Исламда донъя бүленеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исламда донъя бүленеше — дини билдә буйынса буйынса географик бүленештәр идеяһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәттә ислам дине белгестәре донъя илдәрен дар әл-ислам (ислам территорияһы), дәр әл-куфр (көфөрлөк территорияһы), дәр әл-хәрб (һуғыш территорияһы), дәр әс-сүлх (солох территорияһы), дәр әл-хүднә (ваҡытлы килешеү территорияһы), дәр әл-хийәд (нейтраль территория) тип айырып йөрөтәләр.

Ислам юриспруденцияһының төп сығанаҡтары тип һаналғанҠөрьәндә лә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәрендә лә улар тегә алынмай. Тәүге тапҡыр бындай бүлеүҙе хәнәфи хоҡуҡ мәктәбен (мәҙһәб) нигеҙләүсе имам Әбү Хәнифә тәҡдим итә. Һуңғараҡ был концепция урта быуаттарҙа абруйлы сәләфи ғалим Ибн Тәймиә (1263—1328) эшләп еткерә. Уның йәшәгән йылдары Яҡын Көнсығышты монгол яулап алыуҙарына тап килгән. Ислам дәүләттәренән ситтә булған бөтә территориялар ҙа дәр әл-күфргә инә. Хәҙерге ислам дине белгестәре Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтендә күрһәтмә булмау һәм уның бөгөнгө сәйәси хәлгә тап килмәүе сәбәпле, донъяның бындай бүленешен ҡабул итеү мөмкин түгел тип һанай[1].

Ислам территорияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге һәм Кордова әмирлеге территорияһы

Ислам территорияһының бер нисә исеме бар:

  • Дәр әл-ислам (ғәр. دار الإسلام‎)- «ислам территорияһы»
  • Дәр әт-тәүхид (ғәр. دار التوحيد‎)- «Бер Илаһлыҡ территорияһы»
  • Дәр әс-сәләм (ғәр. دار السلام‎)- «тыныслыҡ территорияһы»
  • Дәр әл-әмән (ғәр. دار الأمن‎)- «именлек территорияһы»

Дәр әл-ислам — мосолмандар йәшәгән, мосолман дине ҡануны ғәмәлдә булған ерҙәрҙе мосолман донъяһы булараҡ билдәләү. Дәр әл-ислам үҙ эсенә ислам идара итеү системаһын алған, ислам дине закондары үтәлгән бөтә илдәрҙе ала. Исламда ҡайһы бер хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһтар) дар әл-ислам халыҡтың күпселеген мосолмандар тәшкил иткән һәм теге йәки был кимәлдә ислам закондары үтәлгән бөтә илдәрҙе күҙ уңында тота. Улар фекеренсә, был илдәрҙә ислам идараһының булыуы мотлаҡ түгел[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Исламская политика глазами известных ученых. Дата обращения: 1 октябрь 2011. Архивировано 2 декабрь 2013 года.
  2. Санаи, 2004

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]