Ассирия сәнғәте
Ассирия сәнғәте | |
Дәүләт | Ассирия |
---|---|
Ассирия сәнғәте Викимилектә |
Ассирия сәнғәте — Төньяҡ Месопотамиялағы (хәҙерге Ираҡ территорияһы) боронғо дәүләт булған Ассирияның беҙҙең эраға тиклем XXIV—VII быуаттарға ҡараған бөтә төр сәнғәт әйберҙәре тупланмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирия беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың тәүге яртыһында Алғы Азияның алдынғы дәүләттәренең береһенә әүерелһә лә, сәнғәттең үҫеш тарихы унан алдағыраҡ осорҙарға барып тоташа. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта Ассирия шумер мәҙәниәтенең көслө йоғонтоһо аҫтында була. Ул осорҙоң табыныу урындарының береһендә, Ассирияның боронғо баш ҡалаһы Ашшурҙағы Иштар алиһәгә ғибәҙәт ҡылыу урынында — шумерҙар эшләгән һындарға оҡшаш һындар табыла. Беҙҙең эраға тиклем XV быуатта Ассирия төньяҡ Ике йылға араһындағы Митанни дәүләтенә бойондороҡлолоҡҡа эләгә. Ассирия сәнғәтенә митанни һәм хет сәнғәте лә ҙур йоғонто яһай. Ассирия сәнғәтенең иң юғары үҫеш нөктәһе беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡҡа тура килә, ул саҡта Ассирия көслө ҡол биләүсе дәүләткә әйләнгән була. Баҫҡынсы яуҙар һөҙөмтәһендә ул Алғы Азияны тотош тиерлек үҙенә буйһондора.
Властың ассирий батшалары ҡулында тупланыуы сәнғәткә айырым талаптар ҡуйылыуына сәбәп була: ул тик Ассирия батшаларының батырлыҡтарын һәм илдең хәрби ҡеүәтен данларға тейеш була.
Иртә осорҙағы Мысыр сәнғәтенән һәм Ике йылға араһы сәнғәтенән айырмалы, беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Ассирия сәнғәте, дин менән бәйләнештә торһа ла, нығыраҡ донъяуи тәғәйенләнештә була.
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектура әүәлгесә сәнғәттең төп төрө була, әммә ғибәҙәтханалар ғына түгел, һарай комплекстары һәм ҡәлғәләр ҙә төҙөлә.
Яҡшы һаҡланған һәм реконструкцияланған ҡоролмалар Ашшурнасирапал II (беҙҙең эраға тиклем 884—859 йылдар), Саргон II (беҙҙең эраға тиклем 722—705 йылдар) һәм Ашшурбанапал (беҙҙең эраға тиклем 668—633 йылдар) батшалар идара иткән заманға тура килә.
Ассирия һарайҙарының беҙҙең көндәргә килеп еткән харабалары ихаталар тирәләй урынлаштырылған рәсми, торлаҡ һәм хужалыҡ биналарынан торған ҙур комплекстар хасил иткән. Биналар коридор рәүешендә, тар, стеналары фриз кеүек рельеф һәм һүрәт төшөрөлгән ортостаттар менән биҙәлгән.
Саргон II һарайы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саргон II батшаның Дур-Шаррукиндағы (хәҙерге Хорсабад) беҙҙең эраға тиклем VIII быуатҡа ҡараған һарайы Ассирия архитектураһының классик өлгөһө булып тора. Ул яһалма террасала төҙөлгән, һарайҙың бер өлөшө ҡала диуарынан сығып тора. Һарай комплексына зиккуратлы табыныу урыны ла индерелгән. Инеү урындары аркалар менән ҡапланған, яҡ-яҡтарына «шеду» йәки «ламассу» тигән (ассирий текстарында шулай тип аталалар) кеше башлы йә ҡанатлы үгеҙ һәм арыҫлан рәүешендәге монументаль һындар ҡуйылған (Париж, Лувр).
Скульптура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирия скульптураһында рельеф өҫтөнлөк итә. Түңәрәк скульптура ҙур урын биләмәй.
Ашшурнасирапал II осоронан Ашшурнасирапал II-нең үҙенең алебастр һыны һаҡланған (Лондон, Британия музейы, бейеклеге 1,06 м), унда батша баш жрец ҡиәфәтендә һүрәтләнгән.
Ашшурнасирапал һарайында алыштарҙы һәм батша һунарын һүрәтләгән тәпәш яҫы рельефтар һаҡланған.
Һүрәтле биҙәк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саргон II һарайын биҙәгән һүрәттәрҙә батша ярандарының һәм сардарҙарының оҙатыуында төшөрөлгән.
Саргон II-нең улы Синаххериб батшаның (беҙҙең эраға тиклем 705—681 йылдар) Тиль-Барсиба ҡалаһындағы һарайы стеналарына ла батшаның эш-ғәмәлдәрен тасуирлаған һүрәттәр төшөрөлгән (фрагменттары Париждағы Луврҙа һәм Хәлеб ҡалаһының музейында). Был биҙәү һүрәттәре беҙҙең эраға тиклем IX быуаттың икенсе яртыһынан беҙҙең эраға тиклем VII быуат уртаһына тиклемге осорҙо сағылдыра. Улар йоҡа ғына аҡ эзбиз ҡатламына төшөрөлгән.
Ашшурбанипал һарайы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ассирий сәнғәтенең һуңғы күтәрелеше Ашшурбанипал идара иткән осорға, беҙҙең эраға тиклем VII быуаттың икенсе яртыһына тура килә. Ҡаҙыныуҙар барышында уның Ниневиялағы (хәҙерге Куюнджик) һарайы харабалары табылған. Унда, төрлө сәнғәт әҫәрҙәренән тыш, Ашшурбанипалдың данлыҡлы китапханаһына ингән шына яҙыулы балсыҡ таҡтаташтар ҙа табылған.
Рельефтар батшаны данлай, яу һәм һунар күренештәрен тасуирлай. Ҡайһы берҙәре бик юғары кимәлле оҫталар тарафынан, икенселәре урта ҡул һөнәрселәр тарафынан төшөрөлгән. Был осорҙа рельефтарҙы эшләгәндә, әүәлгеләре менән сағыштырғанда, һындарҙы хәрәкәттә биреү оҫта башҡарылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авдиев В. И. История Древнего Востока. — 2-е изд. — М.: Госполитиздат, 1953. — 758 с.
- Гордон Ч. Древнейший Восток в свете новых раскопок / Пер. с англ. М. Б. Граковой-Свиридовой. Под ред. В. И. Авдиева. — М.: Изд-во иностранной лит-ры, 1956. — 384 с.: ил.
- Доброклонский М. В. История искусств зарубежных стран. — Т. I. — М.: Академия Художеств СССР. Институт живописи, скульптуры и архитектуры имени И. Е. Репина, 1961.
- Лосева И. М. Искусство Древней Месопотамии. — М., 1946.
- Рицца Альфредо. Ассирия и Вавилон / Пер. с итал. — Астана: Фолиант, 2016. — 208 с.: ил. — Серия «История и сокровища античной цивилизации». — ISBN 978-601-302-379-3.
- Флиттнер Н. Д. Культура и искусство Двуречья и соседних стран / Подг. изд. Н. Н. Воробьевой. — 2-е изд. — СПб.: Изд-во им. Н. И. Новикова, 2008. — 368 с.: ил. — ISBN 978-5-98361-036-1.