Исламов Илдар Лоҡман улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Исламов Илдар Лоҡман улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 29 ғинуар 1957 (69 йәш) |
| Тыуған урыны | Байым, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре |
Исламов Илдар Лоҡман улы (29 ғинуар 1957 йыл) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995), мәғариф ветераны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдар Лоҡман улы Исламов 1957 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Байым ауылында тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 32 йыл буйына Әбйәлил районының Байым ауылы мәктәбендә уҡытыусы, директор вазифаларында эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министрлығының Почёт грамотаһы (1994).
- VI Бөтә Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсия эше буйынса уҡыу-методик әсбәптар конкурсы лауреаты.
- Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы лауреаты (2008).
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты.
- Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премия лауреаты (2009).
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исламов И. Л. География Абзелиловского района. — 2000.
- Исламов И. Л. Әбйәлил күбәләктәре.— Өфө: ИИЯЛ, 2009. — 138 б.