Исламда руханиҙар
Ислам руханиҙары — шартлы термин, сөнки «исламда функциональ һәм структур йәһәттән христиан сиркәүенә оҡшаш руханиҙар институттары юҡ»[1].
«Мосолман руханиҙары культты башҡарыуға бәйле кешеләр йыйылмаһын күҙ уңында тота (мулла, мәзин), судьялар (ҡаҙый), хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһ) һәм дин белгестәре (ғөләмә, мөжтәһид), йәмәғәт башлыҡтары (имам), дәүләт башлыҡтары (хәлифә), шулай уҡ айырым дини йәмәғәттәрҙең башлыҡтары (мөфтөй), мәҙһәбтәр, дини ағымдар (шәйех, ишан)»[1].
Шиғыйҙарҙа сөнниҙәргә ҡарағанда руханиҙар иерархияһы анығыраҡ (ҡар. аятулла). Ҡәтғи иерархия суфый тәриҡәттәренең күпселегенә, ҡайһы бер йәмәғәттәргә һәм ойошмаларға хас"[2].
Әүлиә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үәли (ғәр. ولي ҡурсалаусы, изге), Әүлиә (ғәр. أولياء — намаҙ уҡыу, Аллаһыны иҫкә алыу һәм башҡа төрлө ғибәҙәт ҡылғандағы тырышлығы менән Аллаһыға яҡынлашҡан тәҡүә кеше.
Ғалим
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғөләмә (ғәр. علماء «белгестәр, ғалимдар»; берл. ғәр. عالم әлим (ғалим) йәки әлимә (ғалимә) — Исламдың теоретик һәм практик яҡтары белгестәренең йыйылма атамаһы. Ваҡыт уҙыу менән хөрмәтле ҡушамат булып киткән[3].
Ахун
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ахун, Ахунд (перс. آخوند) — Иранда һәм революцияға тиклемге Рәсәйҙә мосолман «епискобы», ғәрәпсә ҡаҙый аналогы. Шулай уҡ «ахун» (ҡыт. 阿訇 ҡайһы берҙә 阿衡; пиньин: āhōng) тип уйғырҙар, ҡытай мосолмандары (хуэйцзу, дунгандар) үҙ имамдарын исемләйҙәр.
Аятулла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аятолла (ғәр. آية الله, перс. آیتالله аллаһтың мөғжизәһе) — шиғый дини титулы. Был исемгә лайыҡ булғандар ислам ғилеме, юриспруденцияла, этикала һәм философияла эксперт булып тора, ғәҙәттә, дини фәндәр мәктәптәрендә уҡыталар.
Бөйөк аятулла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк аятулла йәки мәржә (ғәр. آية الله العظمى) — шиғый дини титулы. Был титулды ислам хоҡуғында (фиҡһ) юғары уңыштарға өлгәшкән ислам ғалимдары йөрөтә һәм фәтүә (шәриғәт буйынса) сығарыу хоҡуҡтары бар.
Имам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имам (ғәр. إمام етәксе) — исламда мәсет етәксеһе, ғибәҙәттәр үткәрә. Имам шулай уҡ "кешеләргә өлгө " тигәнде аңлата ала. Йәмәғәт намаҙында уға етәкселек иткән имам һайлана. Бәлиғ булған, йәғни 13 йәше тулған һәр мосолман намаҙҙа уның имамы була ала.
Имам (шиғыйлыҡ)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ун икеләр теологияһына ярашлы, имамдар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең рухи вариҫтары булған. Беренсе имам уның кейәүе, дүртенсе хәлифә Али ибн Әбү Талип була .
Йәмәндә имам — өммәт һәм зәйдиҙәр дәүләте башлығы (1962 йылға тиклем).
Ишандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишан (сығат. — išann) — суфый тәриҡәттәре етәкселәре һәм исмәғили йәмәғәт башлыҡтары титулы йәки ҡушаматы. Бынан тыш, Урта Азияла ла Мөхәммә Пәйғәмбәр заты вәкилдәрен ишан тип атайҙар т[4].
Ҡаҙый
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙый (ғәр. قاضٍ) — Ҡөрьән һәм Сөннәт нигеҙендә үҙ аллы аңлатма биреп хөкөм ҡарары сығарыусы шәриғәт судьяһы.
