Иртоғрол
Иртоғрол l أرطغرل | |
![]() | |
Алдан килеүсе: | Сөләймән шаһ |
---|---|
Дауамсы: | Ғосман I |
Дине: | Ислам |
Тыуған: | 1198 Ахлат[d] |
Үлгән: | 1281 Сёгют[d], Биледжик[d], Төркиә |
Ерләнгән: | гробница Эртогрула[d] |
Атаһы: | Көндөҙ Алп |
Әсәһе: | Һаймә ҡатын |
Ҡатыны: | Хәлимә ҡатын |
Балалары: | улдары: Саужы бей, Ғосман I, Көндөҙ бей |
Иртоғрол (أرطغرل, төр. Ertuğrul; 1198 —1281) — төрки (уғыҙҙарҙың Ҡайы ырыуы) хакимы, Ғоҫман ханәданын башлап ебәргән Ғоҫман I-нең атаһы. 1227 йылдан алып Ғоҫман бейлеге хакиме була. Сүгет ҡалаһы бейлектең баш ҡалаһы була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрөк тарихы буйынса, Ҡайы ырыуының бер өлөшө Урта Асиянан Анатулияға күскән. Урта Асияла саҡта Ҡайы юлбашсылары бер ни тиклем ваҡыт Харәзем хакименә хеҙмәт итә. Ҡайыларҙың Иртоғрол етәкселегендәге кескенә бер өлөшө (400—500 тирмә), мағул баҫҡынсыларынан ҡасып, сәлжүк солтаны Ғәләүетдин Кәйҡобат биләмәһенә килә һәм унан һыйыныс һорай. Солтан Иртоғролға солтанаттың сиге буйынан өлөш бирә. Искешәһәргә яҡын ятҡан был биләмәлә Иртоғрол Сүгет ҡалаһының нигеҙен һала. Был ерҙәрҙә һуңыраҡ Ғосман йәки Ғосмануғылдары тип аталып киткән бейлек нигеҙләнә[1].
Шундай риүәйәт тә бар: Кесе Асияға килеп еткәс, Иртоғрол яугирҙәре менән алыш яланына тап була. Кем менән кем һуғышҡанын да белмәгән Иртоғрол, үҙ кешеләре менән кәңәшләшеп алғас, еңелеп барған яҡҡа ярҙамға килә һәм уларҙың еңеүен тәьмин итә. Был ғәскәр төрки мағулдары менән бәрелешкән солтан Ғәләүетдин Кәйҡобаттыҡы булып сыға. Шуның өсөн Ғәләүетдин Иртоғролға ер бүләк итә. Шуның менән бергә Иртоғрол элек был ергә хужа булған һәм уны кире ҡайтарыу ниәтенән һөжүмдәр ойоштороп торған Бизантияға ҡаршы торорға йөкләмә ала[1][2].
Иртоғрол хакимлеге осоронда Ҡайылар көсәйә. Иртоғрол Бизантияның сик буйы өлкәләрен баҫып алып, үҙенең ужын киңәйтеүгә өлгәшә.
Иртоғрол мәрхүм булғас, хакимлек уның улы Ғоҫман I-гә күсә, ул Ғоҫман ханәданының тәүатаһы һәм Ғоҫман дәүләтенең беренсе хәкиме булып тарихҡа ингән [1][3].
Иртоғролдың атаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көндөҙ Алыптың Иртоғролдоң атаһы булғанлығы иҫбат ителгән тиергә мөмкин. Ғосман б. Иртоғрол б. Көндөҙ Алп[4][5][3] тигән яҙыулы тәңкә табылған.
