Ирис Юханссон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирис Юханссон
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 8 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Лидчёпинг[d], Скараборг[d], Швеция
Һөнәр төрө яҙыусы, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө әҙәби эшмәкәрлек[d][3], прогрессивное обучение[d][3], аутизм[d][3] һәм Новая школа[d][3]
Уҡыу йорто Уппсала университеты[d]
Сәләмәтлек торошо аутизм[d]

Ирис Юханссон (швед. Iris Johansson, 8 апрель 1945 йыл) — швед яҙыусыһы, психолог, аутизм проблемаларын өйрәнеүсе, аралашыу проблемалары буйынса белгес. Үҙе лә аутист булған, бала саҡтағы кисерештәрен һәм хәтирәләрен «Үҙенә бер төрлө бала саҡ» китабында (швед. En annorlunda barndom) бәйән иткән.

Тормошон тасуирлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирис Юханссон 1945 йылдың 8 апрелендә Швеция Вестергётландта Лидчёпинг коммунаһында тыуған.

Иристың тәрбиәһе менән башлыса атаһы Бертиль шөғөлләнгән. Иристың әсәһе тире туберкулёзы менән сирләгән, ҡыҙына йөклө булғанда, туберкулёз көсәйгән. Урындағы табиптар яңы тыуған Ирисҡа туберкулёзға ҡаршы вакцина яһай. Ғөмүмән, өс көндән һуң йәки Вакцинациянан һуң өс көн үткәс, ҡыҙ ҡысҡырмаған да, иламаған да.

Башта тыныс ҡыҙ ата-әсәһендә борсолоу тыуҙырмай, тик һуңғараҡ күрер Иристың атаһы баланың башҡа кешеләрҙе күреү бәйләнешенә бармауын һиҙеп ҡала. Ирисҡа бер ай өс аҙна булғанда, уның ағаһы балалар карауатын һелкетеп бәүеткәндә, ҡыҙҙың бармаҡтары стена менән карауат араһына эләгеп ҡыҫыла, хатта күгәрә, ләкин ул ҡысҡырмай ҙа, иламай ҙа. Ирис бал ҡорто сағып, тотош бите шешеп сыҡҡандан һуң да, бер нисек тә быны күрһәтсәгәндән һуң, атаһы ҡыҙы менән нимәлер булғанына тулыһынса инана. Ирис үҙ фантазияларына китеп, даими рәүештә был тормошто баһалау мөмкинлеген «юғалтҡанлыҡтан», атаһы уны ысынбарлыҡҡа кире ҡайтарырға тырыша. Ул ауыл хужалығы эштәрен башҡарған урындарға ҡыҙын да алып йөрөгән, уның менән һөйләшкән, әгәр быны үҙе эшләй алмай икән — ҡыҙы янында күп һанлы туғандарының береһе булыуына өлгәшкән. Атаһы, ахыр сиктә, Ирис кешеләр араһында ғәҙәти тормош менән йәшәй алырына ышанған. Ирис мәктәптә лә һуңлап уҡый башлаған. Уҡытыусылар махсуслашҡан мәктәптә уҡытыуҙы кәңәш итһә ла, атаһы ҡыҙының ғәҙәти уҡыу йортонда белем алыуын хуплаған. Ирисҡа, аутизм һәм һәм дислексия һөҙөмтәһендә, уҡыу материалын үҙләштереүе һәм тағы ла — уҡытыусыларҙың һорауына яуап биреүе ауыр булһа ла, уны киләһе йыл һайын киләһе класҡа күсергәндәр.

Ахыр сиктә атаһының, туғандарының, ҡайһы бер мәктәп уҡытыусыларының Иристы уҡытыу һәм социалләштереүгә һалған тырышлығы һөҙөмтә бирә. Ул, хатта бик теләһә лә, даими рәүештә "үҙ донъяһы"нда ҡала алмаған. Ун ике йәшендә Ирис мөһим ҡарар ҡабул итә: аутик тормошонан бөтөнләйгә баш тартырға. Үҙенең «Үҙенсәлекле бала саҡ» тигән китабында Ирис Юганссон был мәл тураһында былай тип хәтерләй:

Ирис Юганссон мәктәпте тамамлағандан һуң 10 йыл дауамында ҡатын-ҡыҙҙар бөҙрәханаһында эшләй. Дүрт йыл, параллель рәүештә хосписта ла, балалар дауаханаһында ла эшләй. Ғаилә һәм һаулыҡ балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә 16 йыл уҡытыусы булып эшләй. Бынан тыш, йәйге осорҙа йөҙөү буйынса тренер булып эшләй. Сағыштырмаса һуңлап юғары белем алырға ҡарар итә, уҡыуын 1992 йылда ғына тамамлай. Университетта педагогика һәм психология фәндәре менән танышҡандан һуң ғына, Ирис тәүләп үҙенең диагнозын белә — аутизм.

Хәҙер Ирис Юганссон аутик балалары булған ата-әсәләрҙең консультанты булып эшләй, Швецияла ла, шулай уҡ сит илдәрҙә лә наркомандар һәм психик һаулыҡтары проблемалы булған кешеләр өсөн булдырылған йорттарҙа уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр төркөмдәре менән идара итә, китаптар яҙа. «Сәнғәт булараҡ аралашыу» темаһына тренинг үткәрә.

Ирис Юханссондың китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Үҙенсәлекле бала саҡ» (швед. En annorlunda barndom) автобиографик китабында Ирис үҙе уйлап сығарған донъяһында үҙенең аутик тормош тәжрибәһен, дислексия, төҫлө ишетеү, стереотипия, һыуҙа булыуҙы фанатик рәүештә һөйөү, ҡағылып китеүҙе артыҡ ныҡ һиҙеү тәжрибәһен, шулай уҡ дөйөм алғанда, 1940-се һәм 1950-се йылдарҙа швед провинцияларында аутизмлы балаларҙың тормош үҙенсәлектәрен тасуирлай. Китап Швецияла бестселлерға әүерелә һәм бер нисә Европа теленә тәржемә ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 дня))  (швед.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]