Ғосман империяһында ҡаҙый шулай уҡ округ территорияһында нотариаль һәм ҡаҙыйлыҡ йәки ҡаҙа тип аталған ҡайһы бер административ функцияларҙы үтәй . Ҡаҙый һүҙенән (исп. Alcalde) урта быуат испан-португал алькальд титулы барлыҡҡа килә (ғәр. القاضى — әл ҡаҙый).
Кәрбәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәрбәләләр — Кәрбәләгә хаж ҡылған мосолмандарҙың, башлыса шиғыйҙарҙың, почетлы титулы .
Мәүләүи (перс. مولوی) — исламда мулла һәм шәйехкә оҡшаш почетлы дини исем, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «хаким» йәки "хужа"тигәнде аңлата.
Мәшһәди
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәшһәди — Мәшһәдкә хаж ҡылған мосолмандарҙың, башлыса шиғыйҙарҙың, почетлы титулы.
Молда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молда — Ҡаҙағстанда революцияға тиклем мосолман белеме алған ир-егеттәр исеменә ҡушылған һүҙ. Молда — мулла, уҡымышлы кеше.
Мөжәддит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөжәддит(ғәр. مجدد яңыртыусы) — иманды яңыртыусы. Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, йөҙ йыл һайын мосолмандар араһында Ислам динен яңыртыусы кешеләр барлыҡҡа киләсәк. Мөжәддиттәргә : Ғүмәр ибн Ғәбд әл-Ғәзиз, Имам әш-Шәфиғи , Имам әл-Әшғәри, Имам әл-Ғазали, Имам әр-Рази, Ибн Дәҡиҡ Ид, Имам әс-Сүйүти һәм башҡалар индерелгән.
Мөжәһит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөжәһит(ғәр. مجاهد тырышлыҡ һалыусы), Ғази (ғәр. غازي йыһат ҡатнашыусыһы, шулай уҡ көрәше йыһат сиктәренә тура килгән һәр мосолман кешеһе.
Мөжтәһид (ғәр. مجتهد көслөрәк) — Ижтиһад дәрәжәһенә еткән ғалим.
Мулла (ғәр. مُلَّا идарасы; һаҡлаусы; хужа) — ғәрәптәрҙә ислам дине белгесе (ғалим) дәрәжәһе, ғәҙәттә Ҡөрьәнде (ҡайһы берҙә хатта яттан белгән хафиз), хәҙистәр һәм шәриғәт нормаларын яҡшы белгән кеше. Сөнниҙәрҙә йыш ҡына диндарҙар общинаһы башлығы итеп һайланған имам һүҙе синонимы булараҡ ҡулланыла.
Шиғыйҙарҙың мулла исеме имам исеменән түбәнерәк, уның бурысы — бары тик Ҡөрьәнгә һәм дини һорауҙарға аңлатма биреү.
Кавказда мулла тип шулай уҡ мәзиндәрҙе, «көндәлек» имамдарҙы һәм башҡа түбәнге дәрәжә руханиҙарҙы атайҙар, ә «йәмиғ» имамы, ҡаҙый һәм шәйхел-исламдар Мулла ахун (шиғыйҙарҙа) йәки Мулла әфәнде (сөнниҙәрҙә) тип атала.
Мөҙәрис
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөҙәрис(ғәр. مُدرس уҡытыусы) — фаҡиһ, мәҙрәсә уҡытыусыһы, исламдың юриспруденция һәм этик-хоҡуҡи нормаларын белеүсе[5].
Мөфәссир
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөфәссир (ғәр. مُفسر аңлатма биреүсе)- Ҡөрьәнде аңлатыусы (комментатор), тәфсир авторы.
Мөфтөй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөфтөй (ғәр. مفتى — сығарылмаһы афта , «фекер белдереү») — мосолмандарҙа юғары рухани кеше. Дини-юридик мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар сығарыу, шәриғәтте ҡулланыу буйынса аңлатмалар биреү хоҡуғына эйә. Уның ҡарары (фәтүә) был илдә таралған ислам йүнәлешендәге дини-юридик ҡанундарға (сөннилек, шиғыйлыҡ һ. б.), шулай уҡ шәриғәт мәктәптәренә (мәҙһәб) нигеҙләнә. 1788 йылда Екатерина II указы менән «мосолман законының муллаларын һәм башҡа дини чиндарын билдәләү һәм Өфөлә шул закондың бөтә дини чиндарын рәсәйҙә тотоусылар менән идара итеү өсөн Дини йыйылыш булдырыу тураһында» Ырымбур мосолман диниә назараты (мөфтиәт) ойошторола.
