Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нурия Ирсаева
Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

13 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Миәкә районы, Ҡанбәк ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1984
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)
Сайт:

http://bashdram.ru/troupe/irsaeva.html

Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы (13 октябрь 1942 йыл) — башҡорт совет һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының (1980), Татарстандың (1998) һәм РСФСР-ҙың (1984) халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы 1942 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡанбәк ауылында тыуған . 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын[1], ә 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Сергей Кайтовтың режиссёр Шәүрә Мортазина ҡуйған «Балаларым минең» пьесаһында Вера ролендә тәү башлап сығыш яһай[2].

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәрүәр («Башмағым» Хәбибулла Ибраһимов);
  • Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу» Фәйзи Мирхәйҙәр);
  • Илгизә («Әсәләр көтәләр улдарын» Әсғәт Мирзаһитов);
  • Ғәлиә («Тапшырылмаған хаттар» А. Ҡотой — Рифҡәт Исрафилов)
  • Мәйсәрә («Зәңгәр шәл» Кәрим Тинчурин)
  • Серафина («Нискавуори ҡатындары» Хелла Вуолийоки)
  • Миләүшә («Миләүшә, әсе миләш» Нәжиб Асанбаев)
  • Айгөл («Айгөл иле» Мостай Кәрим)
  • Домна Пантелеевна («Таланттар һәм табыныусылар» Александр Островский)
  • Мария («Изгеләрҙән изге» Ион Друцэ)
  • Вера («Балаларым минең» Сергей Кайтов)
  • Айһылыу («Айһылыуҙың айлы кистәре» Ибраһим Абдуллин) һәм башҡалар.

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Хистәрҙең яңырыуы» (1979) — Нәзирә, төп роль;
  • «Ҡола яланда икәү» (1989) — Ирина, төп роль.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984);
  • Алексей Дмитриевич Попов исемендәге көмөш миҙал (1985);
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1987)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)[3].
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]