дуҫтары, яҙыусылар һәм артистар ҡатнашты[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Өфөлә танылған шағир Ирек Кинйәбулатов донъя ҡуйҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 3 июнь (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2016)
  2. Йыл буйына етһен был сың(недоступная ссылка)
  3. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь
  4. Поэты К. Аралбай и И. Киньябулатов удостоены литературной премии имени Назара Наджми. Официальный сайт народного поэта Башкортостана Назара Наджми. 07.02.2014 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2016)
  5. В Башкирии на могиле поэта Ирека Киньябулатова установили памятную плиту. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 13 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2018)
  6. Республикала ауыл урамы байрамы шағир Ирек Кинйәбулатовтың юбилейына арнала. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 12 июль (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2018)
  7. В Башкирии пройдет вечер памяти известного поэта Ирека Киньябулатова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 26 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2016)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблио-график белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

башҡа сығаҡтарҙа