Мөхәддис
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәддис (ғәр. محدث)- хәҙистәр тураһындағы фәнде бик тәрән өйрәнгән ғалим.
Мөхтәсиб
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхтәсиб (ғәр. محتسب иҫәпләүсе)- шәриғәт ҡанундарына таянған һәм ислам әхлаҡ нормаларын тормошҡа ашырыуҙы күҙәткән махсус ойошма хеҙмәткәре. Мөхтәсибтәр шулай уҡ төрлө яза төрҙәрен йөкләмәләр өсөн һалыу хоҡуғына эйә була (тажир), шулай уҡ полиция функцияларын үтәй. Мөхтәсиб эшенең ҡушма өлөшө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү була, шуның өсөн улар халыҡҡа аң-белем таратыу кампанияһын үткәрә. Хоҡуҡ боҙоу ауырлығына бәйле мөхтәсибтәр иҫкәртә, йә булмаһа, халыҡты таяҡ менән туҡмауға яза бирә алған[6].
Мәзин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәзин (ғәр. مؤذن; шулай уҡ — аҙансы) — исламда: мосолмандарҙы манаранан ғибәҙәт ҡылырға саҡырған мәсет хеҙмәткәре. Беренсе мәзин Биләл ибн Рабах була.
Нәғиб
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәғиб Наиб (ғәр. نائب — урынбаҫар, вәкил, идарасы), урта быуаттарҙа мосолман дәүләттәре (Ғәрәп хәлифәлеге, Алтын Урҙа һ. б.) провинцияның йәки округының хакимы, әзербайжан ханлыҡтарында — мәһәл (ауыл, ауыл биләмәһе) идарасыһы .
Шамил имаматында — уның билдәле бер территорияла хәрби-административ власты ғәмәлгә ашырған вәкиле. Көнсығыштың ҡайһы бер хәҙерге мосолман илдәрендә — ниндәйҙер начальник йәки дин әһеле урынбаҫары, ҡайһы берҙә — урындағы полиция начальнигы, ауыл общинаһы старшинаһы. Ғосман империяһында — шәриғәт суды ҡаҙыйы, юғары ҡаҙый урынбаҫары, ҡаҙый ярҙамсыһы.
Садарә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садарә[7]— юғары дини етәкселек. XVII быуатта ике төп садар булған: Садар-ә хәссә һәм Садар-ә ғәммә; һуңғыһы шулай уҡ «Садар-үл-мәмәлик» тип аталған. Башта ике вазифаны ла бер үк юғары рухани биләй. Һуңынан уҡ төрлө кешеләр тәғәйенләнә, улар араһында киңерәк хоҡуҡтар менән «Садар-ә хәссә» файҙалана, ул "Садар-үл-судур (Садарҙар садары) титулын йөрөтә. Садар тарафынан сығарылған ҡарарҙар Диванбәктәрҙән раҫланырға тейеш була һәм шаһ указы менән раҫланғандан һуң ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Хаҡ хәлифәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаҡ хәлифәләр (ғәр. الخلفاء الراشدون) — сөнни исламда — дүрт беренсе хәлифә, улар осоронда ислам әүҙем тышҡы экспансия менән шөғөлләнә һәм хәлифәлек ҙурая.
Мөьминдәр әмире
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир әл-мөьминин (ғәр. أمير المؤمنين — хәлифәләр һәм башҡа мосолман хакимдары титулы. Хаким әмир әл-мөьминин титулын йөрөтә икән, был уның сәйәси власын ғына түгел, рухи хакимлығын да аңлата.
Сөнниҙәр фекеренсә, әмир әл-мөьминин титулы бирелгән беренсе кеше Ғүмәр ибн әл-Хәттаб булған . Шиғыйҙар фекеренсә, Аллаһ Рәсүле тере сағында уҡ титул Али ибн Әбү Талибҡа бирелгән һәм тик уныҡы ғына булып тора[8]. Әмир әл-мөьминин титулын Өмәүиҙәр һәм Ғәббәсиҙәр династиялары хәлифәләре ҡабул итә, һәм әле лә ҡайһы бер мосолман лидерҙарына һәм хәҙерге ғәрәп монархтарына ҡарата ҡулланыла.
