Ирәмәл (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ирәмәл
Жанр Оҙон көй
Әҫәрҙең теле Башҡорт халыҡ йырҙары

«Ирәмәл» — («Ирәмәле», рус. «Иремель») — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ирәмәл» йырының тарихы 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле.

Йырҙың варианттары беренсе тапҡыр С.Ә.Галин тарафынан 1962 йылда Силәбе өлкәһендә яҙып алынған, һүҙҙәре «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» (1974) йыйынтығында баҫтырылып сыҡҡан. Шулай уҡ Д. Ж.Вәлиев башҡарған яҙма бар.

Ватанға һәм яҡын кешеңә тәрән хис менән һуғарылған лирик‑эпик йыр. Ватан һуғышына (1812) бәйле ижад ителгән бер вариантының шиғри тексы бергәләп һуғышҡа киткән яңы өйләнешкән кейәү менән кәләш араһындағы диалог формаһына ҡоролған.

Башҡарыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ирәмәл» көйөнөң төҙөлөшө текстың ярты строфаһын ғына биләгән әҙ биҙәкле ике һөйләмдән тора. Йырҙы башҡарыусылар араһында Ф.Ә. Килдейәрова, Т. Х.Үҙәнбаева, М.Ә.Шаимова, А. Ғ. Ғәлимов һәм башҡалар бар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983. Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.
  • Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974.
  • Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988.
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. СПб., 1897.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]