Ирҙәр гимназияһы (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирҙәр гимназияһы (3-сө мәктәп)
Нигеҙләнгән

1875 йыл

Тип

урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Адресы

Ростов өлкәһе, Новочеркасск, Ермак проспекты, 92/75

Сайт

sch3novoch11.narod.ru

 Ирҙәр гимназияһы Викимилектә

Ирҙәр гимназияһы — Новочеркасск ҡалаһындағы элекке уҡыу йорто. Хәҙерге ваҡытта бинала атаман М. И. Платов исемендәге 3-сө мәктәп эшләй[1]. Бина Ростов өлкәһенең федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп бинаһы Ермак проспектының ҡыҙыл һыҙығы буйында урынлашҡан һәм кварталдың ҙур өлөшөн ҡаплай. 1875 йылда төҙөлгән, проект авторы — архитектор А. А. Кампиони.

Бина ике ҡатлы, кирбестән эшләнгән, башы тимер менән ябылған. Өс бер аҙ тумпайып торған вертикаль сығынты, тура дүртмөйөшлө йөҙлөктәрҙә бер тигеҙ ритмлы тәҙрә уйынтылары уның архитектура күренешен тыуҙыра. Бинаның беренсе ҡаты дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән, икенсе ҡат ҙур булмаған дүртмөйөшлө сығынтылар биҙәк рәүешендә урынлашҡан кәрниз һәм кескәй йәйәле ярым фронтонлы парапет менән ослана. Урта сығынтыла төп инеү урыны урынлашҡан. Гимназияның үҙенең өй сиркәүе булған.[3] Төҙөлөш ҡатмарлы конфигурациялы. Уның нигеҙендә коридор системаһы, класс бүлмәләре ике яҡлап урынлашҡан.

1970 йылда ҡуйылған мемориаль йәҙүәл буйынса, ирҙәр гимназияһының билдәле тамамлаусылары араһында тарихсы-декабрист В. Д. Сухорукое, народоволец Генералов Василий Денисович, «Ленинская Искра» агенты С. В. Андронов, геолог һәм географ Мушкетов Иван Васильевич, рәссам Крылов Иван Иванович, композитор Шишов Иван Петрович, Советтар Союзы Геройы Сухов Константин Васильевич. Әммә Сухорукое һәм Мушкетов шул уҡ урында 1875 йылға тиклем урынлашҡан гимназия бинаһында уҡығандар[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]