Эстәлеккә күсергә

Ирек (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирек
Нигеҙләү датаһы 1928
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воздвиженка ауыл Советы[d][1]
Халыҡ һаны 103 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462139
Карта

Ирек — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһеҺарыҡташ районы Воздвиженский ауыл Советы составындағы ауыл.

Ирек район үҙәге ҡасабаһы Һарыҡташтан көньяҡ-көнсығышҡа табан туранан яҡынса 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауылға нигеҙ һалыныуҙың рәсми датаһы — 1928 йыл. Шул йылда халҡы арта барған Шишмә ауылынан күпмелер ғаилә 4-5 километр алыҫлыҡтағы урынға, Һаҡмар йылғаһы буйына күсенә, сөнки унда аулағыраҡ була. Ҙур булмаған ҡасаба барлыҡҡа килә[3].

Совет заманында ул төбәктә «Ирек» һәм «Дуҫлыҡ» тигән колхоздар эшләгән, ҡасаба атамаһы шунан барлыҡҡа килгән. Оло быуын вәкилдәре иҫтәлектәре буйынса ауылдың Майор тигән икенсе атамаһы ла булған, был атама ҡасаба эргәһендәге күл исеменән бирелгән. Күл үҙе иһә бында ниндәйҙер майор батып үлгәндән һуң шулай атала башлаған тиҙәр. Мәгәр ундай географик атамалар — казак көнитмешенән (Майор күле, Полковник күле, Есаул үҙәне һ.б.), ғәҙәттә шул урындарҙың хужаһы кем булыуына ҡарап бирелеүсән. Йәғни, күл, уның тирәһендәге сабынлыҡтар, ер бүлемдәре майор ҡулында булған [4].

2002 йылда халыҡ һанынын алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала 75 кеше йәшәгән (татарҙар 96 %), 2010 йылда халыҡ иҫәбе буйынса — 103[5].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
  4. По словам старожилов, татарская деревушка Ирек имела и другое название — Майор (Майорское), данное по озеру Майорскому, расположенному в этой местности. Озеро же, по утверждению местных жителей, стало так называться потому, что в нём когда-то купался и утонул какой-то майор. Приведённое толкование требует уточнения. Дело в том, что происхождение таких географических названий, как Майорское озеро, Полковничье озеро, Есаульский дол, Старшинский овраг и др., связано с казачьей жизнью. Поэтому наименование Майорское озеро объясняется тем, что озеро и прилегающие к нему сенокосные, лесные и земельные угодья в прошлом принадлежали казачьему майоруМоисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
  5. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.