Эстәлеккә күсергә

Исламда кейем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исламда кейем
Рәсем
Культура Ислам мәҙәниәте, арабская культура[d] һәм культурная глобализация[d]
Урын Ислам донъяһы, арабский мир[d], бөтә донъяла[d] һәм мир[d]
Циклдың өлөшө булып тора Исламская этика[d]
Төп тема Ризыҡ (Ислам)
Менән бәйләнештә Ғәүрәт һәм agriculture in Islam[d]
Нимә менән тоташа eating in Islam[d] һәм drinking in Islam[d]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL corpus.quran.com/qurandi…
qurananalysis.com/?q…
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d]
 Исламда кейем Викимилектә
Ғөләмәләрҙең һәм имамдарҙың баш кейеме
Малайзия ҡатын-ҡыҙҙары байрамда
Хәҙерге заман мосолмандарыкейеме (Судан, 2011 йыл)

Исламда кейем (рус. Одежда в исламе) — Ислам мосолмандарға рөхсәт ителгәндән тыш һәм артыҡлыҡ сиктәренән сыҡмаған теләһә ниндәй кейем кейергә рөхсәт итә.

Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеменә төп талап — ул тәндең шәриғәт ҡушҡан өлөштәрен ҡапларға тейеш (ғәүрәт). Ирҙәр өсөн Ғәүрәт— кендектән тубыҡҡа тиклем тәндең бар өлөшө, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — бит һәм ҡул суҡтарынан башҡа бөтә тән. Мәхрәмдәргә ғәүрәттең ҡайһы бер өлөшөн ҡапламай йөрөргә рөхсәт ителә ()[1].

Ҡатын-ҡыҙ кейеме ҡатын-ҡыҙ стиленә тап килергә тейеш, ә ирҙәр кейеме — ирҙәр стиленә. Был кейемгә генә түгел, тәртип стиленә лә (һөйләү манераһына, атлауға һәм хәрәкәттәргә) ҡағыла. Ислам ҡатын-ҡыҙ кейеме христиан һәм йәһүд традицияларының әхлаҡи-этик идеалдарына ҡаршы килмәй[1].

Кейемдә нәжес булырға тейеш түгел, бигерәк тә намаҙ ҡылған ваҡытта[2].

Тыйылған кейем төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыйылған кейемгә түбәндәгеләр инә[2]:

  • Ғәүрәтте ҡапламаған кейем;
  • кешене ҡапма-ҡаршы енес вәкилдәренә оҡшатҡан кейем ;
  • кешене мосолман булмағандарға оҡшатҡан кейем (мәҫәлән, христиан монахтары һәм руханиҙарының кейеме, тәре йөрөтөү һәм башҡа дини символдар);
  • тәкәббер итеп күрһәткән кейем;
  • ебәк һәм алтын ҡушылған ирҙәр кейеме;
  • артыҡ ҡыйбат һәм исраф ителгәнде күрһәткән кейем[2];
  • кеше һәм хайуандар һүрәттәре, шулай уҡ тыйылған яҙыуҙары булған кейем[3]
Ғибәҙәт ҡылыусылар ихрам хәлендә

Кейемде ҡыҫҡартыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирҙәр кейемен ҡыҫҡартыу ислам этикаһының бер өлөшө булып тора, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтен үтәү һәм Аллаһҡа буйһоноуҙы символлаштыра[4]. Оҙон кейем кейеү (изара) Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында тәкәбберлек һәм минминлек сағылышы тип һаналған[5].

Мосолман ҡатын-ҡыҙының йәки мосолмандың христианка/йәһүҙи ҡатынының кейеме тәҡүәле, күлдәктәре — оҙон, ябыҡ һәм үтә күренмәгән булыуы талап ителә. Ул иркен булырға һәм тәнде ҡыҫып тормаҫҡа тейеш. Матур кейемдәр кейеү кәрәк, әммә сағыу төҫтәр өнәлмәй[6].

Ҡатын-ҡыҙ кейеме, йөҙ һәм ҡул суҡтарынан башҡа, тәндең бөтә өлөштәрен дә йәшерергә тейеш. Ҡөрьән кейем өҫтөнән бөркәнсек ҡапларға (жилбәб)[7], ят ирҙәрҙән муйынды һәм күкрәкте йәшерергә ҡуша, йөҙҙө йәшереү мотлаҡ түгел[8].

  1. 1,0 1,1 Аляутдинов, Шамиль Как одеваться. umma.ru. Дата обращения: 10 март 2015. Архивировано 18 март 2015 года. 2015 йыл 18 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Одежда в исламе. newmuslimguide.com. Дата обращения: 14 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
  3. Одевайся красиво!
  4. Мухаммад ас-Сакаф. Одевайся красиво! islam.ru (3 август 2012). Дата обращения: 8 ноябрь 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
  5. Является ли ношение брюк ниже щиколоток греховным? Мечеть «Хазрет Султан». Дата обращения: 8 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Что такое мусульманская мода // Афиша. — 2015. — № 386.
  7. Коран: 33:59 см. также 24:31, 24:60
  8. Виды традиционной женской одежды в исламских странах. РИА Новости (29 ғинуар 2010). Дата обращения: 10 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә