Исламова София Ғиззәт ҡыҙы
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 26 июль 1948 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Ташлы районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | зоотехник |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] һәм биология фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26 июль 1948) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Хеҙмәт ветераны (2003).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы 1948 йылдың 26 июлендә Чкалов өлкәһе Туҡ районы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ташлы районы) Бәшир ауылында тыуған.
1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған[1].
1971 йылдан Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында уҡытыусы булып эшләй.
1973 йылдан Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы урта мәктәбендә уҡыта.
1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығында эшләй.
1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (1993 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡыта. 2004 йылда «Селекция крупного рогатого скота различных генотипов по молекулярно-генетическим и иммунобиологическим показателям» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004—2010 йылдарҙа университеттың ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире вазифаһын биләй[1].
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
София Исламованың фәнни хеҙмәттәре ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын һәм уларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыуҙың селекцион‑генетик ысулдарын камиллаштырыуға һәм эшләүгә арналған. София Ғиззәт ҡыҙы — 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
- Хеҙмәттәре
- Пути интенсификации овцеводства в Башкирии / Ф. А. Исламов, Ф. Б. Шакиров, С. Г. Исламова. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1983. — 87 с.
- Оценка генетического потенциала быков-производителей разных пород по комплексу признаков : диссертация … кандидата биологических наук : 06.02.01. — Уфа, 1993. — 322 с.
- Селекция крупного рогатого скота различных генотипов по молекулярно-генетическим и иммунобиологическим показателям : автореферат дис. … доктора сельскохозяйственных наук : 06.02.01 / Башкир. гос. аграр. ун-т. — Уфа, 2004. — 39 с.
- Иммунный статус и продуктивные показатели крупного рогатого скота / С. Г. Исламова, А. Г. Маннапов. — Уфа : Изд-во БГАУ, 2004. — 187 с.
- Содержание коз / Ф. А. Исламов, С. Г. Исламова. — Уфа : Гилем, 2007. — 183 с.
- Интенсификация производства продукции овцеводства в Республике Башкортостан / Ф. А. Исламов [и др.]; [под общ. ред. С. Г. Исламовой]. — Уфа : Башкирский гос. аграрный ун-т, 2009. — 171 с.
- Разведение молочных коз : рекомендации. — Уфа : Башкирский ГАУ, 2018. — 39 с.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Исламова София Ғиззәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исламова София Гиззатовна 2019 йыл 10 сентябрь архивланған. // Башкирский государственный аграрный университет.
- 26 июлдә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Ташлы районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт аграр университеты профессорҙары
- Ауыл хужалығы фәндәре докторҙары
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Биология фәндәре кандидаттары