Ирназаров Илгиз Рәшит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ирназаров Илгиз Рәшит улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Poland.svg Польша
Тыуған көнө 1963
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө ихтиолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Ирназаров Илгиз Рәшит улы (1963) — ғалим-генетик-иммунолог, Польша Фәндәр академияһының Ихтиобиология һәм аквакультура институты етәксеһе[1].


Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илгиз Рәшит улы Ирназаров 1963 йылда Башҡоростандың баш ҡалаһы Өфө ҡалаһында тыуған.

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡый, спорт менән шөғөлләнә.

1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында уҡый. Һөнәре — «биолог-ихтиолог, биология һәм химия уҡытыусыһы».

Университеттың III курсында специализация һайлау мөмкинлеге бирелгәс, йәйге экспедицияларға йөрөү маҡсаты менән, ихтиология һөнәрен һайлай. Университетта факультеттың «Биолог» гәзите мөхәррире була.

Германия Демократик Республикаһында, СССР һәм Варшава килешеүе илдәре студенттарының йәйге лагерында ҡатнаша, шунда Барбара тигән поляк ҡыҙы менән таныша.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1 йыл 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында биология предметын уҡыта.

Өйләнә, Польшаға китә. Поляк телен тиҙ арала өйрәнә. Илгиз Рәшит улы әлеге көндә ғаиләһе менән Бельско-Бяла ҡалаһында йәшәй (Болек һәм Лелек тураһындағы билдәле йәнһүрәт ошонда төшөрөлгән).

Йәш белгесте ихтиобиология һәм аквакультура институтына эшкә алалар.

Варшавала Матей Журковский етәкселегендә аспирантура тамамлай. 1994 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Институттың тикшеренеү объекттары йәмле урмандар араһында һәм быуалар янында урынлашҡан. Илгиз Рәшит улының төп ҡыҙыҡһыныуы — балыҡтарҙың аквакультураһы һәм иммуногенетикаһы.

Ирназаров Илгиз Рәшит улы үҙенең һөнәри йүнәлеше буйынса ике йыл дауамында Японияла ла эшләп ҡайта. Унда һөмбаш (лосось) ғаиләһе балыҡтарының үҙенсәлектәрен өйрәнә.

2011 йылдан Ихтиобиология һәм аквакультура институтының етәксеһе булып эшләй.[2].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илгиз Ирназаров етәкләгән халыҡ-ара европа консорциумы составында ул хеҙмәт иткән институт төрлө төр балыҡтарҙың ДНК һәм РНК эҙмә-эҙлеклелеген уҡыу бурысы алған AquaFAANG проектында ҡатнаша.

Польша фәндәр академияһы составындағы Ихтиология һәм аквакультура институты быуаларҙа сөсө һыуҙа йәшәүсе балыҡтарҙы үрсетеү һәм өйрәнеү, ялан шарттарында балыҡтарҙың сирҙәргә тотороҡлоғон баһалау менән шөғөлләнә, балыҡтарҙың экотоксикологияһы, иммунологияһы һәм генетикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илгиз Рәшит улы БДУ профессоры, социология фәндәре докторы Ирназаров Рәшит Исмәғил улы ғаиләһендә тыуған. Атаһы башта Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта. Әсәһе полиграфия техникумы уҡытыусыһы була.

Роза туғаны Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

Илгиз Рәшит улы ҡатыны Барбара менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары Александра Шотландияла Глазго университетын, артабан — Лондонда магистратураны тамамлай. Информация, психология һәм экономика өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, доктор дәрәжәһенә өлгәшкән. Англиялағы Leeds University уҡый.

Уртансы улы Камил Катовице университетында һәм Краков фәнни-техник университетында уҡый, һөнәре буйынса геолог һәм инженер, шәхси фирмала эшләй.

Кинйә улы Роберт, Англиялағы Leeds University уҡып, магистр дәрәжәһенә өлгәшә. Уҡыу барышында ҡытай теле менән мауыға һәм Пекинда ҡытай телен 1 йыл өйрәнеү өсөн стипендияға лайыҡ була, ләкин коронавирус менән бәйле, әлегә онлайн шөғөлләнә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]