Мосолмандар әмире
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир әл-мөслимин (ғәр. امیر المسلمین мосолмандар хакимы)- Әл-Мурабиттар дәүләте башлығының рәсми титулы. 1061 йылда Йософ ибн Тәшфин үҙенең оло туғаны Әбү Бәкер Ибн Ғүмәрҙе етәкселектән ситләтә һәм беренсе булыпәмир әл-мөслимин титулын ҡабул итә[9]. Әмир әл-мөслимин титулы әл-Мурабиттарға, һәр хәлдә юристар күҙлегенән сығып, квазидин санкцияһы бирә[10].
Фаҡиһ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаҡиһ (ғәр. فقيه юрист)- мосолман хоҡуғы өлкәһендә ғалим.
Хажи
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хажи — Мәккәгә хаж ҡылған мосолмандың почетлы титулы .
Хәҙрәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙрәт (ғәр. حضرات) — ислам динендәге дини дәрәжә. Шулай уҡ исламда юғары дини статуслы кешегә ихтирамлы өндәшеү. Урта Азияның «тәҡсир», төрөктәрҙең "әфәнде " һәм фарсыларҙың «хужа» һына тап килә.
Хәлифә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәлифә, Хәлиф(ғәр. خليفة — идарасы, урынбаҫар)- мосолмандарҙа иң юғары титулдың исеме. Төрлө ваҡыттарҙа уның йөкмәткеһенә ҡараштар төрлөсә булған. Бөтә күрһәтмәләрендә, ҡарарҙарында һәм эштәрендә хәлифә өммәт мәнфәғәтендә шәриғәт закондары менән сикләнгән. Шулай уҡ Хәлифәлек системаһында идара итеү мираҫ итеп бирелмәй, ә киреһенсә бәйәт (ант) хәлифте һайлау ысулы булып тора[11]. Хәрижиҙәр мосолман общинаһының ихтыяры менән сикләнгән һайлап ҡуйылған хакимды хәлиф тип атағандар[12]..
Хафиз
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хафиз (ғәр. حافظ яттан белеүсе, һаҡлаусы) Ҡөрьән ятлап алып һаҡлаусы . Ҡөрьәнде яттан белгән өсөн рухани ҡатламға индерелгән мосолман.
Хүжәт әл-ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хүжәт әл-ислам (ғәр. حجة الإسلام исламға дәлил)- шиғыйҙарҙың дини титулы, рангыһы аятулланан түбәнерәк, яҡынса христианлыҡта епископҡа тап килә.
Шәһит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәһит (ғәр. شَهيد шаһит) — иман өсөн йәнен фиҙа ҡылған, ғазап сигеүсе мосолман.
Шәйех
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйех, (ғәр. شيخ) — исламда күренекле дин белгесенең почетлы исеме.
Башҡа мәғәнәләре:
- Рухи остаз, ишан, тәриҡәт башлығы.
- Уҡытыусы, дини төркөм етәксеһе.
- Хаж ҡылыусылар төркөмө етәксеһе, изге урынға зыярат ҡылыуҙы ойоштороусы.
- Изге урында йәшәгән һәм ғибәҙәт ҡылыусыларға зыярат ҡылырға ярҙам иткән кеше.
- Ғәрәбстан ярымутрауында ғәрәптәрҙең ырыу башлығы.
- Әмир дәрәжәһендәге һәр бер кеше шәйех тип атала.
Урта Азияла изге урындар янында урынлашҡан һәм ғибәҙәт ҡылыусыларҙы хеҙмәтләндереү менән генә шөғөлләнгән кешеләр ҡышлаҡтары шәйех ҡышлаҡтары тип атала.
Ҡайһы берҙә ислам ойошмалары лидерҙарын шәйехтәр тип иғлан итәләр.
Шәйех-ул-ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйех-ул-ислам (тур. Şeyhülislam) — ҡайһы бер ислам дәүләттәрендә ислам мәсьәләләре буйынса юғары вазифалы кеше титулы. Ҡайһы бер ислам йәмғиәттәрендә шәйех-ул-ислам титулы юғары судья (юғары ҡаҙый) вазифаһын аңлата.
Суфыйлыҡтағы рангылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суфыйлыҡ түбәндәге рангтар бар:
- Абдал («алмаш») — суфый иерархияһы (авлия) дәрәжәһе.
