Исламлаштырыу
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Исламлаштырыу (ғәр. أسلمة — aslamah) — йәмәғәт сәйәсәтенең һәм йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә исламдың үҙ йоғонтоһон арттырыу процесын, шулай уҡ билдәле бер төбәктә йәки илдә ислам динен тотоусылар һанын арттырыу процесын аңлатҡан сәйәси термин.
Мосолмандар һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта донъяла ислам динен тотоусы 1 миллиардтан ашыу кеше иҫәпләнә. 1900 йылда мосолмандар өлөшөнә халыҡтың ни бары 4,2 проценты тура килһә, бөгөн Ер халҡының яҡынса 22 проценты мосолман. Фараздарға ярашлы, мосолмандар һаны Ерҙә 2030 йылға 26,4 процентҡа тиклем артасаҡ һәм 8 миллиард кеше йәшәгән осраҡта 2 миллиардтан кәм булмаясаҡ, был исламды донъяла иң тиҙ үҫешкән дин итә.[1]
Үткәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам барлыҡҡа килгән тәүге быуаттарҙа исламлаштырыу ғәрәп баҫып инеүҙәре ваҡытында баҫып алынған территорияларҙа йәшәгән халыҡтарҙың исламға күсеүен аңлата. Исламдың артабанғы таралыуы яулап алыуҙар аша ла була: Мысырҙы ғәрәптәр баҫып алыуы (639—654), Фарсияны ғәрәптәр баҫып алыуы, Афғанстанға ғәрәптәр баҫып инеүе, хазар-ғәрәп һуғыштары, Пиреней ярымутрауын, Көньяҡ Азияны мосолмандар яулап алыуы быға миҫал булып тора. Шулай уҡ ислам таралыуында Сәлжүктәр дәүләте, Европала Ғосман империяһы һуғыштары, Алтын Урҙала Үзбәк хан йоғонто яһаған.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам өҫтөнлөклө дин булған илдәр, нигеҙҙә, үҙҙәре өсөн ике үҫеш юлын — донъяуи йәки ислам дәүләте булыуҙы — һайлай ала.
20-е быуат дауамында, шул иҫәптән Икенсе донъя һуғышынан һуң да, деколонизация барышында ғәрәп донъяһы илдәренең бойондороҡһоҙлоҡ алыуы ислам тарихының яңы битенә әйләнә.
Башлыса мосолман халҡы йәшәгән Афғанстан (1919), Ираҡ Короллеге (1921), Мысыр Короллеге (1922), Фәләстин (1922), Йәмән (1918), Индонезия (1945), Сүриә (1946), Иордания (1946), Пакистан (1947), Тунис (1956), Ливия (1951), Марокко (1956), Мавритания (1960), Сомали (1960), Кувейт (1961), Алжир (1962), Оман (1970), Ҡатар (1971), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (1971), Бахрейн (1971), Джибуттиҙар (1977), Бруней (1984) һ. б. бойондороҡһоҙ дәүләттәр булып китә.
21-се быуатта исламлаштырыу менән бәйле Ислам терроризмы, ИГИЛ, Европала миграция көрсөгө, ҡайһы бер илдәрҙә йәшәүселәргә АҠШ-ҡа инеү тыйылыу иң киҫкен проблемалар булып тора.
Европаны исламлаштырыу теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]711 йылда Испанияға ғәрәптәр баҫып инеүенән башлап Европаның төрлө мөйөштәрендә мосолман дәүләттәре барлыҡҡа килә: Кордова әмирлеге, Сицилия әмирлеге, Алтын Урҙа һәм уның бүлкәттәре, Ғосман империяһы.
Көнбайыш Европаға мосолманлыҡ күптән түгел килеп еткән, Икенсе донъя һуғышы ахырына тиклем ислам динен тотоусылар бик аҙ була. Әммә әлеге ваҡытта, Франция, Германия, Бөйөк Британия, Европаның башҡа илдәрендә лә ислам йоғонтоһо көсәйә. Был, нигеҙҙә, Мәғриб һәм Яҡын Көнсығыш илдәренән ислам динен тотҡан граждандары иммиграцияһы, шулай уҡ иммигранттарҙың беренсе быуын тоҡомдарының тәбиғи үҫешеартыу арҡаһында була. Европаның хәҙерге мосолман дәүләттәре араһында — Албания, Босния һәм Герцеговина, Косово Республикаһы.
Исламлаштырыуға ҡаршы көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары һәм сәйәсмәндәре, шул иҫәптән, үҙҙәрен исламофобтарға йәки неонацистарға индермәгәндәре лә, исламлаштырыуға әүҙем ҡаршы торалар, уны кире һәм хатта социаль-тарҡаулаштырыу күренеше тип иҫәпләйҙәр.[2] Уларҙың эшмәкәрлеге донъяуи законға һәм әхлаҡҡа ислам йәшәү нормаларын индереүҙе тыйыуға һәм, шулай уҡ мәсеттәр һәм мосолман мәҙәни үҙәктәре төҙөлөшөнә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән.
- 2009 йыл 29 ноябрендә Швейцарияла бөтә халыҡ референдумы һөҙөмтәләре буйынса илдә яңы манаралар төҙөүҙе тыйыу индерелгән.
- 2011 йылда Франция һәм Бельгияла, ә 2017 йылда Австрияла йәмәғәт урындарында йөҙҙө ҡаплап торған кейем (никаб һәм бурка) кейеү тыйыла.[3][4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Число мусульман к 2030 году превысит четверть населения мира | ИноСМИ — Все, что достойно перевода . Дата обращения: 23 июль 2014. Архивировано 8 август 2014 года.
- ↑ Пономарёв Дмитрий Марина Ле Пен возглавила французских «фашистов» 2011 йыл 19 ғинуар архивланған. // Информационное агентство InterRight, 17.01.2011
- ↑ Во Франции запретили носить паранджу в общественных местах . Дата обращения: 23 июль 2014. Архивировано 8 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ В Австрии вступил в силу запрет на никабы и бурки 2023 йыл 26 март архивланған. // Русская служба Би-би-си, 1.10.2017
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрченко А. Г. Хан Узбек: Между империей и исламом. Структуры повседневности. — СПб.: Евразия, 2012. — 400 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91852-023-9.
- Юрченко А. Г. Золотая Орда: Между Ясой и Кораном. Начало конфликта. — СПб.: Евразия, 2017. — 368 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-91852-166-3.
- Азбелев С. Н. Что угрожало русскому народу в 1380 г. // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. — 2018. — № 1(71). — С. 151—155.