Ғосман тарихы буйынса тикшеренеүҙәр барышында тәүҙән үк Иртоғролдоң атаһы тураһында берҙәм фекер булмай. Иртоғролдоң атаһы Сөләймән шаһ тиеүселәр була, ләкин рәсми шәжәрә быны раҫламай. Сөләймән шаһтың тормош юлы 1460 йылдарҙа Шөкрулла[6] "Тарих"ында, 1467 йылдарҙа Урыш хеҙмәттәрендә, 1480 йылдан һуң Ғашиҡ Паша уғлы[7] һәм әл-Бәйәтле[8]яҙмаларында тасуирлана. Был хикәйәттәр бер-береһенән әҙ-мәҙ генә айырыла, әммә бөтәһендә лә Сөләймән шаһтың үҙ кешеләрен Анатулияға Көнсығыштан алып килеүе, Төркөстанға ҡайтырға йыйынғас, Форатты кискәндә батып үлеүе, шунан улы Иртоғролдоң Анатулияға боролоп ҡайтыуы тураһында һөйләнелә.
Тағы ла бер шәжәрә Ғосман Беренсенең олатаһы тип Сөләймән шаһты түгел, ә Көндөҙ Алпты атай. Көндөҙ Алп менән Күк Алп ун бишенсе быуаттың беренсе сирегендәге Әхмәди (1334—1413) һәм Яҙыусызада Ғәли[9] хеҙмәттәрендә Ғоҫмандың атаһы Иртоғролдоң иптәше сифатында телгә алына. Ошо уҡ шәхестәр Әнүәри (16 быуатта вафат була) шиғриәтенә лә инеп ҡала, әммә унда улар Иртоғролдоң иптәштәре генә түгел: Көндөҙ Алп менән Күк Алп — бер туғандар, ә Көндөҙ Алп Иртоғролдоң атаһы булып сыға. Мәхмәт II-нең садраҙамы Ҡараманлы Мәхмәт паша 1480 йылда яҙып бөтөргән "Ғоҫман империяһы тарихы"нда[8] Күк Алп — Көндөҙ Алптың атаһы, Иртоғрол Көндөҙ Алптың улы тип әйтелә.
Нәшри[en][10] (1450—1520) үҙе яҙған «Тарих»ҡа ике нөсхәне ла индерә, әммә Сөләймән шаһтың Иртоғролдоң атаһы һәм Ғоҫмандың олатаһы булғанлығы «киң билдәле» тип өҫтәй. Шулай итеп, Сөләймән шаһ рәсми нигеҙҙә Ғоҫмандың олатаһы тип иҫәпләнә [4][5][3].
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртоғрол «Терелеш: Иртоғрол» тигән төрөк сериалының төп шәхсиәте булып тора; уның ролен Иңгән Алтан Төҙъятҡан башҡара.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғоҫман империяһы флотының фрегатына Иртоғрол исеме бирелә, Ашғабаттағы мәсет тә уның исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Финкель
- ↑ Кинросс, 2017
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Imber, 1987
- ↑ 4,0 4,1 BAŞAR, 1995
- ↑ 5,0 5,1 KOZAN
- ↑ İnalcık, 2007, p. 487
- ↑ İnalcık, 2007, p. 489
- ↑ 8,0 8,1 İnalcık, 2007, p. 488
- ↑ İnalcık, 2007, p. 486
- ↑ İnalcık, 2007, p. 490
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Imber, Colin The Ottoman Dynastic Myth : Turcica. — 1987. — № XIX. — С. 7-27.
- İnalcık,Halil Osmanlı Beyliği'nin Kurucusu Osman Beg : Belleten. — 2007. — № 08. — С. 479-537.
- KOZAN, Ali Ertuğrul Gazi’nin Babası Süleyman Şah mı? Gündüz Alp mi?. Архивировано из первоисточника 5 май 2017.
- Lowry, Heath W. The Nature of the Early Ottoman State. — Albany: SUNY Press, 2003.
- BAŞAR, FAHAMETTİN. ERTUGRUL GAZi. — 1995. — P. 314-315.
- Кинросс, лорд. Расцвет и упадок Османской империи. На родине Сулеймана Великолепного. — Литрес, 2017.
- Финкель, Кэролайн. История Османской империи: Видение Османа. — Москва: АСТ.
- Список османских историографов . Дата обращения: 5 май 2017. Архивировано 5 май 2017 года.
- Osman Gâzî'nin Bastırdığı Sikkeler ve Ona Atfedilen Yeni Bir Sikke Hakkında . Дата обращения: 3 май 2017. Архивировано 5 май 2017 года.
- Рыжов К. Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.