- Абрар («ант башҡарыусы») — изгеләрҙең суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
- Автад («ҡола») — суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
- Ғариф (ғәр.عارف) — мистик белемгә эйә, мистик.
- Әхйәр («иң яҡшылары») — суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
- Әшиҡ («ғашиҡ») — Алланы яратҡан суфый.
- Баба (төрк.) — берәҙәк дини вәғәзсе; ҡарт остаз, төрөк орденының йәшәүсе башлығы.
- Вәли (ғәр.ولي) — «дуҫ» (әүлиәнең күпселек өлөшө) — Аллаға яҡын, изге, ул тәбиғи булмаған һәләттәргә (ҡараматтарға) эйә була ала; «Алланың дуҫы».
- Дәрүиш (фарс.درویش — ярлы, фәҡир) — мистик ҡәрҙәшлектә ағза булыуҙы аңлатҡан термин (тарикат).
- Кутб (ғәр.قطب) — «ос», «полюс», «таяныс нөктәһе») — суфыйҙар дини иерархияһы дәрәжәһе.
- Суфыйҙар тәриҡәте башлығы, «оҫта».
- Мәүла, мола, мевла (төрк.) — әфәнде, ҡурсалаусы; мавлана — «беҙҙең әфәндебеҙ», Йәләлетдин Руми титулы.
- Мөрид ғәр. مريد — суфый уҡыусыһы, тыңлаусы.
- Мөршид (ғәр. مرشد — етәксе) — суфыйсылыҡта тәриҡәт етәксеһе, остаз, уҡытыусы. *Нүжәбә («юғарыға күтәрелеүсе») — изгеләрҙең суфыйҙар иерархияһындағы дәрәжә.
- Нуҡәбә («өҫтөнлөктәр») — суфый иерархияһы (авлийа) дәрәжәһе.
- Пир (фарс. پیر Ул — ҡарт, Иранда һәм Һиндостанда суфыйҙар етәксеһенең исеме.
- Остаз (ғәр. أستاذғәр. — уҡытыусы) — суфыйсылыҡта тәриҡәт етәксеһе.
- Факир (ғәр. فقیر — ярлы), фукарҙың күпселек өлөшө — ярлы, Хоҙайҙың мәрхәмәтенә мохтаж. Дәрүиш менән суфыйҙың синонимы.
- Хәлифә (ғәр. خليفة) — «ваҡыт алмашы», «урынбаҫары») — Суфыйҙар ҡәрҙәшлегенең шәйех урынбаҫары.
- Шәһит (ғәр. شهيد) — һөйгән йәре; Алланы таныусы.
- Шәйех (ғәр. شيخ), күпл. — шүйүх) — суфыйҙар общинаһы етәксеһе; рухи остаз; орденға бағышларға хоҡуҡлы кеше.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Гогиберидзе, 2009
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 152
- ↑ Кто такой ученый (алим)? Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Андрей Фатющенко Уйти нельзя. Обидите // журнал «Вокруг света». — 2003. — № 5 (2752). Архивировано из первоисточника 16 июль 2012.
- ↑ Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл.
- ↑ Али-заде, А. А. Мухтасиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 157-се бит
- ↑ Али-заде, А. А. Али ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ [ Альморавиды] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Грюнебаум Г. Э. фон. Классический ислам. Очерк истории (600—1258).
- ↑ Халифат — Исламское государство . Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 13 ғинуар 2012 года.
- ↑ Хариджиты 2010 йыл 7 август архивланған. // Энциклопедия Кругосвет
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев И. Л. , Ислам руханиҙары // Дин ғилеме / Энциклопедик һүҙлек. — М.: Академический проект, 2006.
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Густерин П. В. Рәсәй империяһы ҡануниәте буйынса мосолман руханиҙары. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing, 2014. — 80 с. — ISBN 978-3-659-57965-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин П. В. Исламда һәм православиела рухани дәрәжәләренең һәм вазифаларының яҡынса тап килеүе. 2021 йыл 3 декабрь архивланған.
- Густерин П. В. Рәсәй империяһының мосолман халҡына ҡарата дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында.
- Колодин А. Ислам руханиҙары // История ислама.
- Ислам руханиҙарының үҙенсәлеге // М. исемендәге мәскәү ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ ҡарамағындағы социаль системалар ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ. В. Ломоносова